"Ул бер нисә тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтты. Башта уҡ уның шундай теләге бар ине. Хәҙер тәфтиш эштәре әүҙем алып барыла, шуға бер кем дә уны ебәрергә теләмәй. <...> Енәйәт эше асылмаған саҡта уҡ ул МХО биләмәһендә концерттар менән сығыш яһаны, гуманитар ярҙам ойошторҙо, яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алды", — тип белдергән Миңлебаев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вилдан Яруллинды үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыу маҡсатында вазифа вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләйҙәр (Рәсәй Енәйәт кодексы 286-сы статьяһы 3-сө өлөшөнөң "е" пункты).