

Бөтә ғүмерҙәрен гәзит эшенә бағышлап, әле хаҡлы ялда булған ветерандарыбыҙ редакцияла һәр саҡ көтөп алған ҡунаҡтар. Өлкән йәштә булһалар ҙа, ваҡыт табып редакцияға килеп йә шылтыратып, хәл-әхүәл белешеп, кәңәштәрен биреп, элеккеләрҙе һөйләп, хәтер яңыртып торған “тере тарих”тарыбыҙ булыуы менән бәхетле беҙ.
Оҙаҡ йылдар тәржемәсе, корректор булып эшләгән, бөгөн үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләгән хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ Тәнзилә Ғәйепйән ҡыҙы Сәлихова - ана шундай тынғыһыҙ йәнле апайҙарыбыҙҙың береһе.
Ул Яңауыл ауылында тыуып үҫә. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, тормош бик еңелдән булмаһа ла, артабан белем алыу өсөн Мораҡ башҡорт мәктәбенә юллана. Тырышып уҡып, төплө белем ала. Һәләтле ҡыҙҙы тәүҙә Яңауыл, һуңынан Бикес мәктәбенә уҡытыу эшенә ебәрәләр, бер юлы ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.
Тәнзилә апай район гәзитенә 1967 йылда килә. Был ваҡытта ул кейәүгә сығып, ғаиләһе менән район үҙәгендә төпләнә. Шул ваҡыттан алып үҙенең 40 йылдан ашыу ғүмерен гәзит эшенә бағышлай ул. Тәүҙә подчитчица (гәзит уҡышыусы) булып эшләй. Район гәзитен электән алдырғандар “Хеҙмәткә дан”дың “Мораҙым”ға әйләнгәнсе дубляж – рус гәзитенең тәржемәһе рәүешендә баҫылыуын яҡшы беләлер. Мәҡәләләрҙе рус теленән башҡорстаға тәржемә итеү нәҡ тәржемәселәр - Тәнзилә апай һәм уның хеҙмәттәштәре иңендә була. Эш араһында төрҙәш һөнәргә, машинкала баҫыуға, корректор эшенә өйрәнеп, йылдың-йылы отпускылар мәлендә машинисткаларҙы, корректорҙарҙы ла алмаштыра. Йәмәғәт эше, өҫтәмә бурыстар ҙа йөкмәтеп торалар уға – профсоюз комитетында казначей, кассир вазифаларын да алып бара.
Өлкән коллегабыҙ яңы эшкә килгән журналистарға ла терәк-таяныс булды, йәштәргә кәңәштәрен биреп, эш айышына төшөнөргә ярҙам итә торғайны.
Тәнзилә Сәлихованың намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан да лайыҡлы баһалана – бихисап район, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының почет грамоталары, рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Тәнзилә апай ике балаға – ҡыҙы Римма менән улы Аликҡа ғүмер һәм матур тәрбиә биргән. Хәҙер улар ҙа үҙ аллы тормош көтә. Ҡыҙы Римма хаҡлы ялда, Мораҡта йәшәй. Уның ҡыҙҙары Роза менән Нәдиә Өфөлә төпләнгән, улы Артур әсәһе янында.
Алик ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында тора, Эске эштәр министрлығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, отставкалағы полковник. Ул ҡатыны Ләйсән менән Асҡар, Алина исемле балалар үҫтерә, малайҙары 10-сыла, ҡыҙҙары 7-селә белем ала. Тәнзилә апай ҡарт өләсәй булырға ла өлгөргән, ейәнсәре Роза өләсәһен бүләсәрле иткән.