Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2025, 13:45

Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 1

  Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы уҙаманы Юныс Рәхимйән улы Иштановтың күргән-кисергәндәре, ысын мәғәнәһендә, китап итеп яҙырлыҡ! 60-сы йылдарҙа ул беҙҙең районда урынлашҡан балалар йортонда тәрбәиәләнә. Оло йөрәкле аҡһаҡалдың яҙмаларын уҡығас, быға үҙегеҙ ҙә инанырһығыҙ...   ...Ҙур әсәйем атайымдың үҙенә көндәш алып ҡайтырын көтөп алған, хәленсә табын әҙерләп, матур итеп ҡаршы алған. Көндәштәр талашмай, ыҙғышмай татыу итеп йәшәп киткәндәр.

Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 1Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 1
Уның күргән-кисергәндәре китап итеп яҙырлыҡ - 1

Атайым менән әсәйем өйләнешкәндә атайыма 52, ә әсәйемә 26 йәш була. Атайым был ваҡытта ҙур әсәйем менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән була. Өйөбөҙ хәҙерге иҫке баҙарҙың эргәһендә ине. Шулай итеп, атайым йәш кәләшен эйәртеп Баймаҡтағы өйөнә ҡайтып инә. Ҙур әсәйем атайымдың үҙенә көндәш алып ҡайтырын көтөп алған, хәленсә табын әҙерләп, матур итеп ҡаршы алған. Көндәштәр талашмай, ыҙғышмай татыу итеп йәшәп киткәндәр.
Ҙур әсәйемдең атайымдан 1924 йылғы Дәүләтбикә тигән ҡыҙы, 1926 йылғы Йосоп атлы улы булған. Йосоп ағайым һуғышта ятып ҡалған, ә Бикә апайым Хәйбулла районының Яковлевка ауылында Йәнгилде тигән еҙнәй менән донъя көткән. Уларҙың алты балаһы булған, ҙур әсәйем ҡыҙына ҡайтып донъя көтөшкән. Ул бер Баймаҡҡа ҡайтып, бер ҡыҙына барып йөрөгән.
Ә атайым Семеновск ҡасабаһында Мәһәҙей ҡайнағаһы менән бергә фабрикала алтын йыуған. Ул 1952 йылдың 12 ғинуарында эштән ҡайтып килһә, ҙур әсәйем: “Ҡотлайым, улыбыҙ бар! Улыбыҙ Мәүлит көнөндә тыуҙы. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тыуған көнөндә”, – тип һөйөнсөләгән. Әсәйем миңә Юныс тип исем ҡуштырған. Теге Себерҙән үҙҙәрен алып ҡайтҡан Юныс олатайҙың изгелеген онотмағандар инде. Берсән, шуны ла яҙып үтәйем: 1933 йылда ир уртаһы булған Юныс олатайҙың бәлки балалары, ейәндәре барҙыр йә булмаһа ҡәберен беләләрҙер. Ул кеше Юлдыбайҙыҡымы, әллә Сәлим ауылынанмы икән? Миңә хәбәр итһәләр, бик шат булыр инем.
Шул көндә мин тыуғанмын. Ҙур әсәйем кендек инәһе булған. Ул миңә егерме йәш тулғансы йәшәне. “Юныс улым, Йосоп ағайыңа ныҡ оҡшағанһың” тип әйтә торғайны. 1955 йылдың 18 мартында Асия һеңлем донъяға килгән. Әсәйемдең Асияны имеҙеп ултырғанын иҫләйем. Бергәләп картуф сәскәнде лә, картуф ашағанды ла хәтерләйем. Әсәйем ай шикелле ап-аҡ йөҙлө булды.
Бер ваҡыл Семеновскийҙан Мәһәҙей олатайым ат менән беҙгә килеп төштө. Әсәйем уның аты менән мейес һыларға балсыҡҡа барырға булды. Асия менән мине арбаға ултыртып, күнәк, арҡан, көрәк алып балсыҡҡа киттек. Кешеләр балсыҡты Баймаҡтың ситенән ташый торғайны. Бер соҡор эргәһенә килеп туҡтаныҡ та, атты бер сәүелгә бәйләп ҡуйҙы. Шунан арҡандың осона күнәкте бәйләп соҡорға төшөрҙә лә, икенсе осон миңә тоттороп соҡорға төшөп китте. Әсәйем балсыҡты күнәккә тултырмай ғына һала, мин күтәреп арбаға ҡойоп торам. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра ине. Бына бер ваҡыт әсәйем ипләп кенә сүкәйеп ултырып башын баҫты ла тик ултырҙы ла ҡуйҙы. Бер-ике минут үттеме-юҡмы: “Бәхил булығыҙ!” тип тын булды. Башында аҡ яулыҡ ине, күҙе йомоҡ ине. Мин әсәйемде оҙаҡ ҡарап торҙом. Бер ваҡыт Асия илай башланы. Ул әсәйемде күреп ҡалды ла, соҡорға ҡолап төштө лә китте. Ә мин өс йәшлек малай бер нимә лә аңламайса торам да торам. Шунан ике метрҙай соҡор эсенә мин дә һикерҙем. Ә Асия илай ҙа илай. Ул әсәйемдең түшен асып имә-имә йоҡлап китте. Шулай күпме ултырғанбыҙҙыр, әсәйем уянмай ҙа, һөйләшмәй ҙә, ярға һөйәлеп тик ултыра. Һеңлем йоҡлай.
Соҡорҙан сығырға нисек баш еткәндер? Төшөп-менеп йөрөргә эре-эре итеп аҫҡыс яһағандар. Сығып еттем дә, аҫҡа ҡараным. Әсәйем менән һеңлем йоҡлап ятҡан һымаҡ күренәләр. Мин уларға: “Хәҙер олатайҙы алып киләм”, - тинем дә Баймаҡҡа табан йүгерҙем. Ике-өс саҡрым үткәнмендер, аҙашмай ҡайтып еттем. Олатам беҙҙе өйҙә көтөп ултыра ине.
-Нимә булды, улым? – тип һораны ул минән.
-Әсәм бәхил бул, тине лә соҡор эсендә Асия менән йоҡлап улырып ҡалдылар, - тинем.
Ул ваҡытта үлемдең нимә икәнлеген белмәй инем. Һеңлем Асия менән әсәйһеҙ тороп ҡалдыҡ. Әсәйемде ерләргә кешеләр күп килде. Һултантимер ауылынан Иштанов Ғәббәс ағай менән еңгәй ҙә килде. Улар беҙҙе үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Уларҙа биш-алты ай йәшәгәнбеҙҙер. Ғәббәс ағайҙарҙың минең менән йәштәш Зифа тигән ҡыҙҙары бар ине. Уның менән уйнаныҡ.
Бер ваҡыт атайым менән ҙур әсәйем килеп мине Баймаҡҡа алып киттеләр. Асияны еңгәй үҙҙәрендә алып ҡалды. Миңә ул саҡта дүрт йәш булғандыр. Атайым Баймаҡта бер урынға грузчик булып эшкә урынлашҡайны. Ул мине эшкә эйәртеп алып йөрөнө. Ҙур әсәйем апайымдың балаларын ҡарашырға Яковлевкаға ҡайтып китте. Беҙ атайым менән икәүләп йәшәп ҡалдыҡ.
Яҙ етте, көн йылынды. Атайым миңә ағастан машина яһап бирҙе. Салауат, Фәйзрахман тигән малайҙар менән бергә уйнайбыҙ. Асығып китһәк, уларға барып ҡатыҡ эсәбеҙ. Әсәйҙәре беҙгә ҙур һауыт менән ҡатыҡ ҡойоп бирә.
Беҙҙең ишек алдында картуфлыҡ бар ине. Мәһәҙей олатай аты менән килеп ерен һөрөп, беҙгә ике тоҡ картуф ҡалдырып китте. Ҡайтыр алдынан атайыма:“Рәхимйән кейәү, балаларыңды йонсотма, уларға әсәй табырға кәрәк”, - тип әйткән. Мин йөрөй торғас, эргәбеҙҙә баҙар барлығын белеп алдым. Атайым эштә саҡта шунда сығып китә торғайным. Унда бер апай менән танышып алдым. Исеме Рәйсә ине, үҙенә утыҙ йәш тирәһе булғандыр. Минең һымаҡ Сабит исемле малайы ла бар ине. Шул малай менән дуҫлашып алдым. Рәйсә апай баҙарҙағы бер магазинда һатыусы булып торҙо. Ул беҙгә кәнфит, прәник бирә торғайны. Үҙебеҙ ҙә тик йөрөмәнек: кишер, ҡыяр сәлдерә инек. Ҡайһы бер һатыусылар үҙҙәре лә биргеләй торғайны. Бер ваҡыт Сабит менән һөйләшеп ултырабыҙ:
-Һиңә рәхәт, һинең әсәйең бар. Минең әсәйем үлде, - тинем мин уға.
Рәйсә апай беҙҙе тыңлап торған икән.
-Ә һинең атайың бармы һуң? – тип һораны ул минән.
-Эйе, атайым бар. Ул көнө буйы эштә. Бер һеңлем дә бар. Ул бынан алыҫтағы бер ауылда. Мин уны һағындым. Әсәйем дә бар ине. Уны олатайымдар ергә күмде, - тип әйткәнемде бөгөнгөләй хәтерләйем.
-Ә өйөгөҙ бармы? Ҡайҙа ул? – тип һораны апай.
Минә атайым Баймаҡ буйлап сығып аҙашып китә күрһәң, тип өйөбөҙҙөң һанын әйтергә өйрәтеп ҡуйғайны.
-Маевка урамында, - тинем.
-Һеҙ, Сабит, Юныс, уйнап тороғоҙ. Мин магазинды бикләйем дә, һеҙгә барырбыҙ, - тине Рәйсә апай.
Шунан беҙгә киттек. Атайым эштән ҡайтҡайны. Самауыр ҡайнағансы Рәйсә апай өйҙө йыйыштырҙы. Шунан ул атайыма әйтеп һалды:
-Ағай, балаларыңды етем итмә инде. Уларға әсәй табырға кәрәк бит...
Ә мин бығаса үҙемдең әсәйемде табып була икән тип уйлап йөрөгәйнем. Атайым менән Рәйсә апай оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Шунан улар хушлашып ҡайтып китте. Мин улар сығып киткәс тә:
-Атай, әсәйемде ҡасан табып алып ҡайтабыҙ? – тип мыжый башланым.
-Улым, ярай, иртәгә Алла бойорһа, икенсе әсәй һөйләшергә барабыҙ, - тип улы мине йыуатты.
Рәйсә апай минең тағы бер буласаҡ әсәйемдең адресын биреп киткән икән. Ул ҡатындың 15 йәшлек Ғәлимә тигән ҡыҙы ла бар икән. Һуғыштан алда кейәүгә сығып, ире яу ҡырында ятып ҡалған. Үҙе Баймаҡ районының Хәсән ауылынан элекке дворяндар Солтанғоловтар нәҫеленән. Хәҙер шахтала эшләп йөрөй икән. Уны һуңынан белдем.
Иртәнсәк торғас, атайым ҡырынып, йыуынып алды. Матур итеп кейенде. Мине лә йыуындырып аҡ күлдәк кейҙерҙе. Аяҡҡа сандалий кейеп, әсәй табырға тип сығып киттек.
Атайым ике метрҙай оҙон кәүҙәле, киң яурынлы кеше ине. Мыйығын Буденныйҙыҡы һымаҡ ҡалдырған. Ҡулдары – көрәктәй. Ул мине етәкләп алды.
Бына беҙ бер өйҙөң янына килеп еттек. Атайым ишекте туҡылдатып инергә рөхсәт һораны. Хужабикә беҙҙе өйгә индереп ултырғыс бирҙе. Атайым әйтеп һалды:
-Ғәйникамал тигән ҡатын ошонда йәшәйме?
-Эйе, ошонда, беҙҙең менән бергә тора. Мин уның апаһы булам. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?
Атайым беҙгә икенсе әсәй эҙләп йөрөгәнде аңлатып биргәс, хужабикә:
-Ярай, улай булғас, көтөп ултырып тороғоҙ. Ғәйникамал хәҙер эштән ҡайтып етер. Ҡыҙы ла мәктәптән ҡайтырға тейеш...
Бер аҙ ултырғас, төшкә ҡыҙы ҡайтып инде, бер аҙҙан Ғәйникамал ҡайтты.
Хужабикә апай сәй ултыртты. Атайым килтергән күстәнәстәрен бирҙе. Хужабикә апай:
-Бына был ағай улына әсәй эҙләп килгән. Ҡатыны бер йыл элек үлеп ҡалған, - тине.
Быны ишеткән Ғәлимә ҡапыл илап ебәрҙе.
-Юҡ, әсәйемде берәүгә лә бирмәйем, - тип түръяҡҡа инеп китте Ғәлимә апай.
Шунан һуң атайым буласаҡ әсәйем менән һөйләшеп алдылар. Йылмайышып ҡуйҙылар. Ә мин улар ға ҡарап “Әсәйҙе ошолайтып табалармы икән?” тип уйланып ултырам.
Хужабикәнең һеңлеһенә әйткән һүҙҙәрен хәтерләйем.
-Әле һин йәшһең, Ғәйникамал. Ғүмер буйы ирһеҙ йәшәүе ҡыйын булыр ул. Ҡыҙың хәҙер ҙурайҙы инде. Үҙеңде уйла. Әйберҙәрең күп түгел, кейемдәреңде сумаҙаныңа тултыраһың да, матрас, юрған, яҫтығыңды күтәрәһең дә китәһең, - тине.
Буласаҡ әсәйем:
-Әллә инде, Ғәлимәне йәлләйем бит әле.Уҡып бөтөп, тормошҡа сыҡһын, шунан уйлар инем, - тип икеләнде.
Атайым да һүҙһеҙ ҡалманы:
-Ҡыҙыңды ла беҙгә алып бар. Бергә йәшәрбеҙ. Минең балаларыма апай булыр, - тине минең уйымды белгән һымаҡ.
Шулай һөйләшеп ултыра торғас, буласаҡ әсәйем:
-Ғәлимә ҡыҙым риза булһа, барырмын инде, - тине.
Шунан хужабикә төпкө бүлмәгә инеп китте. Ул Ғәлимә апай менән ни тураһында һөйләшкәндер, апай бүлмәнән сығып:
-Ҡыҙың риза, - тине.
Ә мин, шуны ғына көткәндәй, карауаттан яҫтыҡты алып:
-Әйҙә, әсәй, беҙгә ҡайтайыҡ, - тип ишеккә ыңғайланым.
Ғәлимә төпкө бүлмәлә илап ултырып, әсәһен оҙатырға ла сыҡмаҫ булып киткәс, буласаҡ әсәйем:
-Тороп тороғоҙ, мин Ғәлимә менән үҙем һөйләшәм, - тип төпкө бүлмәгә инеп китте.
Нимә хаҡында һөйләшкәндәрҙер, буласаҡ әсәйем төпкө бүлмәнән сығып кейемдәрен төрә башланы. Атайым ултырып фатиха уҡыны. Хужабикәнең батмусына аҡса һалып, ризалығын алып беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Атайым бер ҡулына сумаҙан, икенсе ҡулына матрас тотто. Буласаҡ әсәйем ике ҡулына ике төргәк алды. Ә мин ҡулыма бәләкәсерәк яҫтыҡ тоттом.
Шул ваҡыттан икенсе әсәйем дә,атайым да, мин дә Ғәлимә апайҙы күрмәнек. Бәлки ул беҙҙе күрергә теләмәгәндер. Был 1956 йылдың яҙы ине. Һуңынан Ғәлимә апай Аҡморонға кейәүгә сыҡҡан, матур итеп донъя көтә тип ишеттек. Әсәйем ҡайһы ваҡыт беҙгә күрһәтмәй генә сеңләп-сеңләп илап ала торғайны. Моғайын, Ғәлимә апайҙы йәлләп илағандыр. Ғәйникамал әсәйем Ғәлимә ҡыҙын күрә алмайса, 2007 йылда Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында үлеп ҡалды.
