

Быуаттар төпкөлөнән килеп еткән иң ҙур байлыҡтарыбыҙҙың, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе ул – милли кейем. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәр Милли кейемдәр көнөн билдәләй. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнелә.
Шулай айҡанлы, бар республикала төрлө саралар уҙҙы. Бөгөн Мораҡ ауылындағы З.Биишева исемендәге паркта Милли кейем көнө уңайынан сағыу тамаша ойошторолдо.
“ #милликейемдәркөнө #деньнациональныйодежды #беҙбашҡорттар #күгәрсенрайоны #күгәрсенрайоныбашҡорттарыҡоролтайы