Сәләмләү һүҙендә Радий Хәбиров республикала хәрби хеҙмәткәрҙәр менән берлектә ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторолдо тип билдәләне.
- Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән кәңәшләштек. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштергән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған йәмәғәт ойошмаһын булдырырға кәрәклеген аңланыҡ, - тине Башҡортостан Башлығы. – Республиканың идара итеү командаһы ассоциацияға ҙур иғтибар бүлә, уның эшләй алырлыҡ компетентлы, көслө уҙаҡташ булыуы беҙҙең өсөн мөһим.
Ассоциация алдында торған бурыстар иҫәбендә төбәк етәксеһе һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе, инвалидтар хаҡында хәстәрлек күреүҙе, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштыуҙы һәм уларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итеүҙе, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙе атаны.
- Йәштәр өсөн һеҙ – Башҡортостанды яратҡан һәм уның менән ғорурланған ысын ир-егет, илһөйәрлектең тере миҫалы. Был мөһим эш менән шөғөлләнеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ, - тине Радий Хәбиров.
***
Башҡортостандағы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, ойошма төбәккә ҡайтҡандарҙы республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, үҫеп килгән быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
- Беҙҙең эшмәкәрлек күп яҡлы һәм кешеләргә реаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Беҙ республика власы органдарының тулы хоҡуҡлы уҙаҡташтары булдыҡ. Беҙгә кеше килгәс, ул таныҡлыҡ ҡына алмай, ә ҙур ғаилә таба. Бөгөн беҙҙең берләшмәлә меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр, - тип билдәләне Оскар Ситдиков. – Беҙҙең маҡсат – һәр муниципалитетта берҙәм ярҙам үҙәге булдырыу, шулай итеп, һәр ветеран йәки уның ғаилә ағзаһы бер урынға килеп, бөтә кәрәкле әхлаҡи, юридик, психологик ярҙам, эшкә урынлашыуҙа ярҙам ала ала. Был офис ҡына түгел, ә аралашыу, реабилитация, уҡыу өсөн урын – йәмғиәт менән бәйләнеште тергеҙеү урыны.
Бынан тыш, ассоциацияла башҡарма директорҙың эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса урынбаҫарҙары вазифаһы ндерелә. Был структур үҙгәрештәр системалы ҡараш һәм һәр эш йүнәлеше өсөн шәхси яуаплылыҡ менән тәьмин итәсәк.
***
Республиканың вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссияның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эше тураһында һөйләне.
Уның составына төбәк Хөкүмәте, бөтә профилле ведомстволар һәм төп йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инә. 2023 йылдың апреленән был комиссияның 34 ултырышы үткән, шул иҫәптән алты күсмә ултырыш. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 217 йөкләмә төҙөлгән, шуларҙың 173-ө үтәлгән. Бынан тыш, Комиссия ҡарарҙарын иҫәпкә алып, республика ярҙам саралары исемлеген тәүге 37-нә 54-кә тиклем киңәйтәләр.
Вице-премьер шулай уҡ 2,4 меңдән ашыу яугирҙың хәрби хеҙмәттән китеүҙәре һәм республикаға ҡайтыуҙары тураһында хәбәр итте.
Уларҙың мең ярым самаһы шифахана-курорттарҙа дауаланған. Ҡайтҡан яугирҙарҙың яртыһынан күберәге эшкә урынлаштырылған. Хәрби хәрәкәттәр эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн психологик һәм психотерапевтик ярҙамды 1228 кеше алған.
- Өйҙәренә ҡайтҡан бөтә егеттәр ҙә шәхси иҫәпкә алынған. Һәр кемгә остаз беркетелгән, ә эш адреслы һәм теүәл алып барыла, - тип билдәләне Руслан Хәбибов. – Улар өсөн тейешле медицина, психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеүҙә комплекслы ярҙам ойошторолоуы мөһим.
***
Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы республикала Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы муниципаль вәкилдәренең район һәм ҡала етәкселеге менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен ойоштороу мәсьәләһен өйрәнергә тәҡдим итте.
- Эшмәкәрлегегеҙ һөҙөмтәле булһын өсөн власть органдары меәнн кәңәшләшеп эшләргә кәрәк. Һеҙҙе муниципаль идара итеү командаһына нисек берләштерергә мөмкинлеген уйларға кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары менән тура бәйләнештә булыуығыҙ мөһим. Был бөтә мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, - тип аңлатты Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе 2025 йылдың 1 октябренә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарҙы генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы менән бүләкләүҙе юллау өсөн регламент әҙерләргә ҡушты.
***
Артабан сара “Һорау-яуап” форматында дауам итте. Атап әйткәндә, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу, төбәктә адаптив спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура булдырыу, Өфөнөң медицина учреждениеларында протезлауға федераль сертификат менән файҙаланыу, республика колледждарының бюджет урындарына махсус хәрби операцияла ҡатнагшыусыларҙың балаларын уҡырға индереү темалары ҡыҙыҡһындырҙы. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостандағы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаларына дәүләт награларын тапшырҙы һәм уңыштар теләне.
- Беҙ һеҙҙең ойошмаға етди ҡарайбыҙ һәм уңышлы эшләүегеҙҙе теләйбеҙ. Махсус хәрби операция ветерандары менән муниципалитет хакимиәттәре, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы хеҙмәттәшлек итә. Әммә шулай уҡ улар менән хәлде эске яҡтан белгән кешеләрҙең эшләүе мөһим. Барығыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.
Р.ИСҠУЖИНА әҙерләне.
Фото glavarb.ru сайтынан алын