

Билдәле булыуынса, сентябрҙең 7-һенән 17-һенә тиклем республикабыҙҙа III “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионаты үтте. Роснедр һәм Рәсәй Хөкүмәте инициативаһы менән башланған һәм Рәсәй Геология йәмәғәт ойошмаһы (РОСГЕО) тарафынан ойошторолған сара Башҡортостанда инде өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Беренсе чемпионат 2023 йылда үтә һәм ҡатнашыусыларҙың, эксперттарҙың юғары баһаһын ала. Ул саҡта унда Рәсәйҙең 17 төбәгенән 20 команда һәм Ҡаҙағстандан бер команда ҡатнаша. Өс йыл эсендә проект дүрт континент вәкилдәрен йыйған халыҡ-ара ваҡиғаға әүерелә.
Был юлы Башҡортостандың уникаль тәбиғәт ресурстарын һәм геологик киҫелештәрен тикшереү өсөн илебеҙҙең 22 төбәгенән һәм донъяның 16 иленән - Белорусия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай, Мысыр, Гана, Гвинея, Эфиопия, Көньяҡ Африка, Зимбабве, Буркина-Фасо, Ираҡ, Палестина, Алжир, Мозамбик, Монголиянан 38 команда килде.
Баш ҡалабыҙҙың “Торатау” конгресс-холында сараны асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Роснедр етәксеһе Олег Казанов ҡатнашты.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, “ГеоВызов” геологияға ҡағылышлы һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға, студенттарҙың күнекмәләрен үҫтереүгә һәм йәш белгестәр менән эш биреүселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең белемен күрһәтеүҙән тыш, тармаҡтың алдынғы компанияларында стажировка үтеү мөмкинлеге лә алған. Чемпионат иһә 12 дисциплинаны - радиометрия, минералогия һәм петрография, палеонтология, гидрогеология, нефть һәм газ, кристаллографияны үҙ эсенә алған. Ярыштарҙан тыш, йәш геологтар Өфө һәм Башҡортостандың тәбиғәте менән танышыу өсөн иҫтәлекле урындар буйлап сәйәхәткә сыҡты.
Мораҙым тарлауығында йәш ғалимдарҙы һәм студенттарҙы районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәрҙәр дәртле йыр-моң, ҡымыҙ һәм сәк-сәк ҡаршы алды. Йәштәр бик дәртле булып сыҡты: мәҙәниәт эшсәндәре, район мәҙәниәт һарайының “Ынйылар” фольклор ансамбле ҡатнашыусылары, “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле бейеүселәре менән рәхәтләнеп башҡорт көйҙәренә бейене; “Мәргән уҡсы”ны етәкләгән Линар Сәйфетдинов менән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Ленар Абдуллиндан оҫталыҡ дәресе алып, уҡтан атты; балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары ойошторған арҡан тартышыу, үләндә саңғыла йөрөү кеүек ярыштарҙа ҡатнашты.
Иманыбыҙ камил: Мораҙымдағы мәмерйәләр һәм зубрҙар менән танышыу, мәғрур тауҙарға менеү ҙә ҡунаҡтарҙың күңелендә онотолмаҫ сағыу тәҫораттар уятҡандыр!
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
- Башҡортостан “ГеоВызов” өсөн уникаль майҙансыҡ булып тора.
Бында ҡыҙыҡлы геологик һәм төрлө тәбиғәт ландшафттары тупланған. Үткән аҙнала ғына ЮНЕСКО советы ҡарары менән “Торатау” республика геопаркына ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай итеп, республика биләмәһендә ЮНЕСКО-ның ике объекты – “Янғантау” һәм “Торатау” урынлашҡан. Бер ай элек Кешелектең бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре индерелде -был да ҡаҙаныш.