Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентябрь 2025, 09:20

Һыҙланғанда уйландыра икән: “Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙылған!”

Һыҙланғанда уйландыра икән: “Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙылған!” Дуҫтар, Рәхимә апайҙың шиғырҙары шул тиклем хисле, шулаймы?!

Һыҙланғанда уйландыра икән:  “Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙылған!”Һыҙланғанда уйландыра икән:  “Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙылған!”
Һыҙланғанда уйландыра икән: “Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙылған!”

Ваҡыт

Ваҡыт тигән нәмә һаран икән,

Һоранғанды бер ҙә яратмай.

“Үләм!” тиеп ятып илаһаң да,

Үткән ғүмерҙәрҙе ҡайтармай.

Сәстәремдә көмөш, әллә алтын,

Ҡояш нуры кеүек ялтырай.

Күп йөрөһәм, ятып торғом килә,

Йөрәк тигән нәмә ҡалтырай.

Үрмәкестең ауы биттәремә

 Бураҙналар һалып уралған.

 Һыҙланғанда уйландыра икән

 “Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙылған!”

Үткән ғүмер иҫкә төшә шул саҡ,

Һағындыра йәштән һөйгән йәр.

Һөйләшәһе килә дуҫтар менән,

Эшләнмәгән күпме эштәр бар!

Шул саҡтарҙа ҡысҡыраһы килә:

“Туҡта, ғүмер, үтмә тиҙ генә!

Яратылып, яратаһым килә,

Тағы бирсе ваҡыт әҙ генә!”

Уйлап ҡуям шунан, ай-һай, ваҡыт

Һатылмай ҙа, бушҡа бирелмәй.

Бына шулай ғүмер үтеүҙәрен

Һүҙһеҙ генә һаман билдәләй.

 

Их, ғүмерҙәр...
Их, ғүмерҙәр, саптар аттар кеүек,
Әллә ҡайҙа шулай ашыға!
Ҡәҙерҙәрен белеп шул тормоштоң
Ашығайыҡ йәшәп ҡалырға!
Тып-тып итә йөрәк, һис ҡартаймай,
Бейеп торор ине гел генә.
Ә ғүмерҙәр һинән һорап тормай,
Үтә икән шулай тиҙ генә!
Минут, секундтарын исраф итмәй,
Ғүмер юлдарынан барайыҡ.
Өлгөрәйек бергә, өлгөрәйек,
Матур итеп йәшәп ҡалайыҡ!

 

Бәхет төҫө
“Нисек була икән бәхет? - тиеп,
Һорамағыҙ, уны һиҙегеҙ.
Парлап сыҡҡас ҡына үткәндәрҙе,
“Мин бәхетле икән!” - тиегеҙ.
Алһыуланып атҡан ал таңдарҙы
Шөкөр ҡылып ҡабул итһәгеҙ;
“Тәмле ашым, балам, һөйгәнемдән,
Айырмасы, яҙмыш!” – тиһәгеҙ;
Күргән төштәреңде бүлешергә
Янда булһа һөйгән кешегеҙ,
Бергә-бергә иртән, сөкөрләшеп,
Тәмләп-тәмләп сәйҙәр эсһәгеҙ;
Аллаһ биргән бүләк - балаларың,
Яҡшы кеше булып үҫһәләр,
Ата-бабаларҙың нигеҙенә
Ваҡыт табып ҡайтып китһәләр;
Һөйгән эшең, туғандарың булһа;
Тыныслыҡтар булһа күңелдә;
Күршеләрең һине хөрмәт итеп,
Белеп торһа һәр саҡ хәлеңде,
Шикләнмәйсә әйтә алаһығыҙ:
“Кәрәк түгел батша тәхете!”
Күңел менән һиҙеп шатланыуың -
Бына шулар кеше бәхете!
“Нисек була икән бәхет?” - тиеп,
Һорамағыҙ башҡа, һиҙегеҙ.
Бер ултырып тағы уйлағыҙ ҙа,
“Мин бәхетле икән!” - тиегеҙ.

***

Телем минең
Ғөрөф-ғәҙәтемә, тарихыма,
Үткәндәргә ҡайтып урайым.
Яҡут-гәүһәрҙәрҙән ҡиммәтерәк,
Моңом, телем һәм дә ҡурайым!
Урал итәгендә йәйрәп ятҡан
Мәңге йәшәр гүзәл илем бар.
Тыңлап туя алмай һоҡланырлыҡ,
Дан йырларлыҡ башҡорт телем бар!
Телем минең шәрбәт, бал һәм шәкәр,
Шишмә һыуы кеүек саф бит ул.
Үрелмәҫтәй бейек Ҡаф тауындай,
Океан киңлегенә тиң бит ул!
Ҡурай моңо һеңгән телгенәмде,
Өҙөлөп һөйәм һеҙҙе, илгенәм!
Йөрәгемде һурып бирер инем,
Уйлап тормаҫ инем һис кенә!

 

Мәңге йәшәр телем бар

Башҡорт теле - әсәм теле бит ул,

Йөрәгенә ҡыҫып яратҡан.

Моңдар булып ингән күңелемә,

Иркәләгән, һөйөп- наҙлаған!

