

Ҡышҡылыҡҡа кишер сәсеү
Күп үҫемлектәрҙе, шул иҫәптән йәшелсәне, киләһе йылға ҡалдырмай, көҙ аҙағында уҡ сәсеп ҡуйырға мөмкин. Кишер ҙә шундай йәшелсәләр иҫәбенә инә.
Көҙҙән сәсеп ҡалдырыуҙың ыңғай яҡтары
Иң элек - яҙ ваҡытты экономиялау. Күп кенә баҡса эштәре сентябрҙә үк тамамлана. Октябрь һәм ноябрь башында мәшәҡәттәр аҙыраҡ, ә бына яҙ көнө йыш ҡына ваҡыт етмәй.
Көҙөн сәселгән орлоҡтар күпкә иртәрәк шытып сыға, был үҙ сиратында иртә уңыш алырға мөмкинлек бирә.
Урынды бушатыу
Кишерҙең уңышын иртә йыйып алғандан һуң, бушаған түтәлгә ниндәй ҙә булһа культуралар (мәҫәлән, укроп, әнис) сәсеп, тағы бер уңыш алырға була.
Көҙөн сәсеп ҡалдырыуҙың үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары ла бар.
Алдан сәселгән кишерҙең уңышы оҙаҡ һаҡланмаясаҡ, уны шунда уҡ ҡулланырға йәки ҡыҫҡа ваҡытҡа һаҡларға һалырға тура киләсәк.
Ҡырауҙар үҫемлектәргә зыян килтерергә мөмкин. Әгәр сәселгәндән һуң көндәр йәнә ныҡлап йылытып китһә яҡшы түгел. Орлоҡтар шытып сығып, шытымдар барлыҡҡа килгәндән һуң төшкән ҡырау нескә үҫентеләрҙе һәләк итеүе ихтимал.
Ҡышҡылыҡҡа ниндәй кишер сәсергә
Бының өсөн уртаса өлгөрөү ваҡытын һайлайҙар.
Ҡышҡылыҡҡа сәсеү ваҡыты
Сәсеү ваҡыты һауа шарттарына бәйле һәм ул төрлө йылдарҙа төрлөсә булыуы мөмкин. Сәсеүгә тотороҡло һыуыҡтар башланғас, ер бер аҙ туңғас та, һауа температураһы 0... – 2 градусҡа тиклем төшкәс тә тотоналар.
Төрлө төбәктәрҙә был шарттар төрлө ваҡытта башлана. Әммә яҡынса ваҡыты шундай:
* Көньяҡ өлкәләрҙә ноябрь аҙағында.
Ҡайһы ергә сәсергә?
Кишер түтәле ҡояш төшкән, күләгәһеҙ һәм яҡшы елләтелгән урында булырға тейеш. Ҡар һыуҙары ятмаһын өсөн бер аҙ ҡалҡыуыраҡ урында булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Кишер йомшаҡ һәм уңдырышлы тупраҡты ярата, балсыҡлы, ҡомло һәм торфлы тупраҡ та яҡшы.
Шулай уҡ был урынға кишерҙән алда нимә сәселеүе лә мөһим. Иң яҡшыһы - ҡыяр, помидор, кәбеҫтә сәселгән урын.
Түтәлдәрҙе алдан әҙерләү
Урынды һайлағас, тупраҡты яҡшы ҡаҙырға (органик-минераль ашлама индерергә лә була), юлдар араһында 20 см ҡалдырып, юлдар (бураҙналар) яһарға.
Сәсеү
Әгәр сәсеү ваҡытына тиклем аҙ ғына ҡар яуһа, уны әҙерләнгән түтәлдән алып ташлайҙар. Орлоҡтарҙы 2,5 см тәрәнлектәге юлдарға һибәләр.
Орлоҡтарҙы ғәҙәти яҙғы сәсеүгә ҡарағанда күберәк алырға кәрәк.
Сәселгән орлоҡто алдан әҙерләнгән тупраҡ менән ҡаплайҙар. Түтәлде өҫтөн ылыҫлы ағас ботаҡтары, кукуруз, көнбағыш һабаҡтары менән ҡапларға була.
Яҙғы эштәр
Ҡар иреү менән ботаҡтарҙы шунда уҡ алып ташларға, ә тупраҡты өҫтән һаҡ ҡына йомшартырға кәрәк. Яҡшыраҡ һәм тиҙерәк йылынһын өсөн түтәлде ниндәй ҙә булһа туҡыма булмаған материал менән ҡаплайҙар. Эҫе һәм ҡоро яҙ булғанда түтәлгә һыу һибергә кәрәк, әммә күп ваҡыт үҫемлектәргә ирегән ҡар һыуының дымы ла етә. Тәүге үҫентеләр барлыҡҡа килгәндән һуң ышыҡты алып ташлайҙар һәм артабан кишерҙе ғәҙәти схема буйынса ҡарайҙар.
Автор - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.