Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2025, 07:45

Чемпиондар әҙерләй

Үҫеп килеүсе йәш быуынды физик һәм мораль яҡтан үҫтереүҙә, һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә хәҙер егерме йылдан артыҡ уңышлы эшләгән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең роле баһалап бөткөһөҙ. Бында балаларҙы спорт тигән мауыҡтырғыс донъяға әүрәтеп, уларҙан чемпион ғына түгел, ныҡ рухлы, маҡсатлы шәхестәр үҫтереүсе һәләтле тренерҙар эшләй.

Чемпиондар әҙерләйЧемпиондар әҙерләй
Чемпиондар әҙерләй

Тап шулар араһынан бар булмышын спортҡа, үҫмерҙәрҙә ныҡлы рух, маҡсатына ынтылыш тәрбиәләүгә бағышлаған иң-иң өсәүҙе, ысын ир аҫылдарын һайлап алып, уларҙың нисек спортҡа аяҡ баҫыуҙары, тренер хеҙмәтен үҙ итеүҙәре хаҡында баҫмабыҙ дуҫтарына ла һөйләп үтмәксебеҙ.

 “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы”, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры”, “Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм тәрбиә өлкәһе маҡтаулы эшсәне”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф эшсәне” кеүек лайыҡлы исемдәре үк фиҙаҡәр хеҙмәт юлын яҡтыртып торған Хәлит Сәлтәшевты районда белмәгән кеше һирәктер. Бына 22 йыл дауамында ул спорт мәктәбендә бокс секцияһын етәкләй. Бар булмышын тынғыһыҙ хеҙмәткә, балаларға бағышлаған тренерға быуындары нығынып та бөтмәгән ҡыйыуһыҙ ғына малайҙар килә һәм һанаулы ваҡыт эсендә улар һәр яҡлап үҫә, район, республика кимәлендә ҡаҙаныштар яулап, иңдәрендә ҡанат, йөрәктәрендә көс-ғәйрәт тойоп, тағын да бейегерәк үрҙәргә ынтыла...

 Көйөргәҙе районының Кинйә ауылында тыуып үҫкән Хәлит Хөрмәтулла улының да “Киләсәктә бокс буйынса тренер булам” тигән уй бәләкәй сағында башына ла инеп сыҡмай. Әммә һәр ауыл малайы кеүек бесән сабып, утын ярып, ауыл эше менән нығынып буй еткергән, спортҡа әүәҫ үҫмер һис икеләнмәйенсә мәғариф өлкәһен һайлай.

 1989-1993 йылдарҙа Күмертау педагогия училищеһында физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Маҡсатлы егеттең беренсе еңеүҙәре, оло юл башы ла тап шул студент осоронда бокс менән мауығыуҙан, тренировка залында үткән иҫәп-хисапһыҙ сәғәттәрҙән башлана. Тырышлығы һөҙөмтәһендә бокс буйынса 1-се разрядҡа эйә була.

 1993 - 1995 йылдарҙа Ватан алдында изге бурысын үтәй. “Бокс менән етди шөғөлләнеүем арҡаһында армия еңел бирелде. Шуға күрә буласаҡ Ватан һаҡсыларына бигерәк тә спорт менән шөғөлләнергә, нығынырға кәрәк”, - тип, бик хаҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашты тренер.

 Армиянан яңы ҡайтҡан, дәрт-ялҡыны ташып торған егет Көйөргәҙе районының Шамагиш урта мәктәбенә военрук булып эшкә сыға, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре (ОБЖ) дәрестәрен алып бара. Мәктәп уҡыусыларын тренировкаға, спортҡа йәлеп итеп, ете йыл туған районында тырыш хеҙмәт күрһәткән дәүерендә күпме тиҫтәләгән үҫмерҙә үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләй, артабан спортты төп тормош мәғәнәһенә, йәиһә яратҡан һөнәренә әүерелдереп алыр өсөн нигеҙ һала. 2010-2014 йылдарҙа ныҡышмал холоҡло белгес Башҡорт дәүләт университеты филиалы – Сибай институтында физкультура бүлеген тамамлап, ситтән тороп юғары белем алыуға ла ирешә.

 Тынғыһыҙ мәктәп тормошонда уҡытыусы һөнәре менән тренер эшен уңышлы үреп алып барһа ла, Хәлит Сәлтәшевтың йәненә икенсе өлкә яҡыныраҡ тойола, үҙен тренер хеҙмәтенә генә бағышлаһы, юғарыраҡ бейеклектәрҙе яулағыһы килә. Шул икеләнгән осорҙа дуҫы, Мораҡ егете Олег Измяков Күгәрсен районында эш барлығын киҫәтә.

 Әлбиттә, хозур тәбиғәте, данлы шәхестәре менән билдәле Күгәрсен ере Хәлит Хөрмәтулла улын да үҙенә тарта. Спорт комитетын етәкләгән Рәил Аҡсанов менән һөйләшеп, ул 2002 йылда спорт мәктәбендә тренер булып ең һыҙғанып эш башлай.

 Тәүге көндәрҙән үк талапсан, бала йәнле тренерға уҡыусылар ҙур теләк менән күпләп йөрөй башлай, бер-нисә төркөм йыйып шөғөлләнергә тура килә. Тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһен оҙаҡ көттөрмәй – Баймаҡ ҡалаһында уҙған республика беренселегендә Павел Попов, Евгений Легаевтар еңеү яулай. Хәлит Сәлтәшевтың тәрбиәләнеүселәре даими рәүештә Башҡортостандың ҡатнаш командаһына эләгә. Егеттәр генә түгел, бокс ҡыҙҙарҙы ла үҙенә йәлеп итә. Наташа Феофанова, Гүзәл Айытҡолова уҡыуҙа ла гел алдынғы, бокс буйынса ла төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, ҙур еңеүҙәр яулай. Спорт һөйөүселәргә исеме яҡшы таныш булған Элина Динеева өс тапҡыр Рәсәй кимәлендә чемпион исемен яулай. Үҙе лә Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлап, Урал (ГУФК?) академияһы филиалы – Башҡорт физкультура институтына уҡырға инде. Бәлки, тыуып үҫкән еренә ҡайтып, киләсәктә яратҡан тренеры эшен дауам иттерер әле, кем белә... 5-се класстан башлап бокс секцияһына йөрөп көс туплаған, үҙ категорияһында Башҡортостан беренселегендә ике тапҡыр чемпион булған, шулай уҡ Рәсәй буйынса уҙған матчтарҙа республиканың ҡатнаш командаһында сығыш яһап, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән Дамир Алсынбаев Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 11-се класында уҡый. Уға ла тренер ҙур өмөттәр бағлай.

 Бокс секцияһында әлеге ваҡытта 3 төркөмдә 50-нән артыҡ үҫмер шөғөлләнә. Улар араһында әле яңыраҡ ҡына ҡанат нығыта башлаған малайҙар ҙа, Башҡортостан беренселегендә ҡатнашып, еңеү яуларҙай, яңы үрҙәргә уҡталырҙай ыласындар ҙа бар. Бар ғүмерен, бар булмышын балаларға, спорт мәктәбенә бағышлаған таһыллы тренерға киләсәктә лә тынғыһыҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен, үҙе үҫтергән ыласындарҙың яңынан-яңы бейеклектәр яулауын күреп ҡыуанырға булһын!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас