

Марс ЙӘҺҮҘИН
Ярҙа
Йылға буйлап һал килә. Һал өҫтөндәге егет ҡырын төшөп ятҡан да әллә ниндәй уй-фекерҙәр эсенә инеп киткән.
Рөстәм, ағымдың көсәйә башлауын һиҙеп, тороп ултырҙы, һал өҫтөндә ятҡан ҡолғаһын алды, турайып баҫты, ян-яғына күҙ ташланы. Ат дуғаһын хәтерләтеүсе боролошҡа яҡынлашып килә ине ул. Йылғаның боролоштан һуңғы дауамы ла бынан күренеп тора, ана, ул урында текә яр. Егеттең ҡарашы сәйер бер күренешкә юлыҡты: боролош барлыҡҡа килтергән ярымутрауҙың муйынтығын киҫеп, оҙон ғына соҡор һуҙыла. Уның был яҡ башын инде үлән баҫып өлгөргән, ә яңы ҡаҙылған теге яҡ башында бер ҡарт ҡыймылдай.
Шул саҡ һалды көслө ағым эләктереп алды һәм, бәреп ватырға теләгәндәй, уң яҡтағы текә ярға табан ағыҙа башланы. Егет, ҡолғаһы менән йылға төбөн ҡапшай-ҡапшай, ағым менән тартҡылашырға кереште. Ҡарт күҙҙән юғалды. Яр башында бер нисә ауыл өйө күренеп үтте.
Боролошто үтеүгә, әлеге лә баяғы ҡарт күренде. Ул көрәк менән ер ҡаҙа ине. “Ни бысағыма икән инде был соҡор бында?” – тип һораны егеттең ҡыҙыҡһыныусанлығы. “Нимәгә кәрәк әле ул һиңә? Юлыңда бул!” – тип бойорҙо аҡылы. Ләкин, кешеләрҙә йыш ҡына була торған ғәҙәт буйынса, ҡулдары аҡылына түгел, ниндәйҙер башҡа бойороҡҡа буйһоноп эш итә ине кеүек: оҙаҡ та үтмәне, һал ярға килеп терәлде.
– Бабай, һуғыш бөттө бит инде, нимәгә был траншея?
– Һуғыш бер ҡасан да бөтмәй икән ул, улым.
Көрәген ергә ҡаҙаны ла, аяҡтарын соҡорға һалындырып, сиҙәмгә ултырҙы. Рөстәм дә уның янына килеп сүгәләне.
– Шулай ҙа, нимәгә был соҡор? – тип туранан-тура һораны егет.
– Әле генә беҙҙең ауыл янынан уҙҙыңмы? Нимә күрҙең?
– Өйҙәрегеҙ ярға бигерәк яҡын ултырған.
– Бына шул шул. Яҙғы ташҡын йыл да ике-өс өйҙө алып китә. Ауыл бөтөп бара инде.
– Мин дөрөҫ уйлайыммы? Тимәк, был соҡор...
– Үҙемә ант итеп әйттем: йылғаны ошонан бороп ебәрмәйенсә үлмәйем, тип. Ете йыл ҡаҙыйым инде.
– Ете йыл? Бер үҙегеҙ? Көрәк менән? – Рөстәмдең ғәжәпләнеүе сиктән ашҡан ине. – Экскаваторға бында бер көнлөк эш бит. Беҙҙең заманда инде...
– Икскаватыр? Бар, һорап ҡара һин уны, искаватырҙы. Әйе, бирҙе ти уны һиңә персиҙәтел.
Бәләкәй генә буйлы, ҡояшта янып ҡарайған ҡаҡса йөҙлө, зәңгәр күҙле был ҡарт Рөстәмгә таныш кеүек ине. Иҫенә генә төшмәй. Ниһайәт, һораны:
– Бабай, район гәзитендә яҙманылармы һеҙҙең турала?
– Яҙғандар ине. Еңеү көнө уңайынан.
Ҡарт ялт ҡына ауыл яғына табан күҙ ташлап алды. Аҫылма күпер буйлап бер әбей сығып килә ине.
– Ана, минең ҡарсыҡ килә, – тине. – Һин китмә, ҡустым, йәме, хәҙер сәй эсербеҙ.
Ҡартларға хас булмаған етеҙлек менән торҙо ла быҫҡып ятҡан усаҡ өҫтөнә сыбыҡ-сабыҡ ырғытты. Сәйнүген тағанға элеп ҡуйҙы. Тирә-яҡҡа йәм кереп китте. Рөстәм үҙен ҡунаҡҡа саҡырылған кеүек хис итте.
– Бына шулай инде, ҡустым, һуғышта ла ошондай уҡ соҡорҙар ҡаҙыуҙан баш сыҡмаған ине.
– Бабай, яңғылышмаһам, һеҙҙең күкрәгегеҙҙә орден ине. Уны нимә өсөн бирҙеләр?
– Йөҙә белмәгән өсөн.
– Гәзиттә улай яҙылмаған ине буғай.
– Кем ундай нәмәне гәзиткә яҙа инде?! Хәбәрсегә һөйләгән инем һөйләүен... Нәҡ бына ошо урындағы кеүек, йылға аръяғында беҙҙең плацдарм ине. Бер ваҡыт немец ҡыҫырыҡлай башланы. Башты күтәрер хәл юҡ, бөтә төр ҡоралдан яуҙыра ғына. Командир үлде, комиссар ҡаты яраланды. Көн аҙағына ротанан ни бары унлап кеше ҡалдыҡ. Ниһайәт, сигенергә приказ килде. Иптәштәрем һыуға ташланды, ә мин йөҙә белмәйем. Батып үлгәнсе атып үләм, тинем дә ҡалдым. Яраланып, аңымды юғалтҡанмын. Төндә үҙебеҙҙең разведчиктар табып алған... Фронтта, минеңсә, бөтә нәмәне ҡотолғоһоҙ тип ҡабул итәһең. Шулай булырға тейеш, башҡаса була алмай. “Катюша” снарядтары үҙебеҙҙекеләр өҫтөнә төшөп шартлаған осраҡтар ҙа булды. Частар алға китә, ә былар ул турала белмәй.
Ҡарттың “йөҙә белмәгән өсөн” тигәнен егет, билдәле инде, шаяртыу тип аңланы. Ошондай йылға буйында йәшәп, нисек йөҙә белмәй инде?
Бына әбекәй ҙә килеп етте. Тағын бульдозер тураһында һүҙ ҡуҙғалды.
– Ҡул менән ҡаҙырға күнеккән инде беҙ, ҡаныбыҙға һеңгән инде ул беҙҙең, – тине ҡарсыҡ. – Үҙ ваҡытында мин район юлын төҙөүҙә ҡатнашҡан инем. Носилкалар менән ташыйбыҙ балсыҡты. Норма бирелә. Хисапсыға үлсәргә яйлы булһын өсөн шаҡмаҡ формаһында ҡаҙып алырға ҡушыла. Эй күңелле ине! Йәштәр барыбыҙ ҙа, бергә эшләйбеҙ. Төнө буйы йоҡламай уйнап сығабыҙ. Ятырға ла өлгөрмәйбеҙ, Сталин Миңлеғәли типкеләй-типкеләй уята ла башлай: “Тороғоҙ, тор! Эшкә! Мин ҡушмаған һеҙгә төнө буйы йөрөргә!”
Бер аҙҙан йылға буйына, сыр-сыу килеп, бала-саға төштө. Тирә-яҡ көлөү, һыу сәсрәтеү ауаздары менән тулды. Һыйыр мөңрәне. Көтөүсе сыбыртҡыһы шартланы. Бөтә тауыш, буш мискәләге шикелле, яңғырап ишетелә ине.
Шул саҡ йыраҡта ниндәйҙер ят тауыш ишетелде. Башта ул тоноҡ ҡына гөрөлдәй ине. Ләкин ул, көсәйгәндән-көсәйә барып, трактор тауышы икәне аңлашылды. Күп тә үтмәй ул тирәктәр араһына ла килеп инде. Һәм, башҡа тауыштарҙы еңеп, тирә-яҡҡа үҙе генә хужа булып яңғырарға тотондо.
– Нимә, бабай, “ярты”ңды әҙерләнеңме? – тине тракторсы, кабинаһынан төшөр-төшмәҫ.
– Күпме әйтергә һиңә? – тине ҡарт. – Кәрәкмәй миңә улай, үҙең теләмәгәс. Һинән башҡа ла ҡаҙып бөтөрәм мин уны.
– Юғиһә, бер сәғәтлек эш инде был миңә. Ә былай һин тағын өс йыл этләнәһең әле.
– Этләнһә ни, һинең унда ни эшең бар?
Шулай тине лә тракторсыға артын бороп ултырҙы. Мейес эсендәге ялҡын ҡапҡас тишектәре аша нисек сағылһа, Рөстәмдең йөрәк уты ла күҙҙәрендә шулай сағыла ине. Уның һикереп торғоһо һәм, тракторсыны елкәһенән алып: “Һин, егет, кем менән һөйләшкәнеңде беләһеңме?” – тиәһе килә башланы. Ҡарт, егеттең ынтылышын һиҙеп, уның теҙенә ҡулын һалды:
– Кәрәкмәй, – тине. – Динһеҙ ул. Аллаһтан да ҡурҡмай, үҙ күсәре лә юҡ. Ундайҙарҙы, күк менән ер араһында, тиҙәр. Һин уны йоҙроҡ менән генә тура юлға сығара алмайһың.
Рөстәм тыныслана төштө, ҡарт тураһында уйланы. Ул арала ҡарсыҡ ҡартына һиҙҙермәй генә үҙе менән алып килгән моҡсайға үрелде. Ымлап ҡына тракторсыны ситкәрәк, тирәк артына саҡырып алды. Моҡсайҙан шешә сыҡты, ул шундуҡ тракторсының тәрән кеҫәһенә инеп сумды...
– Ни булды быңа? – тине ҡарт, экскаваторҙың ҡаҙа башлауын күреп. – Аҡылы алмашынды мәллә был бәндәнең?
Бер сәғәттән эш тә бөттө. Һәм, тегендә-мында ишелеп төшкән балсыҡ киҫәктәрен алып ташлағас, соҡорҙоң буйынан-буйына үҙенә яңы юл ярып, тар ғына йығасыҡ та аға башланы.
Ҡарт янына көтөүсе килде.
– Тәки үҙеңдекен иттең, ә?! – тине.
Ҡарт, уның менән һөйләшеп тороуҙы кәрәк тапмайса, көрәген, сәйгүнен алды. Китергә йыйынып:
– Ҡарсыҡ... – тине.
Һәм киттеләр. Көтөүсе: “Берәү ҙә уның ҡаҙып сығасағына ышанманы, көләләр генә ине...” — тип ҡуйҙы. Рөстәм, көтөүсенең доньяла барлығын да онотоп, ҡарт менән ҡарсыҡтың арҡаларына текәлде. Тормоштоң ауыр йөгөнән бөгөлә төшкән был арҡалар... Нимә менәндер үҙҙәренә тарта ине улар...
Рәссамдарҙың ҡартайып, кәкрәйеп бөткән тирәктәрҙе һүрәтләргә яратыуын аңламай ине Рөстәм. “Ниңә инде матур, зифа буйлы ағастарҙы төшөрмәҫкә?” – тип уйлай ине. Бына хәҙер, ошо минутта ғына аңлай башланы: ҡарт ағастарҙың бит тарихы бар, үткән юлы, артта ҡалған ғүмере бар. Ана шуның менән улар үҙҙәренә тарта, беҙ аңлап та еткермәгән юлдар менән күңелдәрҙе таҙарта, сафландыра, шишмә башыбыҙға алып ҡайта икән бит!..