

Байрамдар, тантаналар
Тыуған ил тыуған ерҙән башлана
Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Сапыҡ ауылына нигеҙ 1740 йылдарҙа һалына. Ҡусҡарөмбәттең улы Шакирөмбәт алты ул атаһы була. Уның улдары: Сапыҡ (1721), Дәүләтҡол (1722), Сәйетҡол (1724), Түләбай (1727), Ҡотлобай (1734) һәм Ҡотлоюл (1742). Ауылға нигеҙ һалыусы Сапыҡ 1721 йылда тыуған булырға тейеш, сөнки өлкән улы Ишбулат, ревизия материалдарында 1746 йылда тыуған тип күрһәтелгән. Тарихсылар быуындар араһын 25 йыл тип иҫәпләгәнгә, 1746-нан 25-те алһаҡ, 1721 килеп сыға. Атаһынан айырылып, яңы ауыл һалған саҡта Сапыҡҡа 19-20 йәш булһа, ауылға нигеҙ 1740 йылдарҙа нигеҙ һалынған була”, - тиелә Фәтих Азаматов менән Әхмәҙи Ибраһимовтың “Сапыҡ. Ауыл тарихы һәм шәжәрәләре” китабында.
Таҙа, мул һыулы Эйек йылғаһы, сәскәле яландары, аҡландары, игенселек өсөн киң ҡырҙары, баҫыуҙары, кейеккә бай урмандары – былар барыһы ла Хоҙай тарафынан сапыҡтарға бирелгән оло бүләк.
Сапыҡ ауылы районда иң матур төбәктәрҙең береһе ул. Уңған, хеҙмәт һөйгән кешеләре менән дан тотҡан ауыл берҙәмлеге менән һоҡландыра.
***
“Тыуған ил – тыуған ерҙән башлана” тип аталған сараға ла республиканың төрлө мөйөштәрендә төпләнгән ул һәм ҡыҙҙары ҡайтҡас, ябай ғына байрам да оло йыйынға әүерелде. Ошо ауылда тыуып үҫкән арҙаҡлы ир-уҙаман Әхмәҙи Ибраһимов та тыуып үҫкән ауылына ашҡынып ҡайтҡан.
Әйткәндәй, арҙаҡлы яҡташыбыҙ бай һәм йөкмәткеле тормош юлы үткән кеше. Уның ата-әсәһе намыҫлы, уңған эшселәр булараҡ танылған, бик күптәргә өлгө итеп ҡуйылған. Улар тәрбиәләп үҫтергән ете баланың береһе лә Ибраһим аҙансынан башланған затлы ырыуға, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ил-ғәм алдында нәҫел данын күтәрә.
Әхмәҙи Ибраһимов мәктәптән һуң Салауат индустриаль техникумында техник-механик һөнәрен үҙләштерә, артабан Совет Армияһының ракета ғәскәрендә намыҫлы хеҙмәт итә, сержант дәрәжәһен ала. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас та уңған егет “Сельхозтехника”ның Күгәрсендәге бүлегендә автомеханик булып эш башлай. 1984-1987 йылдарҙа райондың ауыл хужалығы идаралығында баш инженер вазифаһын башҡара, ә һуңынан “Агроснаб”тың директоры итеп үрләтелә. Ҙур тәжрибә туплаған, ойоштороу һәләтенә эйә Әхмәҙи Ибраһимовҡа бер аҙҙан район етәкселеге “Күгәрсен” совхозы директоры вазифаһын йөкмәтә. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүҙе арттырыу, халыҡтың тормош кимәлен күтәреү өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәй хеҙмәт итә, шуның менән яҡташтары алдында абруй яулай ул. Ошо ваҡыт эсендә халыҡ судының ултырышсыһы, Күгәрсен район Советының өс саҡырылыш депутаты булып, йәмәғәт эштәрен ихлас башҡара. Ошондай шәхестең 2001 йылда баш ҡалаға, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға бүлек мөдире итеп саҡырылыуы ғәжәп түгел. Әхмәҙи Таһир улы тиҫтә йылға яҡын ошо вазифаны ҙур яуаплылыҡ тойоп үтәй. Бер үк ваҡытта республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында икенсе юғары белем ала, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында проректор булып та эшләй.
Әхмәҙи Таһир улының хеҙмәте Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Күгәрсен район Советы президиумдарының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Башҡортостандың 1-се класлы баш дәүләт советнигы чины ла бирелгән уға. Абруйлы уҙаман өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле олатай ҙа.
Ауылдаштарын, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан яҡташыбыҙ ауыл урамдары буйлап үткәндә хәтирәләргә бирелеп, бала сағы, үҫмер һәм йәшлек йылдары тураһында матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
- Беҙ бөтәбеҙ ҙә ошо йәмле Кәкеруй йылғаһы буйында үҫтек. Бала саҡты иҫләһәң, урам буйлап йүгереп килгән малайҙар һәм ҡыҙҙар күҙ алдына килә. Ҡыҫҡа ғына киндер ыштан кейгән малайҙар саң борҡотоп урам буйлап саба, йылға буйына ашыға. Кәкеруйҙа һыу инеп, ҡомлоҡта ҡыҙынып, сынығып буй еткергәнбеҙҙер. Минең йәштәштәрҙе алһаң, 1955 йыл, һуғыштан һуң ун йыл ғына үткән ваҡыт, илдең яңы аяҡҡа баҫып килгән генә мәле... Беҙ, малайҙар, бесән осоро етһә, кемебеҙ ат башына, кемебеҙ тырмаға баҫабыҙ. Уҡыу башланғансы эшләйбеҙ. Мәктәптә линейкала беҙҙе ҙурлап өсәр тәңкә премиялар, бүләктәр биргән була торғайнылар, - ти Әҙмәҙи Таһир улы хәтирәләре менән уртаҡлашып.
Артабан Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир ғаиләһе менән танышабыҙ. Ғаилә ағзалары – ҡатыны, балалары, апай-һеңлеләре, ағай-еҙнәләре оло ғорурлыҡ менән ҡәҙерле кешеләре тураһында һөйләй, уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй.
***
Сапыҡтар бынан байтаҡ йылдар элек – Бөйөк Ватан һуғышы ҡырында ла ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарын онотмай. Сапыҡтан 72 кеше һуғышҡа китә, шуларҙың 30-ы яу яланында ятып ҡала, икәүһе хеҙмәт армияһында үлеп ҡала. Дәһшәтле һуғышта оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙар: Ғәйнулла Ибраһимов - Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I Дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ” “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары; Заһир Хәсәнов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә; ағалы-ҡустылы Һаҙый һәм Фәйзрахман Ибраһимовтар түштәренә III дәрәжә Дан ордены тағып ҡайта; Сәйфулла Диңгеҙбаев (ике тапҡыр), Хәкимйән Хәсәнов, Әсғәт Ибраһимовтар “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградлана. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына оло хөрмәт менән ауылдаштары Әхмәҙи Таһир улы менән Тәлғәт Вәхит улы Ибраһимовтар ярҙамында обелиск төҙөлә.
Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан ауылдаштарын да онотмай сапыҡтар. Былтыр көҙ һәләк булған Зиннур Ибраһимовтың класташтары яугир йәшәгән өйҙә таҡтаташ астылар. Әйткәндәй, нәҡ 16 августа уға 55 йәш тулған булыр ине. Ағаһы Хәйҙәр Зиннәт улы әйтеүенсә, Зиннур ағай армияла хеҙмәт итмәһә лә, ил алдында бурысын ошо рәүешле үтәргә ниәтләгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Һәләк булғандан һуң Зиннур Зиннәт улының байтаҡ ҡулъяҙмалары табыла: аҙ һүҙле, йомоҡ тәбиғәтле булһа ла, күңелен, кисерештәрен шиғыр юлдарына һалған. Яугирҙың ҡуйын дәфтәрен һәм бала саҡта тирбәлеп үҫкән сәңгелдәген туғандары ауыл музейына тапшырҙы.
***
Ауыл ҡото булып ҡалҡҡан “Рабиға” мәсете лә районда иң күркәм иман йорттарының береһелер, моғайын. Ул да ауыл халҡының көсө, тырышлығы, ярҙамы менән бынан ун йыл элек файҙаланыуға тапшырыла. Ауыл имамы Хәлил Дәүләтбаев әйтеүенсә, иманға ҡайтып, дин юлына баҫыусылар араһында йәштәрҙең булыуы ҡыуандыра. Бөтә мосолман байрамдары бында гел күтәренке рухта үтә. Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәрен халыҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала, ураҙа ваҡытында көн дә ифтар саралары үткәрелеп тора. Байрам уңайынан бер төркөм ауыл әүҙемдәренә ул рәхмәт хаттары ла тапшырҙы.
Әхмәҙи Таһир улы әйтеүенсә, мәсет халыҡ аҡсаһына, ауыл халҡы көсө менән төҙөлгән.
- Берҙәмлектә –көс, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, хатта башҡа дин вәкилдәре лә, республика депутаттары ла, етәкселәр ҙә, ябай һөнәр эйәләре лә бик ҙур ярҙам күрһәтте. Ауылыбыҙҙа дин сәскә атһын, бөтә саралар ҙа дини йәһәттән хуплау табып, мосолмандарҙың изге байрамдары гөрләп торһон тигән ниәтебеҙ, шөкөр, бойомға ашты. Йәштәр ошонда никах уҡытып, ғаилә ҡора, сабыйҙарына исем ҡуштыра, мәрхүм ата-әсәләренә, инәй-бабайҙарына арнап аяттар бағышлай икән, тимәк, ауылдың киләсәге бар тигән һүҙ, - ти ул ҡыуанысын йәшермәй.
Байрамға килгән ҡунаҡтарҙы, ауыл халҡын мәктәптә лә ихлас ҡаршыланылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл мәктәбе былтыр ябылған. Сәбәбе – балалар юҡ. Ауыл ни тиклем күркәм, матур, төҙөк булмаһын, белем усағының ябылыуын йәмғиәтебеҙҙең кире күренеше булараҡ баһа бирергә булалыр. Ни тиһәң дә, мәктәп - ауылдың киләсәге. Ауыл биләмәһе башлығы Наил Ибраһимов ҡулынан килгәнсә бинаны сафта тоторға тырыша. Бында фельдшер-акушерлыҡ пункты ла, ауыл Советы ла, китапхана ла урынлашҡан. Бынан тыш, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға ла айырым бүлмә асҡандар, өс кабинетта музей эшләп килә.
***
Байрам яланы милли асылыбыҙҙы сағылдырып, башҡорт йәйләүен хәтерләтә: боронғоса тирмә ҡоролған, уңған хужабикәләр ҡаҙан аҫҡан, боҫрап ит бешә, самауыр ҡайнай...
Төп сараны асып, ауыл биләмәһе башлығы Наил Ибраһимов ауыл халҡын байрам менән ҡотланы, ошо үҙенсәлекле сараға әҙерләнеүҙә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Маҡтаныуҙан түгел, беҙҙең ауыл ысын мәғәнәһендә татыулығы, берҙәмлеге, бөхтәлеге менән башҡа төбәктәрҙән айырылып торалыр. Ауыл халҡы уңған, донъяларын буяп, гөл-сәскәгә күмеп, ишле мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, балалар үҫтереп, лайыҡлы йәшәй. Тәрбиә көслө беҙҙең ауылда. Оло һүҙен йыҡмайҙар, кесене кесе күрә беләләр.
Заманыбыҙ өсөн еңел булмаған ваҡытта ябай халыҡ күңелен дә күреү фарыз. Халҡыбыҙ ауыр һуғыш йылдарында ла йыр-моңдан айырылмаған, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәгән. “Тыуған ил тыуған ерҙән башлана” тигән сара ла нәҡ ошо маҡсат менән үткәрелә. Данлы ла, шанлы ла, ҡанлы ла үткәнебеҙҙе онотмайбыҙ, ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың рухы алдында баш эйәбеҙ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнгәндә был айырыуса мөһим. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың ғаилә азғалары менән дә тығыҙ бәйләнештә торабыҙ. Уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткәндә яугиҙар менән осрашабыҙ, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе ҡулыбыҙҙан килгәнсә хәл итергә тырышабыҙ, - ти Наил Булат улы.
Сапыҡтарҙың шатлығын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин да уртаҡлашты.
- Районда эш буйынса төрлө ауылдарҙа булырға тура килә һәм Сапыҡты иң күркәм, төҙөк ауылдарҙың береһе тиергә була. Кешеләре лә алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле, иң мөһиме – тәрбиәле.
Бөгөнгө сарала Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Зиннур Ибраһимовтың класташтарының ул йәшәгән йортта таҡтаташ асыуҙары һоҡландырҙы. Ил именлеген ҡурсып башын һалған ҡаһарман яҡташтарыбыҙға замандаштарыбыҙҙың исемен ошо рәүешле мәңгеләштереп, ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтеүҙәре, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ.
“Рабиға” мәсете тураһында ла әйтеп үтер инем. Бынан ун йыл элек төҙөлгән иман йорто, ысынлап та, ауылға ҡот һәм нур тарата. Һуңғы йылдарҙа дингә йәштәрҙең, бигерәк тә, балаларҙың килеүе ҡыуандыра. Был тәңгәлдә, әйтергә кәрәк, ауылдың өлкән быуын вәкилдәре - абруйлы инәй һәм олатайҙарҙың тәрбиәүи эше баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡа төбәктәр ҙә һеҙҙә өлгө алып эшләһә, йәшәһә, йәмғиәтебеҙҙәге бик күп проблемалар хәл ителер, кире күренештәр булмаҫ ине.
Май сүлмәге тышынан билгеле тигәндәй, ауылда уңған, эшһөйәр халыҡ йәшәгәнен балҡып торған йорт-ихаталарҙа күрергә була. Киләсәктә лә ошо баһаны төшөрмәй, үрнәк булып йәшәргә яҙһын сапыҡтарға!- тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Илнур Миңлеғәли улы һәм бер төркөм әүҙемдәргә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин исеменән рәхмәт хаттар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын? Ауыл биләмәһе башлығы Наил Ибраһимов та ауылдаштарын иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ошо күркәм һәм мәртәбәле сараны үткәреүҙә ҙур көс һалған, донъяларын гөл итеп тотҡан яҡташтарын бүләкләп ҡыуандырҙы.
Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, шиғри һүҙҙәр менән һуғарылған байрам концерты дауам итте, ауыл һәүәҫкәрҙәре көсө менән әҙерләнгән байрам концерты ла ысын мәғәнәһендә күңел ялы булды. Бер-береһен һағынышып ҡайтҡан ауылдаштар рәхәтләнеп күңел асты, эс серҙәрен уртаҡлашып, һағыныу тойғоларын баҫты...
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Автор фотолары.