Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентября 2025, 09:30

Урманды һаҡлау – төп бурысы ла, яратҡан эше лә

Бала саҡтан урман юлын тапап, тәбиғәт ҡосағында наҙланып үҫкәнгәлерме, урмансыларға ҡарата ихтирам-хөрмәт хистәре йөрәктең түрендә мәңгелеккә урын алған. Тынғыһыҙ хеҙмәте менән урман байлығын һаҡлаусы һәм йөҙгә тапҡырлаусы, унан аҡыл, намыҫ менән файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе  “йәшел хазина”быҙ һаҡсылары бит улар!  Яҙмабыҙ геройы – “Күгәрсен урман хужалығы”ның Күгәрсен участка лесничийы Илшат Маннанов был өлкәлә 1998 йылдан башлап эшләй. Үҙе һайлаған һөнәргә, тыуып үҫкән еренә йәне-тәне менән береккән булдыҡлы ир аҫылына тыуған яҡ урмандарында һәр ҡыуаҡ, һәр һуҡмаҡ яҡшы таныш.

Урманды һаҡлау – төп бурысы ла, яратҡан эше ләУрманды һаҡлау – төп бурысы ла, яратҡан эше лә
Урманды һаҡлау – төп бурысы ла, яратҡан эше лә

“Күгәрсен урман хужалығы”н бөтәһе 6 – Энәк, Эйек, Мораҡ, Наҡаҫ, Йомағужа, Күгәрсен участкаһы тәшкил итә. Нәҡ аҙаҡҡыһының участка урмансыһы булараҡ, Илшат Азат улы иңдәренә Муса ауылынан башлап Ейәнсура менән сиктәш, Ҡасҡын, Санъяп, Ҡыҙылташтан Ырымбур сигенә тиклем һуҙылған 25 мең гектар урман зонаһы өсөн төп яуаплылыҡ төшә.

- Урман һағында тороу, йәғни рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға юл ҡуймау һәм янғын осраҡтарын булдырмаҫ өсөн эш алып барыу – беҙҙең эшмәкәрлектә төп йүнәлештәр, төп бурыстар булып тора. Үҙең яуап биргән урман биләмәһен даими күҙәтеү аҫтында тотор өсөн ай һайын 12-15 тапҡыр патрулгә сығырға тура килә, йыл әйләнәһенә 100-ҙән ашып китә. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Урман”, “Шыршы” операциялары сиктәрендә патрулгә сығабыҙ. Диләнкә алған кешеләргә урын күрһәтеү, билдәләү, аҙаҡ тикшереп, ҡабул итеү ҙә беҙҙең бурысҡа инә. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар һаны кәмене хәҙер, сөнки штрафтар юғары. Йәйҙәр ҡоро килгәндә, янғындар бер туҡтауһыҙ булғанда, бар тармаҡ эшсәндәре, халыҡ дружиналары, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәкәрҙәре менән төп көстө янғын һүндереүгә йүнәлтергә тура килде.  Былтыр-быйыл йәй ямғырлы килгәс, исмаһам, был яҡтан тынысыраҡ булды, - тип эше тураһында ҡыҫҡаса әйтеп үтте урмансы.

 Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эш алып барыу, үҙ участкаһында башҡарған хеҙмәте өсөн отчёт биреү һәм башҡа кеше күҙенә күренмәгән эштәре бихисап урмансының. Әммә иртә таңдан ҡара төнгә тиклем дауам иткән эшенән һис арымай Илшат Азат улы, сөнки тыуған яҡ гүзәллеген ҡурсалау, һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыуҙы ул ярһыу йәшлегендә үк үҙенең миссияһы итеп тойоп, ғүмерлеккә шул юлды һайлай. Эшкә таһыллыҡ та һөйөклө ата-әсәһенән, уңғандар төбәге тип дан алған ауыл тупрағынан уҡ һалынған уға.

Илшат Маннанов тураһында гәзиттең 19-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас