Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2025, 05:50

Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 4

- Йәнтештә еҙнәм үлеп ҡалған. Һигеҙ йыл элек әсәләре үлгәйне. Улы менән ҡыҙы етем ҡалды. Шуларҙы детдомға ебәрергә кәрәк...Апайымдың райсоветта эшләгән кешегә шулай тип әйтеүен ишеткәс, бүлмәнән атылып сығып киттем. Тимәк, атайым да үлгән! Бала сағында аяныслы хәлдәрҙе күп кисергән Юныс Рәхимйән улы Иштановтың яҙмаларын дауам итәбеҙ.

Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 4Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 4
Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 4

Һатылған свитер тураһында

Авторы - Юныс Иштанов!

Шулай Йәнтештә йәшәп ятҡанда, ҡыш атайым ауырый башланы. Асия менән мин мәктәптә уҡып йөрөйбөҙ. Мин – 4-селә, Асия – 2-селә. Беҙ йәйге каникулға сыҡҡас, атайым Асия һеңлем менән икебеҙҙе йөк машинаһына ултыртып, Зөләйха апайыңдарға барып йөрөп ҡайтығыҙ, тип район үҙәге Аҡъярға оҙатып ебәрҙе. Хушлашҡанда:
-Улым, һеңлеләреңде, ҡустыңды ташлама. Хәҙер һин ҙур үҫтең инде, - тип ҡалды.
Үҙенең тиҙҙән үлерен белгәндер инде. Унан алдараҡ: “Эх, улым, һиңә 12 йәш булғансы Хоҙай миңә ғүмер бирһә, быуының нығынып өлгөрөр ине”, - тип әйткеләй ине.
Беҙ Аҡъярға килеп төштөк, тик Зөләйха апайҙарҙың (әсәйем Зәлифәнең бер туған һеңлеһе) өйөн белмәйбеҙ. Элекке кинотеатрҙың эргәһендә торабыҙ-торабыҙ. Типографиянан беҙҙе бер апай ҡарап торған икән. Ул сыҡты ла:
-Кемде көтөп тораһығыҙ ул, бәләкәйҙәр? – тип һораны.
-Зөләйха апайға килгәйнек, өйөн белмәйбеҙ, - тибеҙ.
-Әйҙәгеҙ, алып барам, - тип ул беҙҙе гостиницаға алып барҙы.
Апайым ошонда эшләй ҙә, йәшәй ҙә икән. Айҙар тигән улы бар. Уларҙа йәшәй башланыҡ. Бер ваҡыт апайым мине райсоветҡа алып китте. Барғас, ишегенә “Латыпов” тип яҙылған бүлмәгә алып инде. Мин бер апайҙың янында ултырып ҡалдым.
-Йә, ни йомош? – тине ағай.
- Йәнтештә еҙнәм үлеп ҡалған. Һигеҙ йыл элек әсәләре үлгәйне. Улы менән ҡыҙы етем ҡалды. Шуларҙы детдомға ебәрергә кәрәк...
Мин бүлмәнән атылып сығып киттем. Шунан Йәнтеш яғына йүгерәм дә йүгерәм. Ул ваҡытта машиналар йөрөмәй, юлдар насар ине. Атайым өйрәткән доғаны ҡабатлай-ҡабатлай йүгерәм. Әбүбәкер ауылын үткәс бер йылғанан һыу эсеп алдым да, үләнгә ятып тулай-тулай ҡысҡырып илап алдым. Шунан күңелемә еңел булып китте. Тороп йыуынып алдым да, тағы йүгерҙем.
Ҡайтып еттем дә, өйгә инеп киттем. Атайым өйҙә ултырыр һымаҡ ине. Өй бушап ҡалғайны. Мөйөштә атайымдың Ҡөрьәне,башҡа дини китаптары бар ине. Ул кәштә буш тора. Сөйҙәге кеҫә сәғәте лә юҡ. Соландағы ҡапҡандарҙан, йышҡыларҙан, балталарҙан, ҙур бырауҙан, оҙон фуганканан елдәр иҫкән. Ишек алдында балта үткерләй торған сар бар ине. Яҡын-тирә шунда килеп балта, бысаҡ сарлай торғайны. Ул да юҡ. Бағанала теге ваҡыттағы әсәйемдең матрасы элеүле тора. Шулайтып ҡаңғырып йөрөһәм, Ғилмитдин дуҫ килгән.
-Әйҙә, һине әсәйемдәр саҡыра, - тип мине алып ҡайтып китте.
Мәрйәм апай беҙгә ҡатыҡ ҡойоп, икмәк телеп бирҙе. Беҙ ашап алғас, зыяратҡа сығып киттек. Атайымды зыяраттың уртаһына ерләгәйнеләр. Өс-дүрт йыл элек атайым мине ошо зыяратҡа алып килеп: “Бына бында Мөхәммәтғәле ҡартатайың ята. Иштан батыр ерләнгән. Гөбөрлө тигән ерҙә ҡаҙаҡтар менән һуғышып үлеп ҡалған. Ҡаҙаҡтар һан яғынан башҡорттарға ҡарағанда күп булған. Иштан батырҙың күкрәгенә уҡ ҡаҙалған. Ул атынан ҡолап төшкән дә йән биргән. Йән биргәндә ергә башы менән үксәһе генә тейеп ятҡан. Шунан ҡаҙаҡтар: “Эх, батырҙы әрәм иттек, ғуй. Үҙебеҙҙең ҡаҙаҡ ҡыҙына өйләндереп батыр тоҡомо ҡалдырыр инек”, - тип әйткәндәр. Боронғо ата-бабалар ҡәберҙәре аҫҡы зыяраттың Мәләүез йылғаһы ярында. Баш яҡтарында ике метрҙай таш тора, ә аяҡ осонда бер метрҙай таштар. Таштар араһы – дүрт метр самаһы. Элек шундай бәһлеүән кешеләр булған...” тигәйне миңә атайым.
Ғилмитдин дуҫ менән атайымдың ҡәберен күреп ҡайттым.
-Атайыңды ерләгәндә кеше күп булды. Урам туп-тулы булды, - тигәс рәхәт булып китте.
Атайым үҙенең атай-олатайҙарынан алыҫ түгел урында ерләнгәйне. Һуңынан үҫә килә, һунарға йөрөп, бүреләрҙең тормошон күҙәтә-күҙәтә, үҙем өсөн атайымдың бер сифатын астым. Ғөмүмән, беҙҙең атайҙар, бүреләр кеүек үк, һуңғы көндәре килеп еткәндә яңғыҙы ҡалырға, донъялыҡтан шаһитһыҙ китергә тырыша икән дә. Ҡартайып хәлһеҙләнгән бүреләр ҙә өйөрҙән ситкә китеп үлә. Атайымдың беҙҙе йәһәтләп Аҡъярҙағы туғандарыбыҙға оҙатыуын мин хәҙер ошолай ғына аңлайым.
Шунан ун-ун биш көн үткәйне беҙгә Хөсәйенов Дамир тигән ағай килеп инде.
-Әйҙә, кейенегеҙ, хәҙер грузовая машина килә. Зөләйха апайығыҙ детдомға юллаған. Миңә һеҙҙе Мораҡҡа детдомға алып барырға ҡушылды, - тине.
Элек хәҙерге автобус урынына Аҡъярға грузовой такси йөрөй торғайны. Башы көпһөҙ, кузовына ултыраһың. Беҙ тиҙ генә кейенә башланыҡ. Үгәй әсәйемдән тыуған Ғәфүрйән ҡустым 8 айлыҡ ҡына, сәңгелдәктә ята. Миңъямал 3 йәшлек, атлап йөрөгөн була.
Беҙ детдомға киткәс үгәй әсәйемде Ғәлиәхмәт ауылынан Ишемғолов Әбделғәфәр тигән кеше килеп алып ҡайтып киткән. Тәүге әбейе менән 50 йыл йәшәһәләр ҙә, балалары булмаған. Ауылда етем ҡалған Фатима апай менән ҡустыһын ҡарап үҫтергәндәр. Ә үгәй әсәйем бабайға Мөхәммәт тигән ул табып биргән. Ғәлиәхмәттәр Ғәйникамал әсәйемде яҡын күрҙеләр, ярҙам итешеп йәшәнеләр.
Беҙ детдомға китеп барабыҙ. Аҡъярҙа автобусҡа ултырҙыҡ. Дамир ағай беҙҙең эргәлә ултыра. Апайым оҙатып тороп ҡалды. Бына Самарский артта ҡалды, Быҙаулыҡ тигән ауылды үтеп барабыҙ. Бында Разия инәйҙең ике улы йәшәй икән. Сәлим тигән ауылға ла килеп еттек. Сәлим – үҙ әсәйемдең тыуған ауылы. Әсәйемдең (аталары - бер, әсәләре - башҡа) Сәбихә апаһы ошонда тора. Уның Зифа тигән ҡыҙы, Сәғәҙәт, Сибәғәт тигән улдары бар икән. Матрайҙы үтеп киттек. Унда ҡартатайымдың ҡустыһы йәшәй. Юлдыбайҙы үтеп барабыҙ, унда әсәйемдең Алмабикә тигән апаһы көн күрә. Уның Фәрит, Фәтих тигән улдары, тағы дүрт ҡыҙы бар икән. Мин Юлдыбайҙа тракторсыға уҡығанда Фәрит ағай ПДД, техника хәүефһеҙлеге буйынса һабаҡ бирҙе. Мин уның туған икәнлеген дә белмәгәнмен.
Ҡашҡарҙа әсәйемдең Төңөлдөк тигән апаһы тора, уның Рәфҡәт, Салауат тигән улдары бар. Инәйҙең мин белмәгән тағы ла дүрт улы булған. Әле детдомға китеп барғанда был туғандарҙың береһен дә белмәйем әле... Быларын һуңынан белдем.
Туҡһанынсы йылдарҙа Йәнтешкә бер һылыу ғына ҡатын килеп инде.
–Һин Юныс булаһыңмы? – тип һораны ул минән.
-Эйе, - тип яуаплайым.
-Минең исемем Венера, ирем Сәғәҙәт була. Һин миңә яҡын ғына ҡәйнешһең. Сәғәҙәттең әсәһе менән һинең әсәйең атай яғынан бер туғандар, - тине.
Ул беҙҙе Матрайға ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтып китте. Уларға барғас, Зифа апай, Рәфҡәт, Фәрит, Фәтих һәм Рәфҡәт ағайҙар менән танышып алдыҡ. Шунан беҙ аралашып киттек. Был хәлдәр 90-сы йылдарҙа...
Беҙ әле детдомға китеп барабыҙ. Йылайырҙа ҡунаҡханала йоҡланыҡ та, иртәгеһенә тағы ла автобусҡа ултырып киттек. Ул ҡунаҡханала элек төрмә булған. Атайым да бәлки шунда булғандыр. Төшкә Мораҡҡа барып еттек. Детдом тигәндәре ике ҡатлы йорт ине, башында герб тора. Беҙҙе ашханаға индереп ашаттылар ҙа, тышҡа сыҡтыҡ. Дамир ағай:
-Йә, ярай, балалар, мин ҡайтайым. Тиҙҙән Аҡъяр яғына автобус була. Өлгөрөп ҡалайым, - тине лә минең башымдан һыйпап, Асияның арҡаһынан һөйҙө.
-Дамир ағай, ә Йәнтеш ҡайһы яҡта була? – тип уның артынан ҡысҡырҙым.
-Төш ваҡытында ошолай тороп ҡояш яғына ҡараһаң, Йәнтеш шул яҡта була, - тине ул. Үҙенең күҙендә йәш күренә ине.
Шулай итеп, 1963 йылда Асия һеңлем менән минең балалар йорто тормошо башланды. Аҡъярҙа балалар йорто асылғас, беҙ шунда күсеп барҙыҡ. Аҡъяр балалары менән бергә уҡыныҡ. Азат ағай Байсурин, Роза, Хәнифә, Әсмә Усманова, Зәйнәп апайҙар, Рафаил, Шәүҡәт, Фәрит ағайҙар тәүге тәрбиәселәребеҙ ине.
Бына ошо инде минең ҡыҫҡаса 11 йәшкә тиклемге тормошом. Балаларға мин детдомда үҫтем, тиһәм, бының атаһы ла, әсәһе лә, туғандары ла булмаған һымаҡ күрәләрҙер, моғайын.Үҙ әсәйем Зәлифә миңә 3 йәш саҡта ғына үлеп ҡалғас, уның яғынан туғандарыбыҙҙы белмәнек. Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Зөләйха апайымдың ғорурланып «Беҙ кулак ҡыҙҙары!»‑ тигәнен һуңынан ғына аңлаясаҡмын. Әсәйем Зәлифә менән Зөләйха апайым бала ғына көйөнсә Черемховонан урап ҡайтҡан «халыҡ дошмандары». Улар яҙмышы тураһында аҙаҡ...
Һигеҙенсе класты бөткөс, беҙҙе лә, ҡартатайымдарҙы Себергә ҡыуған шикелле, бер ҡат кейем менән балалар йортонан сығарып ебәрҙеләр. Алтынсыла уҡығанда биргән йәйге һәм ҡышҡы бәлтәләре һигеҙенсе тамамлағас, еңдәре терһәктән генә булып ҡалған. Уларҙы хатта кейҙереп, үлсәп тә тормайҙар. “Мә, кей, был һинеке булған. Уны ҡабат кем кейһен?” тип ташлап ҡына бирәләр. Ә беҙ шатлана-шатлана сеткаға тултырып торабыҙ. Подвалдағы кәштәләрҙә кейем бик күп. Исмаһам, унда индермәй генә кейемдәрҙе биреп булмаймы икән? Юрамал күҙебеҙҙе ҡыҙҙырыр өсөн шулай итәләр кеүек. Кәштәләрҙә күҙҙе ҡыҙҙырып футболкалар, майкалар, трусиктар, шароваралар ята. Өр-яңы бәлтәләр, кәпәстәр ята. Простынялар, яҫтыҡтар, яҫтыҡ тыштары, носкиҙар. Каптерчица апай бер төҫһөҙ свитер сығарып бирҙе лә:
-Мә, кейеп ҡара әле. Яраймы икән? –тине.
Кейеп ҡараным. Тоҡ шикелле, еңе тубыҡҡа еткән.
-Ярай, быйыл ҙур булһа, бер-ике йылдан ярар, - тип сеткама ташланы.
-Апай, эске кейем, күлдәк бирмәһегеҙме ни? Салбар ҙа кейеп торғандан башҡа юҡ бит, - тием.
-Директор башҡа нәмә яҙмаған, мә, футболка менән таҫтамал бирәм, бәлтәңдең еңенә тыҡ, директор йә завуч күреп ҡалмаһын...
Шулай итеп мине Бәләбәйгә киномеханиктар курсына уҡырға ебәрергә тейештәр ине. Бер тин аҡса ла бирмәнеләр. Директорҙан һорайым, тиһәм, ул бер аҙна балалар йортонда булғаны юҡ. Завучты осратып:
-Хәҙер миңә нимә эшләргә? Бәләбәйгә ҡалайтып барырға? Бәләбәй алыҫмы-яҡынмы? -тип һораным.
-Кинотеатрға бараһың да, директорҙы күрәһең. Улар һиңә юлды өйрәтер. Кинотеатр уҡытҡас, аҡсаны ла үҙҙәре түләргә, һине үҙҙәренең машинаһы менән алып барырға тейештәр. Хәҙер һин детдомда иҫәптә тормайһың, директор шулай тип әйтергә ҡушты, - тине завуч.
Сетканы аҫып алдым да, киттем киноселтәргә. Директор шунда икән.
-Ағай, мине детдомдан һеҙгә ебәргәйнеләр. Киномеханикҡа уҡырға. Һеҙ мине алып бараһығыҙмы? – тинем уға.
-Уй, ҡустым, һуңланың. Өс көн элек кенә өс егетте ебәрҙек. Һеҙҙең директорығыҙға шылтыратҡайныҡ, берәү ҙә алманы, - тине директор.
-Хәҙер мин ҡалайтам, улай булғас? – тип һораным унан.
-Белмәйем инде, - тине ул.
Сығып киттем. Ҡабат балалар йортона ла барып торманым. Зөләйха апайыма ла, Асия һеңлемә лә әйтмәнем. Юлдыбайға тракторсылар курсына уҡырға китергә булдым. Бер ышыҡ урынға индем дә, бәлтәләрҙе ташланым. Апай биргән футболканы күлдәк эсенән кейеп алдым. Яңы таҫтамал менән футболка эсенән билемде урап бәйләнем дә, салбарымды уның өҫтөнән кейеп алдым. Теге свитерҙы матурлап урап тотоп алдым. Хәҙер рәхәт булып ҡалды. Теге өс йыл кейгән балалар йорто бәлтәләрем менән бергә балалыҡты ла ташлағанмындыр инде.
Берәү ҙә өйрәтмәй ҙә, ҡурҡытмай ҙа, һине яҡлар кешең дә юҡ. Үҙем баш, үҙем түш хәҙер. Был донъяның ауырлыҡтарын үҙем генә йырып сыҡмаһам, берәү ҙә ярҙамға килергә әҙер түгел. Бер магазинға индем дә, һатыусы апайға:
-Апай, свитер алмайһығыҙмы? – тинем дә прилавкаһына һалдым.
Свитерҙың хаҡы ла яҙылғайны.
-Нисә һумға һатаһың һуң? – тип һораны апай кеше.
-Өс һумға,- тинем.
Магазинда тағы ла ике ҡатын тора ине.
-Ҡана, күрәйек әле? – ҡатындар свитерҙы ҡарай башланы.
Шунан береһе:
-Был минең иремә как раз булыр ул, - тине лә өс һум аҡсаһын һуҙҙы.
Эргәһендәге апай:
-Оялмай, анауынса аҡсаң менән өс һум биреп тораһың, исмаһам, 5 һум ит, свитеры яҡшы бит, - тигәс, теге апай 5 һум итеп бирҙе.
Апайға рәхмәт әйттем дә, шунда уҡ 30 тингә бер ҡап печенье, бер бутылка газлы һыу алдым да, туҡталышҡа йүгерҙем.
Ярай әле каптерчица апай ҙур свитер бирҙе, тип ҡыуанам. Шул аҡса менән Юлдыбайға барып, тракторсылар курсына уҡырға индем. Унда курсанттарҙы ауыл кешеләре йәшәргә өйҙәренә ала торғайнылар. Мин фатир эҙләй торғас, бер инәйгә инеп урынлаштым. Директорға инеп:
-Ағай, миңә стипендия өҫтәй алмайһығыҙмы? Мин детдомда булдым,-тинем.
-Справкаң бармы һуң? – ти был.
-Юҡ, шул, ағай, бирмәнеләр. Уны белмәнем дә. Белгән булһам, яҙҙырып алыр инем, - тинем.
-Юҡ, ҡустым, детдомдан справка алып кил. Шунһыҙ мин бер нәмә лә эшләй алмайым, - тине ағай.
-Ағай, бына комсомол билеты бар. Унда взнос урынына
“балалар йортонда тәрбиәләнеүсе” тип яҙылған, - тинем. – Аҡъярға барырға аҡса ла юҡ...
Директор атайым-әсәйем хаҡында, балалар йортонда нисә йыл булыуым хаҡында һорашты ла:
-Ярай, ҡустым, стипендияңды 20 һум итәбеҙ. Тағы ла өҫтәп бер ҡат күлдәк, салбар алырһың, - тип ҡағыҙ яҙып бирҙе.
Шулай итеп, Нәҙерғолов Яхъя ағай мине байыҡтырып сығарҙы. Донъяла яҡшы кешеләр бар икән. Унан алда бушлат, кәпәс, күлдәк, салбар биргәйнеләр. Комсомол билеты ла шулай ярҙам итә ала икән. Армияла ла ярҙам итәсәк әле ул миңә.
Минең егет саҡтың яңы тәүге аҙымдары нәҡ шул мәлдә башланды. Алдағы тормошом да миңә бал да май ғына әҙерләп ҡуймаған. Ике һеңлем менән ике ҡустым бар. Уларға ла ярҙам итергә кәрәк. Ошо ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығып, бына һеҙгә балаларыма яҙған ҡыҫҡаса биографиям ошо.
Фотола: 1.Уртала - әсәһе Зәлифә, һулда уның бер туған һеңлеһе Зөләйха.
2. Үҙен 1963йылда Мораҡ балалар йортона оҙатып алып барған Дамир Әғзәм улының хәтер кисәһендә.

 

Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 4
Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 4
Автор:
Читайте нас