Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2025, 09:25

Бер дуҫым бар

Донъяла дуҫтар күп, әммә шулар араһында иң-иңдәре бар. Мораҡ ауылында йәшәгән күркәм холоҡло, сабыр күңелле Зәкиә Сәйфетдин ҡыҙы Назарғолова менән беҙ инде ярты быуат элек танышып, әхирәттәр булып йөрөйбөҙ. Аллаға шөкөр, артабан да шулай матур итеп ҡатнашып йәшәргә яҙһын, тим. Серҙәшем дә, кәңәшсем дә ул минең. Туғандарыма һөйләмәҫ серҙәрем һыя уға.  

Бер дуҫым барБер дуҫым бар
Бер дуҫым бар

 Бер ҡарағанда, ябай ғына ауыл ҡатыны. Ә эсенә күпме яҡшылыҡты, йомартлыҡты, изгелекте үҙенә һыйҙырған. Уға ҡарап һоҡланаһың ғына. Тормош иптәшен бала һымаҡ ҡарап, ихлас хөрмәт итеп, бер ҡасан да уға тауышын күтәреп өндәшмәҫ ул. Ике ул үҫтереп, яҡшы тәрбиә биреп, юғары белем алырға ярҙам иткән хәстәрлекле әсә, ике килененә үрнәк булырҙай ҡәйнә ул.

 Хәҙер инде ике улы ла ғаиләле, матур, татыу донъя көтәләр, ата-әсәһен онотмай, гел хәл белешеп, күстәнәстәре менән килеп, йән йылыһы алып ҡайтып китәләр. Улдары Марат менән Салауат Назарғоловтар күптәргә өлгө булып тороусы ғаилә башлыҡтары.

 Зәкиә Сәйфетдин ҡыҙын юбилейында ғына түгел, һәр ғүмер байрамында, календарҙағы матур байрамдарҙа бар туғандары, дуҫтары, балалары сәскәләргә, иҫтәлекле бүләктәргә, аҡ теләктәргә, оло рәхмәттәргә күмә, уны тәрән һәм ихлас йөрәктән сыҡҡан ихтирам-хөрмәткә сорнай. Әхирәтем ысынлап быға бик лайыҡ.

 Алтын көҙҙәр менән өлкәндәр көнө яҡынлашып килгәндә, минең дә иң яҡын әхирәтемә түбәндәге шиғыр юлдарын юллағым килә:

 Был донъяның ағын-ҡараларын

 Ҡайғы-шатлыҡтарын күп күрҙең,

 Көндө-төнгә, осто-осҡа ялғап

 Донъя йөгөн тартып һин килдең.

 Матур итеп йәшә, ҡартайма һин!

 Гүзәл булып атһын таңдарың...

 Рәхәт йәшә, изгелеге тейһен

 Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.

 Ғәтиә КИЛСЕНБАЕВА.

 Мораҡ ауылы.

+фото

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас