Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2025, 11:50

Донъяһын сәскәгә күмгән Фариза апай

  Һәр уңышлы ир-аттың артында аҡыллы ҡатын-ҡыҙ тора, тиҙәр. Тормоштоң һәр көнөнә йәм табып, донъяны балҡытып йәшәгән Фариза апай Диңгеҙбаеваны ла ҡыйыу рәүештә нәҡ шундай аҡыллы, көслө гүзәл заттар рәтенә индерергә булалыр: оҙайлы йылдар хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәйзулла Рәхмәт улы “минең хеҙмәт өлкәһендә уңышҡа өлгәшеүемдә һөйөклө ҡатынымдың да өлөшө ҙур” тип юҡҡа ғына әйтмәй бит! Иренә терәк булып ҡына ҡалмаған геройыбыҙ, үҙе лә намыҫлы хеҙмәт юлы үткән, халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанған. 

Донъяһын сәскәгә күмгән Фариза апайДонъяһын сәскәгә күмгән Фариза апай
Донъяһын сәскәгә күмгән Фариза апай

Яҡшембәт ауылында Ғилмисара һәм Мәхәмәтдин Хәсәновтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫә Фариза апай. Өс малай, биш ҡыҙ араһында иң кесеһе булған һөйкөмлө сабыйҙы барыһы ла бик ярата, шулай ҙа ул иркә бала булмай, бәләкәйҙән тырыш, эшсән булып буй етә. Уҡыуҙа ла һынатмай, Мораҡ 1-се урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ киләсәктә уҡытыусы булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1974 йылда уны уңышлы тамамлай.

 Ошо уҡ йылдың көҙөндә Яҡшембәт һылыуы яҙмышын Сапыҡ ауылы егете Ғәйзулла Диңгеҙбаев менән бәйләй. Йәштәр Яҡшембәттә таныша, Ғәйзулла ағай иптәше Алимдың туйында кейәү мөгәре булып килә һәм оҙон ҡара сәсле, йөҙҙәренән нур бөркөлгән һылыуҡайҙы күреп, башын юғалта. Дилбегәне оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ул, ике-өс айҙан яусы ебәрә һала. Август айында никах, сентябрҙә иһә гөрләтеп туй үткәрәләр.

 Әйткәндәй, ғаилә башлығы үҙе лә Күмертау педагогия училищеһын тамамлаған. Өйләнгәнгә тиклем армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Йәштәр ғаилә ҡорғас, икеһенә лә бер ерҙә эш табыу уйы менән мәғариф бүлегенә бара. Табайым тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, шул көндө Волостновка мәктәбе директоры Рәшит Хисам улы ла педагогик коллектив штатын тулыландырыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн Мораҡҡа килгән була. Яңы өйләнешкән парҙың эш эҙләүен белеү менән үҙҙәренә эшкә саҡыра.

 Фариза Мәхәмәтдин ҡыҙын өлкән вожатый итеп эшкә алһалар ҙа, ғәмәлдә ул мәктәптә төрлө саралар ойоштороуҙан, тәрбиә эшенән тыш, физик культура, һүрәт төшөрөү, черчение дәрестәрен дә алып бара. Йәш саҡ – дәртле саҡ, йөҙөп йөрөп эшләй йәш белгес. Военрук, физик культура уҡытыусыһы булып эшләгән һәм Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында ситтән тороп уҡыған тормош иптәше сессияға киткән ваҡытта уның, сирләп киткән башҡа уҡытыусыларҙың  дәрестәрен алып барыу, стена гәзиттәре сығарыу, сборҙар, ярыштар, кисәләр үткәреү   кеүек төрлө ваҡиғаларға бай була тәүге хеҙмәт йылы.

 Киләһе йылғы уҡыу йылын иһә яҡташыбыҙ Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Пионерҙар йортонда методист булып ҡаршылай, сөнки ул ваҡытта юристарға ҡытлыҡ булғас, уҡып бөткәнен дә көтмәй, Ғәйзулла ағайҙы күрше районға прокурор ярҙамсыһы итеп эшкә ебәрәләр.

 ЗАГС бүлеге мөдире булып та эшләй унда Фариза апай. Шул осорҙа паспорттарҙы алмаштырыу бара, бынан тыш, кемдер тыуыу, өйләнешеү тураһында таныҡлыҡ, башҡа төрлө белешмәләр ала, кемдер башҡа мәсьәләләр менән килә – һыу буйы сират йыйылып киткәндә йыш ҡына эштән һуң да ҡалып эшләргә тура килә. Урын-еренә еткереп эшләгәне, һәр кемгә асыҡ сырайлы, яғымлы булғаны өсөн бында ла яраталар уны. Ейәнсура яҡтары шуныһы менән дә уларҙың күңеленә яҡын: тәүге мөхәббәт емештәре Азат Иҫәнғолда тыуа.

Бер аҙҙан ғаилә башлығын прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы итеп эшкә күсереү сәбәпле, Диңгеҙбаевтар Ауырғазы районының Толбазы ауылына күсә. Фариза апай 1-се урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.

 Артабан инде Ғәйзулла ағайҙы Йылайыр районына прокурор тиеп тәғәйенләйҙәр. Энә ҡайҙа – еп шунда, тиҙәр бит, Фариза апай йәнә ире менән бөтөнләй сит-ят яҡҡа күсергә мәжбүр була. Бында ла ул яратҡан эшен дауам итә - Толбазыла тыуған ҡыҙҙары Гүзәлгә йәш тулғансы ғына өйҙә ултыра ла, мәктәпкә эшкә сыға. Тырыш педагог үҙ эшенә генә түгел, башҡа уҡытыусылар ауырып киткәндә уларҙы ла алыштырып торорға ла өлгөрә. Шул йылдарҙа республикабыҙҙың күп мәктәптәрендә башҡорт кластары асыла. Фариза Мәхәмәтдин ҡыҙы ла уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр араһында ла аңлатыу эше алып барып, Йылайырҙа башҡорт кластары асыуға ҙур өлөш индерә, башланғыс кластарға белем биреүҙән тыш, урта кластарҙа башҡорт теленән дә уҡыта.

  Ғаилә башлығы Әбйәлилгә прокурор булып эшкә күскәс, ике бала менән үҙе генә йәнә бер йыл Йылайырҙа йәшәй әле Фариза апай. Балаларҙы ҡарау, һыйыр, ҡаҙҙар аҫрау, иртә таңдан кискә тиклем һуҙылған тынғыһыҙ эш... Әңгәмәсебеҙ хәҙер инде нисек өлгөрөүенә үҙе лә аптырап, баш сайҡап ҡуя. Ул саҡта иһә көс-дәрт ташып тора, арыу-талыу һиҙелмәй ҙә...

 Әбйәлил районының Асҡар ауылында 26 йыл йәшәй Диңгеҙбаевтар. Иң матур, көслө ваҡыттары ла шунда уҙа. Гүзәлдәре ошонда 1-се класҡа уҡырға бара, икенсе улдары Ғаяз донъяға килә.

 Тормош иптәшен Бөрйән районына судья итеп эшкә күсергәс тә, Фариза апай Әбйәлилдән китергә теләмәй, шуға ла бер аҙҙан Ғәйзулла ағай ҡабат Әбйәлилгә ҡайта, хаҡлы ялға сығыр алдынан бер нисә йыл адвокаттар коллегияһы филиалын етәкләй, биш тапҡыр депутат булып һайлана.

 Фариза апай тәүҙә алты йәшлек балаларҙы мәктәпкә әҙерләй, башланғыс класс балаларына белем бирә. Шул уҡ йылдарҙа ситтән тороп Магнитогорский дәүләт университетының “Башланғыс кластарға белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы” йүнәлешендә юғары белем ала.

 Улар йәшәгән йортҡа ҡаршы, юл аша ғына балалар баҡсаһы төҙөлә. Юғары белемгә эйә булып, ҡулына диплом алғас, уға шунда мөдир булып барырға тәҡдим итәләр.

 Ҡайҙа ғына эшләһә лә үҙ эшен яратып, күңел һалып башҡарған юғары категориялы уҡытыусының хеҙмәте күп тапҡыр Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының, райондың һәм мәғариф бүлегенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнә.

 Һәр эшкә өлгөр ханым йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай, ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы була.

 10 йыл етәкләй ул балалар баҡсаһын. 34 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булған педагог ул.

 Бәхетле әсә лә ул - Фариза апай. Ҙур улдары Азат менән ҡыҙҙары Гүзәл атаһының юлын дауам иткән: икеһе лә Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған, береһе Өфө ҡалаһында “Уралсиб” банкында эшләй, икенсеһе - Күмертауҙа ҡала прокурорының өлкән ярҙамсыһы. Кесе улдары Ғаяз иһә Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алған, ул - Себерҙә нефтсе.  Бөгөн Диңгеҙбаевтарҙың төп байлығы – ейән-ейәнсәрҙәре Заһир, Марат, Нурлан, Данир, Әҙилә, Әйшә, Мөкминә.

 Алтын булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер, тиҙәр. Диңгеҙбаевтар ҙа йәш барған һайын тыуған ергә тартыла һәм Мораҡ ауылында матур йорт күтәреп, 2011 йылда тыуған ергә ҡайтып төпләнәләр. Уларҙың гөл-сәскәгә күмелгән нурлы, ҡотло йорттарынан кеше өҙөлмәй. Туғандар, балалар ҡыуанысын татып, ҡәҙер-ихтирамын тойоп, матур ғүмер кисерә матур пар.

 Боронғоларҙың әйткәне хаҡ: ир-егет ил терәге булһа, ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы. Ире менән бергәләп үҙ ҡулдары менән ҡорған донъяһына ҡот та, йәм дә өҫтәй гүзәл зат. Донъяларын шау сәскәгә күмгән геройыбыҙҙы бер һүҙ менән һүрәтләргә ҡушһалар, шулай тип әйтер инек: матурлыҡҡа ғашиҡ йән ул – Фариза апай!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

 

 

 

Донъяһын сәскәгә күмгән Фариза апай
Донъяһын сәскәгә күмгән Фариза апай
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас