Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2025, 07:39

Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙур

Эшкә һәм тормошҡа дәрт-сәме осҡонло күҙҙәренән үк һирпелеп торған Руслан Саттаровты тирә-яҡта уңышлы эшҡыуар булараҡ беләләр. Мәрхәмәтле йөрәкле ир аҫылының районда төрлө изге эштәргә, төрлө тармаҡтарға ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тороуы хаҡында ла, бәлки, күптәрегеҙ хәбәрҙар.  “Мораҙым” гәзитенә бағымсылыҡ ярҙамын күрһәткәне өсөн яңыраҡ Руслан Таһир улына Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙыҡ һәм бер ыңғай йомарт күңелле, булдыҡлы эшҡыуар менән әңгәмә ҡороп алырға ла йөрьәт иттек.

Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙурАҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙур
Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙур

Руслан Таһир улы тыумышы менән Фёдоровка районы Юрматы ауылынан булып сыҡты. 1980 йылда әсә-атаһы Мораҡ ауылына килеп төпләнгәндә, уға ни бары 4 йәш була. Ошонда буй еткереп, ошонда ҡанат нығыта һәм ғүмерлеккә Күгәрсен еренә ерегә ул.

 Мораҡ 1-се урта мәктәбендә уҡыған осоронда спортҡа һәм белемгә әүәҫ була. Саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмай, ҡул һуғышы секцияһында әүҙем шөғөлләнә. Мәктәпте гел матур билдәләргә тамамлап,  1995-2000 йылдарҙа Мәскәү дәүләт коммерция университетының Өфөләге филиалында иҫәп алыу – финанстар факультетында белем ала.

 “Бизнесҡа осраҡлы ғына килеп эләктем” тиһә лә, Русландың мәктәптә яҡшы уҡыуы, үҫмер сағында техникаға әүәҫлеге, абруйлы уҡыу йортонда иҫәп-хисапҡа бәйле юғары белем алыуы эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге бөгөнгө уңыштарына нигеҙ һалыусы беренсе баҫҡыстар булып тора ла инде.

 - Эшҡыуар булам да, үҙемә-үҙем хужа булам, тип уйлағандар бик яңылыша. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күргең килһә, тап киреһенсә килеп сыға шул. Беҙҙең эштә, мәҫәлән, һинең тормош, һин үҙең дә клиенттарға бәйле. Рейтингты төшөрмәҫ өсөн ял көндәрен дә һин эшеңә, клиенттарыңа бағышларға тейешһең, шунһыҙ булмай, - ти эшҡыуар.

 Бар булмышын эшҡыуарлыҡҡа бағышлаған ышаныслы аҙымлы, ныҡ елкәле Руслан Саттаров тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың 38-се һанынан уҡығыҙ.

 

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас