Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2025, 05:47

Төркиәлә Башҡортостан турисы катер аҫтында ҡалып һәләк булған

Фажиғә Кемер курортында теркәлгән. 42 йәшлек Линария ҡалҡыуыстарҙан аша йөҙөп киткән. Был ваҡытта бында парасейлинг катеры йөрөгән. Юғары тиҙлектәге судно яҡташыбыҙҙы бәрҙергән. Шаһиттар шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы һәм табиптарҙы саҡырған, әммә туристы ҡотҡара алмағандар.

Төркиәлә Башҡортостан турисы катер аҫтында ҡалып һәләк булғанТөркиәлә Башҡортостан турисы катер аҫтында ҡалып һәләк булған
Төркиәлә Башҡортостан турисы катер аҫтында ҡалып һәләк булған


Катер капитаны һәм компания хужаһы ҡулға алынған. Урындағы хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү башлаған.

Линария бухгалтер булып эшләгән. Яҡташыбыҙ йыш ҡына яңғыҙы сәйәхәт иткән, Антальяға тәүге тапҡыр барыуы түгел. Уның 20 йәшлек ҡыҙы ҡалған.

Автор:
Читайте нас