Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2025, 06:10

"Бейемемдән күп нәмәгә өйрәндем"

Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА: - Беҙ ҡәрсәй тәрбиәһендә үҫтек - совет заманы, атай-әсәй гел эштә, колхоз эшендә булдылар. Ҡәрсәйемдең тәрбиәүи алымдары, өйрәткән тормошсан дәрестәре әле лә иҫемдә. Килен булып килгәс, бейемемдән күп нәмәгә өйрәндем. Ул бик баҫалҡы, аҙ һүҙле, кешегә ҡаты ҡағылмаған, итәғәтле ине. “Улың кемде һайлай - киленең шул, ҡыҙың кемгә бара - кейәүең шул, кеше балаһын кәмһетергә ярамай!” тигәне гел иҫемдә. Тағы ла балаларҙың төп тәрбиәсеһе лә, ҡараусыһы ла бейемем булды, беҙ гел эштә булдыҡ.

"Бейемемдән күп нәмәгә өйрәндем""Бейемемдән күп нәмәгә өйрәндем"
"Бейемемдән күп нәмәгә өйрәндем"


 Өҫтәл артына ашарға ултырғанда балаларҙы өйрәтә ине: “Атайығыҙ ултырмайынса, икмәккә үрелмәгеҙ, өҫтәл артында һөйләшмәгеҙ, атай-әсәйегеҙ эштән арып ҡайтҡан, шым ғына ашағыҙ!” тип тәртипкә өйрәтте. Балалар хәҙер ҙә ҡәрсәйҙәрен бик һағынып иҫкә алалар.


 Бик күп йылдар “Киске Өфө” гәзитен алдырып уҡыйым, яҙылмай ҡалғаным юҡ. Бик күп тәрбиәүи материалдары, халҡыбыҙҙың тарихи йолалары, фәһемле кәңәштәр кеүек төплө, бай йөкмәткеле  яҙмалары менән бик тә эстәлекле баҫма ул.

Иң тәүҙә гәзиттең һуңғы битен ҡарайым, унда “Аҡыл – ҡаҙна” тигән рубрика бар: халҡыбыҙҙың әйтемдәре, мәҡәлдәре, ошо мәҡәлдәргә ҡағылышлы төрлө сит ил шәхестәренең уй-кисерештәре сағылдырыла унда. Хәҙерге йәштәргә, балаларға бик тә кәрәкле тәрбиә алымдарына бай был баҫма. Уҡыйым да, аптырайым: ҡайҙан табып бөтәләр икән был яҙмаларҙы, тип.


Халҡыбыҙ борондан аҡыллы, бай тарихлы, тәрбиә алымдарын нәҫелдән нәҫелгә күсереп, боронғоларҙың файҙалы ла, бай ҙа, фәһемле лә йолаларын һаҡлап ҡалған бит. Бына ошоно беҙгә лә ҡулланып, балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә өйрәтеп ҡалдырырға кәрәк, тип уйлайым.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас