Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2025, 11:46

Кейемдәге тапты нисек бөтөрөргә?

Хәҙерге заманда әйберҙәге тапты сығарыу өсөн төрлө химик саралар туп-тулы. Тик уларҙың кейемде боҙоуы йә һаулыҡҡа кире тәьҫир итеүе мәғлүм. Өй шарттарында ла был эште сифатлы башҡарырға мөмкин.

Был өлкәлә түбәндәгеләрҙе белеү мөһим:

*яңы һеңгән таптан ҡотолоуы еңелерәк

*күптән һеңгәнен сығарыуы ауыр буласаҡ

*май тамған әйберҙе кер йыуыу машинкаһында өйрөлтмәгеҙ – тапты сығарыу ауырлаша

*һәр сараны ҡулланыр алдынан кейемдең һул яғы өлөшөндә һынап ҡарағыҙ – төҫөн сығармаймы, уңдырмаймы?

Тапты бөтөрөү буйынса бер нисә ысулды ҡарап китәйек:

*Майлы таптан ҡотолоу өсөн тоҙ менән нашатырҙы (1 балғалаҡ тоҙға 6 балғалаҡ спирт алына) бутайбыҙ һәм бысранған урынға кипкәнсе һылап торабыҙ. Аҙаҡ ғәҙәти режимда йыуабыҙ. Һөҙөмтәһе ҡыуандырмай ҡалмаҫ.

*Майлы тапты тағы ла ҡашығаяҡ йыуыу өсөн шыйыҡса, крахмал, аҡбур, теш порошогы менән дә таҙартып була.

*Яңы таптан тағы шулай ҡотолорға була: тоҙ һөртөп, өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙырға. Мамыҡты аш һеркәһенә мансып таплы урынды ышҡырға һәм һыуыҡ һыуҙа йыуырға. Бындай ысул кейемгә һут тамған саҡта ла ярҙам итә.

*Гәрсис онтағына бер аҙ һыу менән ҡатыштырып тапҡа һөртөргә мөмкин.

*Кер һабынын һылап һалып торорға була.

*Әйберҙең бысранған өлөшөн 30 минутҡа эҫе һөткә тығып, аҙағынан һабын менән йыуырға. Йә булмаһа, водород перекисы (бер балғалаҡ перекисты ярты стакан һыуҙға ҡатнаштырып) ышҡып, һалҡын һыуҙа сайырға. Бындай сара аҡ әйберҙәргә генә бара.

Төрлө тапты төрлө ысул ярҙамында сығаралар. Түбәндәге кәңәште лә иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

йәшел үләнде – һеркә,

еләк-емеште – ҡайнар һыу,

ҡәһүәне  - сода,

майҙы – газировка,

шыйыҡ майҙы – аҡбур,

дезодорантты - тоҙ һәм һеркә,

шарапты – нашатыр спирты,

тирҙән барлыҡҡа килгән тапты лимон һуты менән сығарырға була.

 

Кер йыуыу машинкаһын таҙартып алайыҡ

 Һауыт-һаба йыуа торған губканы алып, уның ҡаты яғын айырып алаһың. Кер йыуа торған машинканың  порошок һала торған бүлеменә губканы урынлаштырып, өҫтөнә әҙерәк “Доместос” ағыҙаһың һәм ярты сәғәт торғоҙаһың.

 Кәрәкмәгән иҫке таҫтамалды жгут итеп әйләндерәһең һәм кер йыуыу машинкаһының  ишегендә торған резинаның эсенә индереп, аҫҡы яғына оҙонсалай итеп ҡыҫтырып тығып сығаһың. Сепрәктең өҫтөнә буйлатып “Доместос” ағыҙып сығаһың һәм ярты сәғәт көтөп тораһың.

 Кер йыуыу машинкаһының ишегенә эс яҡлап быяла таҙартыу шыйыҡсаһын һиптереп сығаһың һәм ун биш минут көтәһең.

 Шунан сайҡатыу режимына ҡуйып, машинканы эшләтеп ебәрәһең.

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас