

ҘУР ӘСӘЙЕМ ТУРАҺЫНДА
Ҙур әсәйем (атайымдың тәүге ҡатыны) Ғилминиса Насип ҡыҙының боронғо ата-бабалары Ҡаҙан яғынан суҡындырылыуҙан ҡасып килеп, тәүҙә Күгәрсен тигән ауылда тормош көткән. Уларҙың балалары Ҡыуандыҡ яғына таралған. Насип менән Миңлехан тигән ағалы-ҡустылылары бик хәлле йәшәгән. 1915 йылдарҙа Насип ат мисәп егеп, дилбегәгә күсерен ултыртып, ҡыҙы Ғилминисаны алып Ҡыуандыҡ баҙарына барған. Мөхәмәтов булған уларҙың фамилиялары. Ул тимерлек тотҡан, малдары ишле, йорт-ҡураһы ныҡ булған. Насип тимерҙән, көмөштән беләҙек, балдаҡ, алҡа, бысаҡ, балта эшләп һатҡан.
Тап шул мәлдә атайым Рәхимйән ҡартатайым Мөхәммәтғәле менән ике ылауҙа Ҡыуандыҡ баҙарына бара. Элек минең атай-олатайҙар тары сәскән, дегет ҡайнатҡан, йүкәнән һауыт-һаба, сана, арба, тәртә һ.б. кәрәк-яраҡ яһап һатҡан. Урманда һыуһар, төлкө, ҡуян, аҫ күп булған. Атай-олатайҙарым шулар менән кәсеп иткән. Элек баҙарҙа аҙналап торғандар. Ҡартатайым Насип менән танышып ала. Атайым Насиптың ҡыҙы Ғилминисаға бер күреүҙән ғашиҡ була. Бер саҡ уларҙың ҡайтыр ваҡыты ла еткән.
-Атай, ҡыҙын алып ҡайтайыҡ, - тип әйткән атайым үҙ атаһына.
Ҡартатайым Насипҡа:
-Насип, ҡоҙа булышайыҡ. Балалар бер-береһен яҡын күргән бит, - тигән.
-Ашыҡмай торайыҡ. Ҡайтып өйҙәгеләр менән кәңәшләшеп, шунан күрешербеҙ. Кейәүгә бирергә ҡыҙым йәшерәк әле, - тигән Насип.
Атайым уларҙың һөйләшкәнен тыңлап торған да, Ғилминисаға:
-Миңә кәләш булаһыңмы? Улай булғас, мин һине алып ҡасам, - тигән атайым.
-Ҡалай итеп? – тигән буласаҡ ҙур әсәйем.
-Мин һеҙҙе ҡыуып етермен, һин әҙер генә ултыр, - тигән атайым.
Насип ҡайтырға сыҡҡан. Атайым иң шәп атты туғара һалып менгән дә, тегеләрҙең артынан сапҡан. Ҡыуып етеп, тырантаста ултырған Ғилминисаны ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ҡайтыу яғына саба. Был хәл 1916 йылда була. Ул саҡта атайыма 18, ҙур әсәйемә 15 йәш булған.
Ул ваҡытта ҡартатайҙар ҡыш көнө Йәнтештә, йәй етһә ауылдан ун-ун биш саҡрым алыҫлыҡта йәйләүгә сыҡҡан. Аттары йәйен-ҡышын тибендә йөрөгән. 1890-1900 йылдарҙа Арыҫланғәле, Мөхәммәтғәле ҡартатайҙар хәҙерге Атингән менән Тиргәмеш ауылдары араһындағы Маевка тигән урында ҡарағастан ҙур итеп өй эшләп ултыртҡан. Был ерҙәр Йәнтешевтарҙың, Иштановтарҙың аҫаба ерҙәре һаналған. Тап шул йылдарҙа ситтән килгән урыҫтар, украиндар уларҙың ерҙәренә ымһына башлаған. Ул саҡта беҙҙең яҡта ҡарағай, ҡарағас ағастары күп үҫкән. Ситтән килеүселәр уларҙы ҡырҡып өй һала башлаған. Шул рәүешле Ивановка, Атингән, Федоровка, Новопетровка, Шөкәрә тигән урыҫ, мордва ауылдары барлыҡҡа килә. Беҙҙең атай-олатайҙар Йәнтештә мәсет, мәҙрәсә төҙөгән, шәкерттәр өсөн ятаҡ һалып биргән. Мәҙрәсәгә ҡарағасты Ҡарағаслы тигән йылға буйынан ташығандар.
Атайым ҙур әсәйемде Маевкаға (Һаҙлүҙәк) алып ҡайта. Ә Йәнтештә ҡартатайым Өмөниса ҡарсәй менән йәшәй. Атайымдар матур итеп донъя көтә башлай. Өс-дүрт айҙан ҡартатайым, атайым, ҙур әсәйем ылау менән Күгәрсен ауылына бара Насип ҡыҙына бүләккә “Зингер” машинкаһын, ә ҡатыны түшелдерек бирә. Етмешенсе йылдарҙа шул “Зингер” машинкаһы Ҙур әсәйем менән атайымдың ҡыҙы Дәүләтбикә апайым менән Исҡужин Йәнгилде еҙнәмдең өйҙәренең иң түрендә тора торғайны.
Егерменсе йылдарҙа кооператив коммуна ойоштороу башланған. Атайым менән ҙур әсәйемдең йәй көнө Маевкала 1924 йылда Дәүләтбикә тигән ҡыҙҙары, 1926 йылда Йосоп тигән улдары донъяға килә.
АТАЙЫМДЫ АЛЫП КИТЕҮҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА
1937 йылда атайымды “Тройка НКВД БАССР по ст. 58 УК РСФСР” тигән ҡарар менән ун йылға төрмәгә ебәргәндәр. Ул ваҡытта ҙур әсәйемә - 36, Дәүләтбикә апайыма - 13, Йосоп ағайыма 12 йәш булған. Шул китеүҙән атайым улын бүтән күрә алмаған. Йосоп ағай Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Ҙур әсәйем шулай иҫләп һөйләр ине: “1937 йылда бер көндө атайың иртәнсәк торҙо ла, әсәһе, бер төш күрҙем. Ат менән бесән сабып ҡайтып киләм, шунан атым батты ла ҡуйҙы. Был төш яҡшыға булмаҫ, моғайын. Инде миңә лә сират еткәндер”, - тигән.
Шул саҡта ауылдың иң яҡшы кешеләренә һөжүм башланған. Өлкәндәр һөйләй торғайны: НКВД чекистары ябай кеше булып киләләр ҙә, кем бында совет власына ҡаршы, тип һорайҙар икән. Шунан кеше үҙенә оҡшамаған кешенең исемен әйтә бит инде.
Атайымдың “японский” тип аталған мылтығы булған. Атҡан йәнлектәрҙе атайым ауылдың ас кешеләренә өләшер булған. Бер саҡ атайым ҙур әсәйемә: “Әсәһе, мине алып китеп барһалар, мылтыҡты шунда йыйҙым. Һуңынан Йосопҡа бирерһең. Ҡөрьән араһында фотолар ҙа бар, һаҡлап тоторһоң”, - тигән. Әммә ул фотолар араһында атайым менән ҙур әсәйемдең генә фотоһы ҡалған. Дәүләтбикә апайымдан шул хаҡта белдем. Ул атайымдың Граждандар һуғышында төшкән фотоларын һаҡлаһа ла, кейәүгә сыҡҡас, еҙнәй уларҙы юҡҡа сығарған.“Был фотоны күрһәләр, башты төрмәлә серетәсәктәр”- тигән ул. Сөнки ул фотола Муса Мортазин да булған. Шуныһы ҡыҙғаныс: шул кешенең башҡорт халҡының милли батыры икәнен белмәйенсә үлеп киттеләр.
Ә атайымдың мылтығын Йәнгилде еҙнәм һаҡлап тотҡан. Ул мылтыҡ оҙон көбәкле, затворлы ине. “Японский” тип аталған был мылтыҡтан пуля менән дә, дробь менән дә атып була ине. Уның менән мин дә 7-10 йәшемдә һунарға йөрөй торғайным. Атайым үлер алдынан ул мылтыҡты Аҡъярҙан бер милиционер килеп алып китте.
