Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентябрь 2025, 11:45

Яңы уҡыу йылы менән!

Бөгөн - Белем көнө. Рәсәйҙә 2025 йылда 1,5 миллион 1-се класс уҡыусыһы  парта артына ултырҙы,  бөтәһе 18 миллиондан ашыу бала мәктәпкә барҙы. Республикала иһә 45 меңгә яҡын 1-се класс уҡыусыһы тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Ә беҙҙең районда нисә бала тәүге тапҡыр мәктәпкә барҙы? 

Яңы уҡыу йылы менән!Яңы уҡыу йылы менән!
Яңы уҡыу йылы менән!

Быйыл Күгәрсен районы мәктәптәре 250-нән ашыу 1-се класс уҡыусыһы өсөн үҙ ишектәрен асты.  Башҡортостанда 45 мең самаһы 1-се класс уҡыусыһы мәктәпкә барҙы. Республикала йәмғеһе 500 меңдән ашыу уҡыусы яңы уҡыу йылын башланы.

 

Яңы уҡыу йылы 2025 йылдың 1 сентябрендә башлана һәм 2026 йылдың 26 майында тамамлана. Шул уҡ ваҡытта көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар кәмендә 7 көн булырға тейеш. Беренсе класс уҡыусылары өсөн февралдә бер аҙналыҡ өҫтәмә каникулдар тәҡдим ителә. 

Йәйге каникулдар иһә 2026 йылдың 27 майынан 31 авгусына тиклем.

  Рәсәй Мәғариф министрлығы сайтынан ҡараһаң, шул күренә:    сиректәр буйынса уҡыу системаһында каникулдар түбәндәге көндәрҙә булһын тип тәҡдим ителгән: 2025 йылдың 25 октябренән 2 ноябренә тиклем (3 һәм 4 ноябрҙәге байрам көндәрен иҫәпкә алып);  2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына ҡәҙәр; 2026 йылдың 28 мартынан 5 апреленә тиклем; 2026 йылдың 27 майынан 31 авгусына тиклем.  

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас