

Мөжәүир хәҙрәт тураһында
Шулай итеп, йәшәп алып киттек. Бер ваҡыт атайым мине кейендерҙе лә:
-Әйҙә, улым, Мөжәүир хәҙрәткә барып фатиха алып ҡайтайыҡ, - тине. Иртә менән Манһырға йәйәүләп юлға сыҡтыҡ.
-Атай, фатиха нимә була ул? Уны ҡайһылайтып алып ҡайтабыҙ? – тигән һорау бирҙем атайыма.
-Фатиха – ул бер эш башҡарыр алдынан Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыу. Шул ниәтте атҡарып сығыр өсөн китеп барабыҙ, - тине лә минең арығанды күреп шулай тине. – Улым, һин ете аҙым атлағас, “Лә Илаһи иллаллаһ” тип әйтеп бар, арымаҫһың...
Мин Манһырға тиклем ошо доғаны ҡабатлап барҙым. Атайым өйрәткән доғаны хәҙер ҙә оло юлға йәйәү сыҡһам, эстән генә әйтәм дә барам. Бына беҙ Манһырға килеп еттек. Мөжәүир хәҙрәт менән атайым мосолманса сәләм бирештеләр. Беҙ ҡулыбыҙҙы йыуып хәҙрәт әйҙүкләгән өйгә үттек. Хәҙрәт аҡ сәкмән, аҡ халат кейгәйне. Атайымды хәҙрәт урындыҡтың түренә ултыртып урындыҡ ситенә самауыр ултыртты. Мин самауырҙың ҡырына ултырҙым. Хәҙрәт беҙгә үҙ ҡулы менән сәй яһап эсерҙе. Шунан атайым үҙенең йомошон әйтте.
-Ҡырҙа нахаҡҡа күп йөрөнөм, хәҙрәт туған. Ата-олатайҙар яғына ҡайтайым, тип йөрөйөм. Шуға һинән фатиха уҡытайым тип килдем. Бер улым һуғышта үлеп ҡалды. Ошо ултырған Юныс улым була. Уға ла бәхет-һаулыҡ, ғүмер теләһәң ине, - тине.
-Ярай, Аллаһы Тәғәләнең ризалығын һорап ниәт итәйек, - тип беҙгә бағышлап доға уҡыны. Мин әпәр иттем дә, сығып китеп, ишек алдында йөрөнөм. Атайым хәҙрәт менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы.Тышҡа сыҡтылар. Шул ваҡыт Баймаҡтан бер атлы кеше хәҙрәткә килгәйне. Беҙ шуға ултырып ҡайтып киттек.
Әсәйемдең ағаһы Мәһәҙей олатай Мөжәүир хәҙрәт менән саҡырышып торған. Атайым да уны Баймаҡта ҡунаҡ иткән. Мөжәүир олатай үҙе лә уларҙы Манһырға саҡырып ҡайтара торған булған. Мәһәҙей олатай үҙ заманына күрә уҡымышлы кеше һаналған, ауылдың муллаһы булып торған. Атайым да Баймаҡта, мулла булмаһа ла, намаҙ уҡыған, балаларға исем ҡушҡан, аят уҡыған. Ул ваҡытта динле кешеләр аҙ булған мәсет булмағас, Мәүлит, Ҡорбан, Ураҙа байрамдарын бер-береһенә саҡырышып өйҙәрҙә үткәрер булғандар. Был мәжлестәрҙә йөрөгән атайым да Мөжәүир хәҙрәтте бик яҡшы белгән.
Һуңынан мин атайымдан хәҙрәт менән нисек таныш булыуҙары тураһында һораштым. Атайым Баймаҡта саҡта хәҙрәткә барып йөрөгән икән. 1959 йылда атайым саҡырғас, Мөжәүир хәҙрәт Йәнтешкә лә килде. Матур ҡараға буялған тырантасына туры ат еккәйне. Хәҙрәт юлда талсыҡҡан атын беҙгә ҡуйҙы ла, Аҡназарҙан Ғәйзулла тигән ҡарт атайым менән икеһен үҙ аты менән алып ҡайтып китте. Ул Аҡназар менән Ҡаҙырша ауылдары араһындағы Пәйғәмбәр ташын күрергә тип килгән булған икән. Аҡназарҙан ҡайтышлай беҙҙең өй бәләкәй булғас, атайым хәҙрәтте Сөләймән ҡарттарға алып барып йоҡлатты. Шунда ҡунаҡ иткәндәр. Иртәгеһенә хәҙрәт атып егеп ҡайтып китте.
Шулай итеп, миңә Мөжәүир хәҙрәт менән бергә сәй эсеп, унан фатиха алыу насип булды. Үҙе тере саҡта ике тапҡыр осраштым. 2010, 2012 йылдарҙа ике тапҡыр ҡәберенә барып, мин дә уға фатиха уҡыным. Амин.
Әсәйемде үлтергән соҡор тураһында
1957 йылдың 16 июнендә әсәйемдең үлгәненә ике йыл булды. Уны иҫкә алып аят уҡыттыҡ. Шунан атайым:
-Әйҙә, улым, әсәйеңә, ҡәберенә барып киләйек. Беҙҙән доға көтөп яталыр, бахыр, - тине.
Мин хәҙер ҙур, миңә биш йәш ярым. Атайым менән әсәйемде күрә китеп барабыҙ. Зыярат Баймаҡтан алыҫ ҡына икән, 2-3 саҡрым самаһы. Бына атайым ҙур юлдан уң яҡҡа боролдо. Был ат юлы ине. Шунда йөрәгем жыу итеп ҡалды. Алдымда әсәйемде үлтергән соҡор бит. Атайымдың ҡулынан тота һалып:
-Атай, унда бармайыҡ. Унда тәрән соҡор. Әсәйемде шул соҡор үлтерҙе, - тип атайымды туҡтаттым. Уны ла үлтереп ҡуймаһын тип уйлағанмындыр инде.
-Ҡурҡма, улым, әсәйеңдең үлгән урынына доға уҡып китәйек, - тип атайым мине алға атлатты.
Барып еттек теге соҡорға. Беҙҙән һуң бынан балсыҡ алмағандарҙыр, үлән үҫә башлаған. Әсәйем үлгән урында сәскә бәйләме ята. Үҫеп ултырған сәскәләр ҙә бар.
-Моғайын сәскәләрҙе Мәһәҙей олатаң менән инәң һалып киткәндер. Улар ошо юлдан ат менән Баймаҡҡа килеп йөрөй. Әйҙә, улым, беҙ ҙә сәскә йыйып һалайыҡ, - тине лә атайым, икәүләп сәскә йыя башланыҡ.
Тиҙ-тиҙ генә ике бәйләм сәскәне теге соҡорға төшөрҙөк. Атайым сүгәләп ултырып доға уҡыны, мин дә уның янына тубыҡланып ултырҙым. Атайым тәсбих алып, тәһил әйтте лә, әпәр итеп зыярат яғына ҡуҙғалдыҡ.
Бына зыяратҡа ла килеп еттек. Атайым бер доға уҡыны ла, әпәр итеп эскә үттек.
-Бына ошонда ята инде әсәйең мәрхүмә, - тине әсәйемдең ҡәберенә эйәге менән ымлап. –Улым, башҡа тиҙ генә бында килеп булмаҫ. Әсәйең менән хушлашып китәйек, - тине лә доға уҡыны.
-Атай, ә ҡайҙа китәбеҙ һуң беҙ? – тинем мин уның хушлашыу хаҡындағы һүҙенән һуң.
-Атай-олатайҙар тыуған яҡҡа, Йәнтеш ауылына ҡайтабыҙ инде, - тине атайым.
-Атай, ә ул ауыл матурмы?
-Матур, улым, донъяла унан да матур ауыл юҡ, - тине лә атайым, бер аҙ уйланып ултырғас, - ярай, улым, һиңә әҙерәк аң ултырһын да, ҙурайғас, һөйләрмен был турала.
Миңә ун йәштәр тирәһе булғас, Йәнтеш ауылы, Иштан батыр тураһында һөйләй торғайны. Үҙенең Йәнтештән нисек сығып киткәнен дә һөйләне. Ярай, быныһы һуңынан.
Әсәйемдең ҡәберен тәртипкә килтереп ҡуйҙыҡ. Китер алдынан атайым: “Ярай, әсәһе, хуш бул”, - тип ҡәбер ташын һыйпаны ла зыярат тышына атланы. Мин дә зыяраттан сығып еткәнсе: “Ярай, әсәй, хуш бул”, - тигән һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр әйтеп барҙым. Шунан атайым мине арҡамдан һөйөп-һөйөп алды. Шул яратыуы һаман да миңә көс биреп торған кеүек.
Бер нисә көндән беҙҙең ишек алдына бер машина килеп туҡтаны. Атайым тышҡа сығып китте лә, кире килеп инде.
-Әйҙәгеҙ, йыйынығыҙ, Йәнтешкә күсеп ҡайтабыҙ, - тип беҙҙе ҡабаландырҙы.
Урам ҡапҡаһын асып машинаны арты менән ишек алдына индерҙеләр. Хушлашырға баҙарҙан Рәйсә апай улы менән килеп етте. Һуҡыр Ҡәйүм ағай ҡатыны менән дә, тағы ла күршеләребеҙ килде. Минең дуҫ малайҙар ҙа йыйылды. Машинаға ҡаралтыларҙы тейәп тә ҡуйҙыҡ. Һарыбай тигән ҙур этебеҙ бар ине. Уны машинаға ултыртып булмай ҙа ҡуя.
-Ярай, улым, Һарыбай эйәреп бара ул, - тине атайым.
Атайым менән әсәйем кешеләр менән хушлаша башланы. Асия менән мин бер яҡ ситтәрәк ҡарап торабыҙ. Үгәй әсәйем Рәйсә апай янына килде лә:
-Ғәлимә килмәне бит, - тине илай-илай.
-Уй, апай, мин уға үҙем барып әйттем бит. Әсәйеңдәр алыҫҡа күсенергә йөрөй, тинем. Ниңә килмәгәндер инде? – тине.
Шунан үгәй әсәйем Асия менән кабинаға, мин атайым менән кузовҡа менеп ултырҙыҡ. Ҡуҙғалып киттек. Мин Һарыбайҙы саҡырҙым. Этебеҙ ишек алдын бер урап сыҡты ла, беҙҙең арттан сапты.
-Һау бул, Баймаҡ! Һау бул мине тыуҙырған өй!
Атай-олатайҙарыбыҙ тыуған Йәнтешкә килеп төштөк. 1937 йылда репрессияланып 10 йылға хөкөм ителгән атайым, 1957 йылда ғына бына Йәнтешенә йәшәргә ҡайтты... Этебеҙ ҙә беҙҙең арттан ҡалманы. Беҙ Динислам ағайҙарҙа йәшәй башланыҡ. Уның атаһы Әхмәтлатиф менән минең ҡартатайым Мөхәммәтғәле бер туғандар булған. Бер айҙан атайымдың туғандары, иптәштәре бәләкәй генә өй эшләп бирҙеләр. Беҙ шунда йәшәй башланыҡ. Атайым миңә ҡыуал яһап бирҙе. Баймаҡтан күп итеп тарамыш ҡармаҡтар алып ҡайтҡайныҡ. Һаҡмарҙа малайҙар менән балыҡ ҡармаҡланыҡ, һыу индек, ҡомда ҡыҙындыҡ.
Элек Мәләүез йылғаһында бәрҙе күп була торғайны. Атайым ат ҡылынан мәскәү ишеп бирҙе. Бәрҙе тәрән ҡумырыҡта була. Ҡояш өҫкә күтәрелгәс, ипләп кенә барып ҡарайһың. Балыҡ ятһа, баш яғынан мәскәүҙе алғы ҡанатын үткәреп ҡапыл ғына тартып алаһың. Шунан ике-өс минуттан балыҡтар тағы ла йыйыла башлай. Бер сәғәттә бер теҙлек балыҡ алып ҡайтаһың. Һуңғараҡ һалдау менән шамбы, йәйен сәнсергә өйрәтте атайым.
Атайымдың мылтығы бар ине. Мине лә һунарға алып йөрөнө. Ул ваҡытта ҡуян күп булды. Көҙ көнө улар муйыл, селек төбөндә ағарышып ята инеләр. Ҡыш ҡуян сарына тоҙаҡ ҡора торғайныҡ. Икенсе класта уҡығанда уҡ мин өйгә ҡуян алып ҡайта инем. Август айҙарында атайым бурһыҡҡа ҡапҡан ҡороп бирә лә, бер-ике көндән өйгә бурһыҡ апҡайта башланым. Ул ваҡытта больница булманы. Кешеләр бурһыҡ майы менән бағына торғайны.
1959-1962 йылдарҙа атайым ҡырҙан килгән оҫталар менән магазинды, шунан һуң Тәкәл битендә элек Бәхтиәр ҡарт торған ерҙә ағастан магазин, мәктәп һалдылар.
Ҡыш етһә, атайым кешегә быйма табанланы. Мин уға унлы ептәрҙән таҫма эшләп ыҫмалалап бирҙем. Яҙ етеп килһә, талдан ҡаҙ ояһы үрҙек. Тирмәнсе урыҫҡа мурҙа үреп онға алмаштырҙыҡ.
Элек тау битендә беләк йыуанлыҡ ҡайындар күп булды. Мәләүез буйында нәҙек ерек ағастары үҫте. Мин шул ағастарҙы ҡырҡып өйөп ҡуям да, Рәшит тигән ағайҙарҙың атын алып тороп утын ташый торғайным. 1959 йылдың 9 сентябрендә Миңъямал һеңлем тыуҙы. Атайыма 61 йәш ине. Атайым минең менән Асияның таныҡлығына үгәй Ғәйникамал әсәйебеҙҙе яҙҙырған. Шуға күрә ысын әсәйебеҙҙе үҙебеҙҙән башҡа берәү ҙә белмәй ине әле.
Фотола: Атаһы Рәхимйән, үҙ әсәһе Зәлифә (ул 1955 йылда 31 йәшендә генә вафат була), Юныс ағай үҙе, ҡарындашы Асия. 1954 йыл, 20 август.