Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2025, 10:37

Картуф серемәһен тиһәгеҙ

Быйылғы йәй ҙә сағыштырмаса ямғырлы булды. Күптәр картуфының һыулы булыуы, остары ҡарайыуы тураһында борсолоу белдерә. Картуфты ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн ябай ғына бер кәңәш.

Күптәр баҡса тултырып сәскән картуфының һыулы булыуы, әле үк тимгел-тимгел ҡара тап төшөүе тураһында борсолоу белдерә. Бындай картуфты ҡышҡылыҡҡа һаҡлап булырмы  икән, тип бошона халыҡ. Бына шундай осраҡҡа бер кәңәш.

Һарайҙың йәки берәй ҡаралтының иҙәненә ҡалын ғына итеп ҡоро бесән йәки һалам түшәгеҙ ҙә өҫтөнә картуфығыҙҙы йәйеп һалығыҙ. Уның өҫтөнә тағы бер ҡатлам бесән йәки һалам һалығыҙ. Ошо килеш тәүге көҙгө һыуыҡтар төшкәнсе ҡалдырығыҙ. Ҡоро бесән картуфтағы барлыҡ артыҡ дымды әкренләп һурып алып бөтәсәк, тип кәңәш бирәләр. Ошо ысул менән киптерелгән картуфты хәүефләнмәйенә баҙға һалырға мөмкин, тиҙәр.

Уңышығыҙҙың мәнфәғәтен күрегеҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас