Ҡартайым Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, ул - рус армияһының 20-се Галицкий пехота полкы (Рәсәй император армияһының пехота хәрби часы, 5-се пехота дивизияһы составына инә - Рәсәй дәүләт Хәрби-тарихи архивы материалдарынан) рядовойы, 1916 йылдың 20 июнендә Скробово фольворкаһында (беҙҙеңсә – утар, ул ваҡытта Рәсәй империяһының Польша батшалығында, хәҙер Беларусь Республикаһындағы ер) эсе һәм янбашы ауыр яралана. Мәскәүҙә Солдатенко училищеһы госпиталендә дауалана. Әйткәндәй, 1920 йылда Мәскәү Советы бойороғо буйынса, дауахана билдәле табип хөрмәтенә С.П. Боткин тип атала башлай. Бында 1922 йылда профессор В. Н.Розанов В. И. Ленинға операция яһай - Фанни Каплан һөжүм иткәндән һуң уның тәнендәге пуляны сығарырға кәрәк була.
Дауамы - гәзиттә.
Авторы - Әнүәр Килсембаев.