1937 йылда 3-4 ай эсендә генә Иштановтарҙан 8 кеше репрессияға эләккән. Уларҙан атайым Иштанов Рәхимйән генә тере ҡайтҡан. Атайымды 1937 йылдың көҙөндә алып киткәндәр. Ҡулға алынғандағы документы түбәндәгесә:
1937 й. 18 ноябрь. Иштанов Рәхимйән Мөхәммәтғәле улы, эшләгән урыны: крәҫтиән. Йәшәгән урыны: Йәнтеш. Хәйбулла районы БАССР. Ҡулға алынған: Тыуған ерендә. Кем тарафынан хөкөм ителгән: Постановлением Тройки НКВД БАССР пост. 58 УК РСФСР к заключение ИТЛ. Сроком 10 лет.
Эх... Шул йылдарҙы уйлайым да, ҙур әсәйемә нисек кенә ҡыйын булғандыр, Дәүләтбикә апайыма, Йосоп ағайыма бигерәк тә ҡыйын булғандыр инде. Аталары тере булып та, етем ҡал инде.
Хәҙер ауылдан ике ылау менән атайымды Йылайыр төрмәһенә алып китергә әҙерәләнәләр. Бер ылауҙың күсере Исҡужин Абдрахман була. Ул Йосопто артынан эйәртеп атаһы янына алып бара. Атайым улын һөйөп-һөйөп ала, Алла бирһә осрашырбыҙ, тип әйтә. Шул ыңғайҙа Абдрахман атайымдың ҡултыҡ аҫтына көлдә бешерелгән сөсө икмәк тығып өлгөрә. Атайымды арбаға ултыртып алып та китәләр. Арттан ике һыбайлы оҙатырға сыға. Шул ваҡыт Дәүләтбикә апайым йүгереп барып атайымдың санаһына ырғып уны ҡосаҡлап ала. “Ҡыҙым, һин хәҙер ҙурһың инде, бирешмә, мин һиңә Аллаһы Тәғәләнән бәхет кенә һорармын инде”, тип атайым уны төшөрөп ҡалдырған. Дәүләтбикә апайым Йәнгилде еҙнәй менән оҙон ғүмер итеп, алты балаға ғүмер бирҙеләр.
Һуңынан атайым төрмәнән ҡайтҡас Абдрахман ағай менән һөйләшеп ултырғандарын ишеттем. Баҡтиһәң, Йылайырға табан китеп барғанда Абдрахман ағай атайыма:
- Мин хәҙер сананы ҡыялатайым да ҡолатайым, әллә һин ҡасаһыңмы? – тип тәҡдим иткән.
- Юҡ инде, быларҙан ғына ҡасып ҡотолһам да, ҡасып ҡайҙа барайым? Улар бит бөтөн донъяны баҫып алды, - тип атайым баш тартҡан.
Атайымды алып киткәстәр ҙур әсәйемдең өйөнә килеп “Ҡыулыҡ” тигән атын, һыйырын, бер башмағын колхозға алып китәләр. Ҙур әсәйем илай-илай: “Һыйырымды булһа ла ҡалдырығыҙ инде, балаларымды ҡайһылайтып аҫырайым һуң?” – тиһә лә, уның һүҙенә ҡолаҡ һалып тормағандар. Һыйырһыҙ ҡалғас, ҡатыҡ та, һөт тә, ҡаймаҡ та юҡ. Ҙур әсәйем Әхмәтлатиф ҡайнағаһына барып:
-Ҡайнаға, һыйырымды булһа ла алып биреш әле. Һин өлкән кеше, бәлки һине тыңларҙар. Балаларыма һөт кәрәк бит, - тигән.
-Ярай, килен, барып һөйләшеп ҡарармын, - тип тороп ҡалған ул. Нимә тигәндер, Ҙур әсәйем балалары менән ҡабаттан һыйырлы булған. Тик атайым ғына тиҙ ҡайта алмаған. Ул егерме йылдан һуң ғына Йәнтешкә ҡайтып төшәсәк, ҙур әсәйемдән һуң тағы ла ике ҡатын алып, беҙгә, балаларына, ғүмер бирәсәк әле. Бәхетле көндәре әҙерәк булһа ла, унан да бәхетле көндәре беҙ тыуғастыр инде.
Атайым 20 йыл үткәс 1957 йылда ғына тыуған яғына күсеп ҡайта алды. Һуңынан Арыҫланов Сәфиулла ағайҙан атайымдың ни өсөн төрмәгә ултырыуы хаҡында һорашҡайным, ул:
-Беҙ атайың менән Арыҫланғоловтар, Иштановтар кооператив ойоштороп йөрөнөк. Ул бик актив кеше булды. Колхозға инмәҫ борон Маевкала Иштановтар коммуна ойоштороп йәшәне. Атайың бер үгеҙен һуйып төндә Йәнтеш халҡына таратҡан. Астан үлмәһендәр өсөн. Муса Мортазин Атингәндә, Шөкөрәлә һуғышып йөрөгәндә атайым да уның полкы сафына ҡушылған. Шуларҙы НКВД-ға еткергәндәр. Ул ваҡытта күп кешеләр бер ғәйепһеҙгә төрмәгә эләккән. Атайың ғына тере ҡайтты.
1998 йылда атайымды аҡлау ҡағыҙы килде. Ул Мәскәү каналын төҙөргә ебәрелә. Йылайыр районының Ашҡаҙар ауылынан Игебаев Ирғәле тигән кеше лә уның менән була. Уны ун дүрт йәшендә генә бер сумка башаҡ йыйғаны өсөн ебәрәләр. Шул ағай алтмышынсы йылдарҙа Ғәлиәхмәт ауылында йәшәгән Ураҙбикә тигән инәйгә килгән саҡта мине һорашып килеп еткән.
-Атайың мине яҡлап алып йөрөнө. Гел эшкә бергә барҙыҡ. Мәскәү каналын төҙөнөк. Унда халыҡ ныҡ ҡырылды. Һуғыш башланғас беҙҙе Мәскәү тирәһендә ер, канау, окоптар ҡаҙҙырҙылар. Беҙҙе лә һуғышҡа әҙерләнеләр. Ҡыйынлыҡтарҙы күп күрелде инде беҙгә. Шул замандарҙа михнәт, аслыҡты күреп тере ҡайтыуыма һаман да ышанмайым. Юныс ҡустым, атайың бик көслө, бәһлеүән булды. Кешеләр менән һөйләшә белә ине. Атайың Баймаҡтан Йәнтешкә ҡайтҡас мин һеҙгә барып йөрөнөм. Хәҙер өлкәнәйҙем инде. Ашҡаҙарҙа әбей менән икебеҙ генә йәшәп ятабыҙ. Бында Ғәлиәхмәттә лә әбейем бар, шуның хәлен белергә килдем дә инде. Һеҙҙең үгәй әсәйегеҙ ҙә бында кейәүгә сыҡҡан икән. Үҙең нисәнселә уҡыйһың, ҡустым? – тип һораны ул минән.
-Алтынсы класты бөттөм. Йәй көнө бесәндә йөрөнөм. Ике ай эшләгән өсөн колхоз миңә бер кәбән бесән, 27 һум аҡса бирҙе, - тип маҡтанып алдым. – Тағы ла күлдәк, шаровар бирҙеләр.
Ул ваҡытта колхозға бесәнде балалар әҙерләй торғайны. Ҡырҙа ҡыуыш ҡороп яттыҡ. Ҙур малайҙар ат тырмаһында йөрөнө, ҡатын-ҡыҙҙар бесән күбәләне, мин Ғәбит ағай менән күбә эйҙек. Беҙ бер урынға тарттырған күбәләрҙе кәбәнселәр кәбән итеп һалып торҙо.
-Ә ҡарындашың ҡайҙа? – тип һораны Ирғәле ағай.
-Ул хәҙер Йәнтештә йәйге лагерҙа. Бында Ғәлиәхмәттә Миңъямал тигән һеңлем менән Ғафурйән тигән ҡустым бар. Атайым үлгәс, үгәй әсәйем Ғәлиәхмәт ауылына Әблеғәфәр ҡартҡа кейәүгә сығып, уларҙың Мөхәммәт тигән улдары бар. Бабай яңыраҡ үлеп ҡалды. Уның тағы ла өлкән әбейе бар, - тинем.
-Уй, ҡустым, һиндә икән байлыҡ, - тип әйтеп ҡуйҙы Ирғәле ағай.
Беҙҙе йәлләп әйткәндер инде. Ысынлап та, өйҙә 47 йәшлек үгәй әсәйем, 85 йәшлек көндәше Хәйерниса инәй, 7 йәшлек Миңъямал һеңлем, 4 йәшлек Ғафурйән ҡустым, 1 йәшлек Мөхәммәт ҡустым йәшәй инек. Беҙ шунсама кеше бер әбейҙең 12 һум пенсияһына йәшәнек. Ауыл советынан бер ниндәй ҙә ярҙам булманы. Ярай, теге инәй түшәктә булһа ла 23 йыл йәшәне. Пенсияһы сәй-шәкәрлек кенә ине. Мин балалар йортонан ҡайтҡас, инәй бер йыл йәшәне.
Шулай итеп, Ирғәле ағай менән арыу ғына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул һыйырыбыҙ бармы-юҡмы, тип тә һорашты. Ҡайтыр саҡта Ашҡаҙарға килеп йөрөргә ҡушты.
Һуңынан золом ҡорбандарының тормоштары менән ҡыҙыҡһына башланым. Улар беҙҙең райондан да бик күп булғандар икән. Ирғәле ағай хаҡында ла беҙҙең яҡта ҡыҙыҡлы бер ваҡиға һөйләйҙәр. Ул ҙур тоҡ йөкмәп төрмәнән ҡайтып килә икән. Районына килеп еткәс, юлында осраған һәр ауыл балаларына кәнфит өләшә икән. Баҡтиһәң, ул имен-аман ҡайтырға насип булһа, һәр ауылға инеп балаларға кәнфит өләшер инем, тип әйтеү әйткән икән.
Бер ваҡыт Һултантимерҙән Ғәббәс ағай менән атайымдың һөйләшеп ултырғандары иҫтә ҡалған.
-Немецтар Мәскәү янына килеп еткәс, беҙҙе штрафбат төҙөп һуғышҡа алып киттеләр. Алдан беҙгә немецтар, артҡа сигенһәк, үҙебеҙҙекеләр ата. Күп кешеләребеҙ ҡырылды, - тигәйне атайым Ғәббәс ағайға.
Атайым был турала башҡа һөйләмәне. Атайым үлгәс һандыҡ төбөндә уның ҡыҙыл төҫтәге хәрби билетын таптыҡ. Ул билетын һаҡлау хәстәрен күрмәгәнмен шул.
Атайым һуғыштан һуң ауылға ҡайтҡан. Уларҙың Йәнтештәге өйҙәрен ҡутарғандар. Был “халыҡ дошманы”ҡайтмаҫ тип уйлағандарҙыр инде. Дәүләтбикә апайым һуғыш ваҡытында Йәнтештә комбайнда эшләгән. Аҙаҡ Самарскийҙа комбайнсыларҙы уҡытып йөрөгөн. Ҙур әсәйемде лә шунда алып киткән. Ауылдағы өйҙәрен емереп, келәтме, складмы иткәндәр. Мәсеттең дә манараһы юҡ.
Станда ҡатын-ҡыҙҙар көлтә бәйләй, эшләрлек ирҙәр юҡ. Урманда йәшәп тә өйҙәрендә яғырлыҡ утындары юҡ икән. Ҡатын-ҡыҙҙар урлап ҡына мейестәренә ҡоро тал, ҡарама яғалар. Урман ҡараусы балталарын тартып алып, мейестәренә һыу һибеп йөрөй икән. Игенлектең янында ҡул тирмәндәре ярылып ята икән. Ҡатын-ҡыҙҙар игенде урлап тарттырып, өшәкәй бешереп ашап йөрөгән, балаларын ашатҡан. Килмешәктәр өшәкәйҙең еҫен һиҙеп ҡалып ҡул тирмәндәрен кувалда менән яра һуғып киткәндәр. Шул тирмәндең ярсыҡтары Ерекле һаҙҙа һаман да боронғо тарихтың этлек шаһиты булып ята бирә.
Тағы ла Йәмилә тигән инәй һөйләй торғайны. Ул Мәләүез буйынан ҡоро тал ҡырҡып сана менән һөйрәп ҡайтҡан да, ут яғып алабута орлоғонан бутҡа бешерәйем тип йөрөһә, урман ҡарауылсыһы килеп инеп утына һыу һибеп, балтаһын тартып алып киткән. Уның өйөндә йәш ярымлыҡ ҡына балаһы була, шул бала һыуыҡ өйҙә туңып үлә.
Беҙҙең стандан алыҫ түгел Фидасеевка тигән урыҫ ауылы бар. Шунда “Лауылдаҡ Андрей” тигән урыҫтың түбәндәге һөйләгәнен ишетергә тура килде:
- Йәнтештең стан ырҙынында игене күп булһа ла, ауылда балалар күп үлде. Минең бер белешемдең дә балалары мәрхүм булды. Мин шул игенде йөкләп алып ҡайтып балаларыма ашаттым. Ете балам да иҫән ҡалды. Нишләп йәнтештәр ул игенде кешеләргә бирмәгәндәр икән? – тип һөйләгән Андрей.
Атайымды ла бында ҡолас киреп ҡаршы алмағандар. Йосоп ағай ҙа һуғыштан ҡайтмаған. Шунан атайым ҙур әсәйемде эйәрткән дә, Семеновск алтын фабрикаһына урынлашып, Баймаҡта өй һалып алғандар. 1946 йылда Дәүләтбикә апайым Исҡужин Йәнгилдегә кейәүгә сығып, Яковлеавкала (Аҡъяр совхозы) йәшәй башлағандар. Йәнгилде еҙнәй япон һуғышында, фин һуғышында, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Аҙаҡ тағы япондарға ҡаршы һуғышҡан. Уның йәш ваҡыты гел һуғышта үткән. Уларҙың Мәрхәбә (Нина), Зоя, Роза, Рәйсә тигән ҡыҙҙары, Ишбулды, Фәрит тигән улдары булған. Еҙнәй совхозда шофер, апай хат ташыусы булып эшләгән. Уларҙың балаларын ҡарарға ла ваҡыты булмаған. Почтаны Бүребайҙан ат йә осраҡлы машина менән ташыған апайым. Шуға ла ҙур әсәйем апайыма ярҙам итешергә Баймаҡтан ҡайтып йөрөгән.
1964 йылда еҙнәм үлеп ҡалды. Ҙур әсәйем менән ҡыҙы Дәүләтбикә апайым балаларын бергә ҡарап үҫтерҙеләр. Ҙур әсәйем 1972 йылда мин армияла саҡта үлеп ҡалды. Уның ҡәбере Яковлевка ауылында. Дәүләтбикә апай 2000 йылда донъя ҡуйҙы. Еҙнәй ҙә, апай ҙа Урғаҙала (ул саҡтағы Яковлевка) ерләнгән.
Ҙур әсәйем Йосоп улына пенсия ала торғайны. Һәр саҡ Йәнтешкә килеп:
- Әйҙә, бабай, улыбыҙҙы иҫкә алып сәй эсеп алайыҡ, - тип күстәнәстәре менән килеп етә торғайны. Ул ваҡытта беҙ үгәй әсәй менән тора инек. Атайым, ҙур әсәйем, үгәй әсәйем, мин, Асия, Миңъямал, Ғәфүрйән бәләкәй генә урындыҡҡа ултырып кәнфит, шәкәр ҡушып сәй эскән ваҡыттар иң матур саҡтар булды. Ҙур әсәйем түшелдерегенән тинлектәрен алып беҙгә өләшеп ҡайтып китә торғайны. Йә булмаһа Йәнгилде еҙнәйҙең әсәһе Әминә ҡоҙағыйында ике-өс ҡунаҡ булышып йөрөй торғайны. Ул барыбыҙҙы ла үҙенең балаһылай күреп тигеҙ яратты.
Ҙур әсәйем Зәлифә көндәшенән тыуған Асия менән мине, Ғәйникамал көндәшенән тыуған Миңъямал менән Ғафурйәнде ле һөйөп-һөйөп: “Аллаға шөкөр, үҙе үлһә лә, балалары ҡалды әле бабайымдың. Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргәс, бәхетте лә бирә ул. Атайыңдың нәҫелен дауам итеүсе Юныс улым хәҙер һин бар, ҡустың бар, атайығыҙ ғына был донъянан иртә китеп барҙы, һеҙҙе тағы ла әҙерәк үҫтерә алманы. Ярай, күрше тирәгеҙ ҙә кешеләр яҡшы, ярҙам итешеп торалар”, - тип әйтә торғайны.
Һәр беребеҙгә бетеү яҙып, ҡыҙҙарҙың күлдәктәренә, малайҙарҙың кәпәсенә тағып ҡуйҙы. Атайым да миңә бетеү яҙғайны, мин уны оҙаҡ ваҡыт һаҡлап алып йөрөнөм...(дауамы бар)