

Клара Рәфҡәт ҡыҙы Ишкилдина райондың иң матур ауылдарының береһендә - Түбәнге Бикҡужала тыуған. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағас, район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай. 1993 йылда Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенә эшкә күсә.
Клара Рафҡәт ҡыҙының уҡыусылары араһында уҡытыусылар, бейеүселәр, балериналар ҙа бар.
Яр Саллы ҡалаһындағы “Ағинәйҙәр” яҡташтар төркөмө етәксеһе, беҙҙең райондың Мораҙым ауылы ҡыҙы Рауза апай Мусина Клара Рәфҡәт ҡыҙы хаҡында бына нимәләр яҙа: “Кемгә дағалы итек кәрәк, тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, бейеүсегә! “Бейейем” тип сәхнәгә сығыуын сыҡҡас, баҫҡан ереңдә дағалы итектәрең менән ут сығарып бейемәгәс, бейеү буламы ни ул? Тамашасыларҙы дәртләндереп, бейеүең менән башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү, уның менән ғорурланыу хисе уятырлыҡ булһын ул!
Утыҙ йылдан ашыу шул дағалы итек кейеүселәрҙе сәхнәгә сығарған уҡытыусы үҙебеҙҙең арала! Ул - Башҡортостаныбыҙҙың Күгәрсен районы ҡыҙы – Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы “Шишмә” Халыҡтар дуҫлығы йортона ҡараған “Гөрләүек” бейеү ансамбле етәксеһе Клара Рәфҡәт ҡыҙы Ишкилдина.
Оҙаҡ йылдар Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә эшләгән яҡташыбыҙҙы яҙмыш тулҡындары беҙ йәшәгән Яр Саллы ҡалаһына алып килгән. Килеүенә күп тә үтмәне, Халыҡтар дуҫлығы йортона эшкә урынлашты һәм ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халҡыбыҙҙың бер нисә бейеүен тамашасыларға бүләк итеүсе лә ул.
Ситтән ҡарап торғанда бейеү һалыуы еңел генә булып күренә ул. Бейергә өйрәтеү хореографтан күп ҡырлы оҫталыҡ талап итә. Бейетә башлағансы, бейеүселәреңде төрлө сәхнә серҙәренә өйрәтергә кәрәк бит әле: өҫ-башыңды, аяҡ кейемеңде тәртиптә тоторға, сама менән биҙәнергә, коллективта бер-береңә иғтибарлы һәм ярҙамсыл булырға өйрәтеү ҙә педагог иңдәренә төшә.
Бейеү ҡуйғанда уның тарихын, йолаларҙы ла белеү мотлаҡ. Бар бейеүҙәрҙе лә бер төрлө костюмда ғына ҡуйып булмай, шуға кейемдәрҙең төрләнешен дә ҡайғыртырға кәрәк. Бейеүҙе сәхнәгә сығарғансы бейетеүсегә күп ҡаршылыҡтарға осрап, уларҙы еңеп сығырға тура килә. Шунда ғына бейеү юғары кимәлгә еткерелә һәм тамашасы күңеленә хуш килә. Был ҡанундарҙы бик яҡшы белә Клара Рәфҡәт ҡыҙы!
Ул уҡыусыларына бик талапсан, үҙе лә тынғыһыҙ. Шуға ла “Шишмә” халыҡтар дуҫлығы йорто үткәргән сараларҙа башҡорт бейеүҙәре иң сағыу биҙәк булып тора. “Гөрләүек” бейеү ансамбленең сығыштарын тамашасылар алҡыштар менән ҡаршы алалар , дәррәү алҡыштар менән оҙаталар.
Клара Рәфҡәт ҡыҙы бейергә өйрәткән ҡыҙҙар, егеттәр килә торалар, мәктәптәрен бөтөргәс, китә торалар. Һәр йыл яңы төркөм йыйып, улар менән өр-яңы эшен башлай беҙҙең хөрмәтле уҡытыусыбыҙ.
Үткән йыл уның тағы бер хыялы тормошҡа ашты: ағинәйҙәрҙән фольклор төркөм йыйып, балалар төркөмө менән берҙәм саралар ойоштороп эшләү тураһында ине уның ынтылышы. Бына бер йыл ололар төркөмө әүҙем рәүештә осрашыуҙар ойоштороп, бейеүҙәр өйрәнеп, йәш быуын менән бергә күңел аса, тыуған мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға тос өлөш индерә. Беҙ, яҡташтар, был эштәргә һоҡланабыҙ һәм бик шатбыҙ!”
Яҙмыш ҡушыуы буйынса алыҫта йәшәгән, әммә һаман да тыуған яғын йөрәк түрендә һаҡлаған, милләтебеҙгә хеҙмәт иткән башҡорт ҡыҙҙарына “Афарин!” тибеҙ!