Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2025, 06:10

Алтынсы китабын ҡулына алды

 Үҙе әйтмешләй, бәхетле кеше ул - Рәхимә апай Вәлиуллина!

Алтынсы китабын ҡулына алдыАлтынсы китабын ҡулына алды
Алтынсы китабын ҡулына алды

Районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе булған Бикбулатта тыуып үҫеп, 35 йыл Ташкентта йәшәгән яҡташыбыҙ матур хеҙмәт юлы үткән, үҙ тиңе менән һөйөп-һөйөлөп йәшәп, аҡылы балалар үҫтергән, хаҡлы ялға сыҡҡас, тормош иптәшенең тыуған еренә – Татарстандың Байҙар Сабаһы районына күсеп ҡайтып, әлеге көндә лә йәмәғәт тормошонда ҡайнап, тормоштоң һәр көнөнән йәм табып йәшәй.

 Һөнәре буйынса ижад кешеһе булмаһа ла, күңеленән ашып-ташып торған хис-тойғоларын аҡ ҡағыҙға күсергән, милләттәштәрен үҙенең хисле шиғырҙары, төрлө кешеләрҙең ҡатмарлы яҙмыштары хаҡында мауыҡтырғыс йөкмәткеле хикәйә, повестары менән әленән-әле ҡыуандырып торған, байтаҡ йылдар “Саба дулҡыннары” радиоһында башҡортса тапшырыуҙар алып барған ысын ижади шәхес ул!

  Рәхимә Мәсәлим ҡыҙының быға тиклем донъя күргән биш китабын да халыҡ яратып ҡабул итте: 2015 йылда уның тыуған ауылы тураһында яҙған “Көмөш һыулы Кесе Эйек буйында” тигән тәүге китабы донъя күрҙе.  2019 йылда баҫылған “Самый шулай” китабы билдәле йырсы Элвин Грейға (Радик Юлъяҡшинға) арналған. Еңел булмаған яҙмыштарҙы һүрәтләгән “Рәйсәнә”,  “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар” китаптарын да уҡыусылар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый.

Бишенсе китап булып донъя күргән “Әсә йөрәге” – күләмле әҫәр. Бөгөнгө көндә бик актуаль тема – махсус хәрби операция башланғас, тыуған илен һаҡлар өсөн алыҫ тарафтарға юлланған ике егеттең күргән-кисергәндәре, улар өсөн ут йотҡан әсәнең еңел булмаған яҙмышы һүрәтләнгән унда. “Был китабымдың дауамы буласаҡ!” – тигәйне ул. Алдына алғанын, эшләйем тигән эшен эшләмәһә, Рәхимә апай Рәхимә лә булмаҫ ине! Һәм бына, ниһайәт, “Әсә йөрәге”нең дауамы – “Яралы һалдат” тип аталған алтынсы китабы донъя күрҙе. Был повесть та ябай тел менән, әммә бик аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс итеп яҙылған, бай йөкмәткеле, хатта детективҡа яҡын тип әйтергә була – сюжет көтөлмәгән боролоштарға бай.

Иманыбыҙ камил, Рәхимә апайҙың был ижад емеше лә, һис шикһеҙ, бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ!

 Илһөйәр, телһөйәр яҡташыбыҙға артабан да ижади уңыштар, асыштар, балҡыштар насип булһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас