Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2025, 11:12

Тормошобоҙ биҙәге – һәләтлеләр, эшкә дәртлеләр

 Ҡасан ғына әле программист һөнәре ул тиклем абруйлылар рәтенә инмәй ине. Ә хәҙерге заманда, яңы технологиялар үҫешкәндән-үҫешкән һәм йәшен тиҙлегендә беҙҙең тормошобоҙҙо биләп барғанда, ул иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһенә, дөрөҫөрәк әйткәндә – заман талабына әүерелде.  Бөгөнгө яҙмабыҙ геройы – Мораҡ ауылында йәшәүсе Лилиә Хоҙайғолованың да бынан тиҫтә йыл элек “ҡасандыр программист булып эшләрмен” тигән уй башына ла инеп сыҡмай.

Тормошобоҙ биҙәге – һәләтлеләр, эшкә дәртлеләрТормошобоҙ биҙәге – һәләтлеләр, эшкә дәртлеләр
Тормошобоҙ биҙәге – һәләтлеләр, эшкә дәртлеләр

Ә хәҙер инде биш йыл иңдәреңә ҙур яуаплылыҡ йөкмәгән гүзәл зат үҙ эшенә бар булмышы менән береккән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, дауахана етәкселегенең дә, коллегаларының да хөрмәтен яулап өлгөргән.

 Булмышынан, яҡты йөҙөнән үк йәшлек дәрте бөркөлгән, исеме есеменә тап килеп торған Лилиә Азамат ҡыҙы Мораҡ үҙәк район дауаханаһында 2015 йылдан башлап эшләй, ә  2020 йылдан алып һәм әлеге ваҡытта мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге бүлеге начальнигы вазифаһын намыҫ менән башҡара. Ул республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһы эше, компьютерҙар селтәрен хеҙмәтләндереү сифаты  өсөн яуаплы. Иҫәп-хисап өлкәһенә ҡағылышлы бурыстар ҙа уның өҫтөндә.

 Коллегаһы Нарис Йосопбаев менән компьютерҙарҙың торошон даими күҙәтеү аҫтында тотоу, бер өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүҙән тыш, Лилиә Азамат ҡыҙы Мораҡ үҙәк район дауаханаһының шәхси сайтын һәм контакт төркөмөн йөкмәткеле итеп алып бара. Унда ҙур һәм берҙәм коллективтың тынғыһыҙ хеҙмәте тураһында, һау-сәләмәт тормошҡа илткән аҙымдар хаҡында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр табырға була.

 Үҙ эшенә ижади ҡараған хеҙмәткәр Мораҡ үҙәк район дауаханаһы профсоюз комитетының әүҙем ағзаһы булып тора. Уның рәйес урынбаҫары булараҡ, төрлө йәмәғәт һәм спорт сараларының да уртаһында ҡайнай, хеҙмәттәштәре менән бергә туристик слёттарҙан да ситтә ҡалмай.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас