Мораҙым
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
26 Августа 2025, 06:10

Ахырызаман етеүенең билгеләре

 “Ахырызаман етәлер, ахрыһы, донъяның аҫты-өҫкә әйләнде” тигәнде йыш ишетәбеҙ. Ә бит ахрызамандың билгеләрен әүлиәләребеҙ  әйтеп ҡалдырған.

Ахырызаман етеүенең  билгеләреАхырызаман етеүенең  билгеләре
Ахырызаман етеүенең билгеләре

Ахрызаман етеүенең  билгеләре күп булһа ла, уның ҡасан етеүе бары тик Аллаһы Тәғәләгә генә билгеле!

 

“Ахыры заман етер алдынан дин көсәйер, әҙәм балаһы тәбиғәт ғәрәсәттәрен күреп, ҡурҡып, Аллаға табыныр, ләкин сығырынан сығып шашынған халыҡтың ҡыланышын һис тә кисерә алмау сәбәпле, фажиғә артынан фажиғә килер, ер тетрәр, һыу баҫыр, ҡоролоҡтар миңкетер, ҡош- ҡорт, йәнлектәр бөтөр, кеше кешене һуйыр, ата-улды, әсә ҡыҙҙы белмәй, зина ҡылыр мәл етәсәк. Кешеләр меңәр саҡырымдарға һыу эҙләп юлға сығыр. Хайуандар, кешеләр һыуға сарсар. Тормоштоң йәме бөтөр. Ашар ризыҡтың тәме, бәрәкәте булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙы ир-аттан айырып булмаҫ, тормош ҡороу өсөн ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә үҙе яусы ебәрер. Илдә ҡот бөтөр, гүзәл заттар яланғас йөрөр, төтөн һурыр, зәғифлек артыр, балаларҙы урамға ташлап ҡалдырырҙар. Был боҙоҡлоҡтарҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә халыҡты тәүбәгә ҡайтһын өсөн бирә. Ә халыҡ аңламай, байлыҡ артынан шашып- ҡыуып, ахырызаманды үҙҙәре яҡынайта. Ер түңкәрелеүе лә — ысынбарлыҡ, ер өҫтөн ҡара төн ҡаплап, бөтә тереклек, тәбиғәт туңасаҡ. Көтмәгән урында ер ризаһыҙлыҡ белдереп, тетрәйәсәк. Йылғалар ярҙарынан сығып, халыҡтан әҙәпһеҙлектәре өсөн үс аласаҡ. Былар бөтәһе лә Алланың берлегенә, ҡөҙрәтенә ышанмаған иблестәргә иҫкәртеү буласаҡ.

“Мин үлгәс, ҡәберемә барып йөрө, иҫкә ал.

. Теләк теләһәң, күккә ҡарап телә*. Һәр нәмәне ихлас күңел, асыҡ йөҙ менән ҡабул ит. Һыу эсһәң дә, аҙыҡ ҡапһаң да «Вәсәҡәһем раббыһым, шарабан таһура» тип өс тапҡыр әйтеп башҡар. Бер сихыр ҙа, ауырыу ҙа һиңә ҡағыла алмаҫ. Быны балаларыңа ла өйрәт. Һиңә гел яҡшы төштәр инер, уларҙы яҡшыға юра. Хужалар менән осрашҡанда уң яҡтан торорға тырыш, ул һис һүҙһеҙ һинең әйткәнеңде үтәр, Хоҙай шулай бойорор", - тигән Миңнулла бабай Әлимғоловҡа Шәмиғол хәлфә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас