- Иген культураларын урыу эшендә 40 йыл хеҙмәт стажы булған беҙҙең хөрмәтле ветеран Виктор Иванович Белоус яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, кәрәкһә, ул тәүлегенә 16 сәғәткә тиклем эшләй. Механик та, водитель дә, механизатор ҙа булып эшләүсе Зөлфәт Баймөхәмәтов маҡтауға лайыҡ, тап ул 250 гектарҙа ужым бойҙайын сәсте, был культураның уңышы беҙҙе ҡыуандыра.
Яңы “Вектор” иген урыу комбайнын тәжрибәле игенсе Игорь Пичугинға ышанып тапшырҙыҡ. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вячеслав Пестеханың, Александр Ермолаевтың, Николай Варнавскийҙың намыҫлы хеҙмәтен айырып әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Үҫтерелгән уңышты Николай Голованов, Евгений Шокуров һәм Денис Осипенколар ташый, - тип билдәләне хужалыҡ етәксеһе Иван Хондошко.- Әлеге мәлгә ужым бойҙайы, арпа, һоло йыйып алынған, иген культуралары 400 гектарҙа ҡалды, уларҙы ла уңышлы йыйып алырбыҙ, - тигән ышанысын белдерҙе ул.
Ток мөдире Ирина Сатюкова, иген таҙартыу комплексында эшләүсе Ислам Бохармәтов менән Юлай Үҙәнбаевтарҙы билдәләп үтеү кәрәк.
Бөтә эшсәндәр ашнаҡсы Светлана Шокурова әҙерләгән төшкө һәм киске аш менән ҡәнәғәт.
Анатолий КАЗАКОВ.
Автор фотолары.