Бала саҡта әкиәттәр менән,

Өләсәйҙән һеңгән ҡаныма.

Хикәйәттәр, ҡобайырҙар булып,

Һөйөү һеңгән  тыуған яғыма.

Әсәйемдең күкрәк һөтө менән,

Эскән һыуым менән берлектә,

Телем тыуған үҙем менән бергә,

Һулар һауам булып күкрәктә.

Бишектән үк телем тәмен белеп,

Мин тыуғанмын икән был ергә.

Әсәләрҙән балаларға күсеп,

Телем йәшәр, йәшәр мәңгегә!

 

Оло рәхмәт һиңә, Аллаһым!
Исемеңде әйтеп ҡаршы алам
Һыҙылып ҡына киткән яҡтыңды.
Оло рәхмәт яуһын Аллаһыма,
Күрһәткәнең өсөн ал таңды!
Бисмилламды әйтеп, намаҙ уҡып,
Гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡланам.
“Аллаһ!” тиеп тәҙ(е)рәмә бағып,
Ҡышҡы матурлыҡҡа һоҡланам.
Һоҡланамын төрлө биҙәк яһап
Күктән яуған ап-аҡ ҡарыңа.
Рәхмәт яуған кеүек аҡ биҙәктәр,
Әкрен генә ергә һарыла.
Ғәжәйеп бит, күктән яуған ҡарҙар
Еребеҙгә һибә аҡлыҡты.
Рәхмәт әйтеп, тапап үтәйексе
Шундай гүзәл, ап-аҡ сафлыҡты!

 

Яратам

Онотам мин ҡай саҡ үҙ йәшемде,

Ҡартлыҡтан да бер ҙә ҡурҡмайым.

Йәшем менән барам бергә атлап,

Байлыҡ тип тә ҡыҙыҡмайым.

Намаҙымды уҡып, доға ҡылам,

Уйымда тик яҡты киләсәк.

Матур уйҙар уйлап, шөкөр ҡылып,

Ал таң менән торам иртәнсәк.

Сәскәләрҙең тәмле еҫен һиҙеп,

Әсә-ергә сәләм тапшырам.

Ялан аяҡ ысыҡ кисеп уҙам,

Онотолоп китеп йыр һуҙам.

Йөрәгемдә шатлыҡ һәм тыныслыҡ,

Яратам мин һәр бер кешене!

Мине һөймәһәләр, урап уҙам,

Юғалтмайым бер ҙә бәҫемде.

Барлайым да үткән ғүмеремде,

Гел иҫемдә ҡалған яҡшылыҡ.

Юйылғандар, әллә онотолған,

Булмағандай элек ауырлыҡ.

Бына шулай ерҙә йәшәйем мин -

Ҡәҙерен белеп һәр бер сәғәттең.

Тамсыһына хәтлем эсеп барам

Мөлдөрәмә тулы бәхеттең!

 

Ғүмер тәме

Өмөтләнеп  сәскән сәскәләрең

Йәй көндәре сәскә атмаһа,

Йәшен йәшнәһә лә, көткән  ямғыр

Шыбырлатып ергә яумаһа,

Һалҡын йәйҙең ниңә кәрәге бар -

Эҫе ҡояш  күктә  йөҙмәһә,

Өҙөлөп һөйгәнеңде юғалтҡанда,

Һағышыңды  йөрәк  һиҙмәһә?!

Ниңә кәрәк һөйөү - һөйөлмәһәң,

Мөхәббәттән гөрләп  янмаһаң,

Һағынғанда илап, һағышланып,

Һөйгәнеңде көтөп алмаһаң?!

Ләззәт табып эшләп үҙ эшеңдән,

Йөрәк һуғып,  беләк талмаһа?!

Ғүмереңдә ярһыу мөхәббәттән

Йөрәк ярып балаң тыумаһа?!

Һағынғанда күңелдәрең тулып,

Һағыштарҙан йәшең таммаһа?

Был ғүмерҙең нигә кәрәге бар,

Һөйөү уттарында янмаһаң?!

Уфтанһаң да үткәнеңде уйлап,

“Бушҡа үткән  ғүмер” тимәһәң?

Был ғүмерҙең нигә кәрәге бар -

Рәхәтлеген бер ҙә һиҙмәһәң?

Йәйҙең йәме - эҫе ҡояш менән,

Ер тетрәтеп йәшен йәшнәүе.

Ғүмерҙәрҙең тәме – һөйөп-һөйөлөп,

Һөйгән йәрең менән йәшәүе!

        

 Ай-һай, ғүмер!

“Ай-һай, ғүмер, бик  тиҙ уҙып киттең,

Һиҙмәй ҡалдым, инде нишләйем?”

Оҙон-оҙон ғүмер юлын үткән,

Ғәжәп һүҙҙәр әйтте ҡәрсәйем.

Ҡайһы берҙә шул һүҙҙәрҙе әйтеп,

Инде хәҙер үҙем уфтанам.

“Ай-һай, ғүмер, нишләп күҙ асҡансы

Үтеп кенә киттең?” - тип ҡуям.

Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА шиғырҙары.

Автор:
Читайте нас