Әсәйемдең атайымдан Миңъямал тигән ҡыҙы, Ғәфүрйән тигән улы тыуҙы. 1963йылда атайым үлеп ҡалғас, әсәйем Ғәлиәхмәт ауылына кейәүгә сығып, унда Мөхәммәт тигән улдары булды.
Былары инде һуңынан. Ә әлегә беҙ әсәй табып ҡыуанып ҡайтып киләбеҙ. Беҙгә шатлыҡ булһа ла, Ғәлимә апайға ҡыйын булғандыр инде. Шулайтып яйлап ҡайтып еттек. Ҡайтһаҡ, өйҙөң тышынан майикмәк еҫе килә. Тышта самауыр ҡайнап ултыра. Ә ишек алдын ҙур әсәйем һепереп йөрөй. Шунда мин:
-Ҙур әсәй, беҙ әсәй таптыҡ, - тип йүгереп барып уны ҡосаҡлап алдым.
-Ярай, хәйерле аяғы менән. Туҡтап тороғоҙ, - тине лә өйҙән бәләкәй яҫтыҡ сығарып тупһаға һалды. –Төклө аяғың менән, - тип әсәйемде шуға баҫтырҙы.
Өйгә индек. Бергәләп ултырып сәй эстек. Шул саҡта минән дә бәхетле кеше юҡ ине. Ҡапыл ғына бер юлы ике әсәй булһын әле! Ҙур әсәйем ҡайҙан һиҙенеп килеп еткән бит әле. Шулайтып ике әсәйем танышып һөйләшеп өйҙә ултырып ҡалдылар. Беҙ атайым менән тышҡа сығып картуфлыҡ кәртәләйбеҙ. Мин һайғау тотоп торам, атайым уларҙы бәйләп йөрөй.
Бер ваҡыт баҙар яғынан беҙгә табан бер ир менән ҡатын килгәне күренде. Ҡатындың ҡулында балаһы ла бар. Атайым:
-Бәй, был Ғәббәс ҡустым да инде, килен ҡулында Асия ҡарындашың бит, - тип уларға ҡаршы китте.
Еңгәй Асияны ергә төшөргәйне, ул беҙгә табан йүгерә башланы. Атайым уны күтәреп алды. Баймаҡтан Һултантимергә киткәндә яңы ай-тай баҫҡайны. Бер йыл эсендә танырлыҡ та түгел, үҫеп киткән. Матур ғына күлдәк кейгән һары башлы бер ҡыҙ баҫып тора. Мин уны ҡосаҡлап алдым.
Ғәббәс ағайҙар Асияны беҙгә күрһәтергә алып килгәндәр икән. Шулай итеп, бер көн эсендә беҙҙең ғаилә теүәлләнде ле ҡуйҙы. Бер урындыҡ булып мәжлес ойошторҙолар. Күршебеҙҙә Матрайҙан күсеп килгән бер ағай ҙа ҡатыны менән килде. Бер шешә араҡы ла эстеләр. Атайымдың шунда тәүгә араҡы эскәнен күрҙем. Араҡы эсһә, кеше бөтөнләй үҙгәрә икән. Башҡа күрмәнем. Йырлашып алдылар. Атайым менән Ғәббәс ағайымдың һөйләшеүҙәренең дә шаһиты булдым.
-Ғәббәс, мин ситтә оҙаҡ йөрөнөм. Йәш тә алтмышҡа етеп бара. Йәнтешкә ҡайтырмын ул. Минең менән булышҡандар үлеп бөттөләр инде. 1937 йылда “Тройка” ҡарары менән ултырған унлап кешенән Йәнтештән мин генә тере ҡалдым. Аллаға шөкөр...
Атайым Мәскәү каналын төҙөгән. Ун йыл ИТЛ-да йөрөгән... (дауамы бар)

Фотола: Юныс ағай Иштанов (яҙмаларҙың авторы)  Ҙур әсәһе Ғилминиса алдында ултыра, уртала атаһы Рәхимйән, уңда - үҙ әсәһе Зәлифә .

Автор:
Читайте нас