

"
“Хатты 1941 йылдың 23 ноябрендә яҙам, хәйерле көн, ҡәҙерле ата-әсәйем! Мин әлегә һау-сәләмәт, һеҙгә лә донъяла яҡшылыҡ теләйем...”
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Бикеш ауылы уҙаманы Трусов Андрей Евдокимовичтың хаты шулай башлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут эсендә йөрөгән яҡташыбыҙҙың ҡатыны Трусова Матренаның исеменә яҙған был ике өсмөйөшлө хаты адресатҡа барып етмәй.
84 йылдан һуң был кескәй генә фронт сәләмдәре Архангельск ҡалаһының мәктәп китапханаһында табыла.
Аңлы, яуаплы кешеләр “Рәсәй – Башҡортостан” дәүләт телерадикопмпанияһы хәбәрселәре аша уларҙы Андрей Евдокимовичтың туғандарына тапшыра.
Үҙ сиратында улар тарихи әһәмиәтле документтарҙы Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырырға ҡарар итте.
Хаттарҙы беҙгә рәсми тапшырыу сараһы Мәләүез ҡалаһында - геройҙың ейәнсәре Анна Николаевна Ишмөхәмәтованың йортонда үтте. Был беҙҙең музей өсөн ысын мәғәнәһендә бик мөһим ваҡиға.
Өсмөйөшлө фронт хаттары Бөйөк Ватан һуғышы осоро рухы менән һуғарылған уникаль тарихи артефакттар булып тора. Улар беҙгә алыҫ ваҡиғалар кисерештәрен, айырылышыу ауырлығын, осрашыуға өмөт һәм еңеүгә ышанысты тойорға мөмкинлек бирә.
Үҙенең хаттарында фронтовик туғандарынан бик аҙ хәбәр булыуына, үҙе ун хат яҙһа ла, яҡындарынан икене генә алыуына зарлана. Атаһының исеме дөрөҫ яҙылмағанлыҡтан, ебәрелгән посылканы ала алмауына ла ҡайғыра.
Был ваҡытта улар Ленинград янында була. “Әммә беҙ бында ваҡытлыса торабыҙ, артабан ҡайҙа һәм ҡасан ебәрерҙәр икәнен белмәйбеҙ, бәлки, бында әйтерҙәр.
Тормош шундай, бөгөн бында, иртәгә тегендә, әммә өйгә дошманды тар-мар иткәс кенә ҡайтырбыҙ, әгәр иҫән булһаҡ, шул саҡта ҡайтырбыҙ...” - тип тамамлай ул бер хатын.
Өлкән ҡыҙына пальто һатып алыуҙарына ҡыуаныс белдерә. Күрше Сарлаҡ (Яңы Петровск) ауылынан яҡташы Иван Ляховты телгә ала. Ул башҡа взводтың командиры була. Уның тураһындағы мәғлүмәтте беҙ “Хәтер” китабында (Башҡортостан Республикаһының ун өсөнсө томында) таптыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сержант Иван Маркелович Ляхов та 1942 йылдың июленән алып хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
Ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре һөйләгәндәрҙән беҙ Трусов Андрей Евдокимовичтың ғаиләһе һәм яҙмышы тураһында белдек. Фронтовиктың дүрт балаһы була: Мария, Вера, Николай һәм Алексей (ул атаһы һуғышҡа киткәндән һуң тыуа).
Трусовтар ғаиләһе тураһындағы яҙмалар шулай уҡ архив документтарында, Яңы Петровка ауыл Советы фондында - Бикеш ауылының хужалыҡ китаптарында һаҡланған, уларҙы беҙгә Күгәрсен районы хакимиәтенең архив эштәре буйынса бүлеге начальнигы Земфира Хәлитова бирҙе.
Документтарҙан күренеүенсә, Андрей Евдокимович Трусовтың ғаиләһе, ысынлап та, Бикеш ауылында йәшәгән. Андрей Евдокимович үҙе 1901 йылда тыуған, ул ваҡытта һирәк осрағанса, грамоталы булған, һуғышҡа тиклем “Каганович” артелендә эшләгән. 1941 йылда РККА-ға (Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына) алынған тип иҫәпләнә, был уның һуғышҡа алыныуын аңлата.
Ғаилә составында - ҡатыны Матрена Константиновна (ул да уҡ артелдә эшләгән) һәм балалары Мария, Вера, Николай, Алексей, ә ҡыҙы Нина сабый сағында вафат булған тип күрһәтелгән. Артабан һуғыштан һуңғы осор яҙмаларында геройыбыҙ хәбәрһеҙ юғалған, Матрена Константиновна һәләк булған ире өсөн пенсия ала тип теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рядовой Андрей Трусовтың ғүмере 1942 йылдың мартында өҙөлә. Уға иң кесе улын күрергә һәм яҡындарын, туғандарын ҡосағына алырға насип булмаған", - ти Рөстәм Миңғәли улы Сәйетбатталов. .
Бөйөк Ватан һуғышында яугирының балалары үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөгән. Бөгөн уның 14 ейән-ейәнсәре, 30 бүлә-бүләсәре, 30 тыуа-тыуасары, 6 тыуаяты бар.
Уларҙың барыһы ла илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән. Ике бүләһе һәм кейәүе (бүләсәренең ире), ҡарт ҡартайҙары өлгөһөнә эйәреп, Тыуған илен яҡлауын дауам итә - уның именлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Яҡташыбыҙҙың өсмөйөшлө хаттары музейыбыҙҙың төп фондына инәсәк һәм үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаясаҡ. Был хаттар Бөйөк Ватан һуғышы экспозицияһына ҡиммәтле өҫтәмә булып торасаҡ, килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеп, уларҙа тәрән хистәр тыуҙырасаҡ. Йәш быуын өсөн улар олатайҙарыбыҙҙың һәм ҡартатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарының тере шаһиты булып хеҙмәт итәсәк, үҙ илебеҙ тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоһон нығытасаҡ һәм ғаилә традицияларын лайыҡлы дауам итергә рухландырасаҡ.
Фронт һәм тыл геройҙары тураһындағы хәтерҙе һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу үтә мөһим, сөнки тап уларҙың батырлығы арҡаһында беҙ тыныслыҡта йәшәйбеҙ.