Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2025, 11:05

Күҙҙәрҙең насар күреүенә йоғонто яһаған нәмәләр күп

Доғалар уҡып өшкөрөүҙең  иҫ киткес көслө тәьҫире хаҡында йыш ишетергә тура килә. Бының, ысынлап та, шулай икәнлеген үҙебеҙ ҙә һынап ҡарағаныбыҙ бар. Иң мөһиме – ихлас күңелдән ышанып доға ҡылыу.  Күҙ насар күргәндә өшкөрөү доғаһы бар икәнен беләһегеҙме? Был доғаны ихлас күңелдән уҡып,үҙегеҙҙә һынап ҡарағыҙ әле, дуҫтар!

Күҙҙәрҙең насар күреүенә йоғонто яһаған нәмәләр күпКүҙҙәрҙең насар күреүенә йоғонто яһаған нәмәләр күп
Күҙҙәрҙең насар күреүенә йоғонто яһаған нәмәләр күп

Хәҙерге заманда күҙҙәрҙең насар күреүенә йоғонто яһаған нәмәләр бик күп: шуларҙың иң көслөһө – телефонға текәлеп оҙаҡ ултырыу. Көнө буйы компьютер экрандарына төбәлеп ултырыу ҙа яҡшы йоғонто яһамай.

- Көнө буйы ултырып, күҙҙәр тоноп китте, - тип эшемә зарланғас, Ишембайҙа йәшәүсе әхирәтем ошо доғаны ебәрҙе. Уны һеҙ ҙә һынап, уҡып ҡарағыҙ әле, дуҫтар! 

 Шулай итеп,  күҙҙәрҙең күреүен яҡшырта торған доға
“КАФ” сүрәһенең 22-се аятында күҙҙәрҙең күреү дәрәҗәһен яҡшырта торған доға бар:

فَكَشَفْنَا عَنْكَ غِطَاءَكَ فَبَصَرُكَ الْيَوْمَ حَدِيدٌ
Бисмилләәһ... ФӘКӘШӘФНӘӘ ГӘҢКӘ ГЫЙТАААА’ӘКӘ ФӘДӘСАРУКӘЛ-ЙӘҮМӘ ХӘДИИИИДе. – Бәс, Без һинең пәрҙәңде астыҡ һәм бөгөн һинең ҡарашың тимер-үткер (Йәғни һинең күҙең асылып, барса нәмәне күрә торған тимер кеүек үткер, етди булды). / “Каф” [50: 22].

 

Ошо доғаны 7 тапҡыр уҡырга кирәк. Һәр береһе артында:
ӘЛЛААҺҮММӘ САЛЛИ ҒӘЛӘӘ МҮХӘММӘД – дип салауат әйтәһең дә, уң ҡулдың баш бармағына һулышты өрөп, күҙҙәрҙе һыпыраһың (7 тапҡыр). Күңел менән Аллаһтан күҙҙәреңдең яҡшы күреүен яҡшыртыуын һорап ялбараһың.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас