Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2025, 16:40

Мораҡта -авария

Бөгөн Мораҡ ауылында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, "Рено Дастер" автомобиле бәлиғ булмаған үҫмер идара иткән "Роскот" мотоциклы менән бәрелешә.

Авария һөҙөмтәһендә мотоциклға идара иткән бәлиғ булмаған бала төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Юл-транспорт вакиғаһы сәбәптәре асыҡлана. 

Хөрмәтле дуҫтар, двигателе 50 куб/см-ға тиклем ҡеүәтле мототранспортҡа "М" категориялы, 125 куб/см тиклем ҡеүәтлеһенә " А1"категориялы таныҡлыҡ булғанда 16 йәштән, ә 125 куб/см-ҙан ашыу ҡеүәтле мототранспорт менән идара итеүгә "А" категориялы водитель таныҡлығы менән 18 йәштән генә мөмкин. 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас