Ҡан хәтере – мәңгелек
Хәтерегеҙҙә булһа, үткән айҙа гәзиттә яҡташтарыбыҙ - Сирбай ауылында тыуып үҫеп, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһында китапханасыһы Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева менән уның остазы, уҡытыусы, педагогик хеҙмәт ветераны Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Фәхретдинованың “Сал тарихлы Сирбайым” тип аталған китабының донъя күреүен хәбәр иткәйнек. Вәғәҙә итеүебеҙсә, бөгөн гәзит уҡыусыларға Нурия Мөхтәр ҡыҙы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Нурия апай, һеҙҙе китабығыҙ сығыуы менән ҡотлайбыҙ. Ниндәй маҡсат (бәлки, бурыстар) менән тотондоғоҙ был күләмле эшкә?
- Рәхмәт! Һәр кем ниндәй ҙә булһа эш башлаһа, маҡсат билдәләй. Маҡсаттан сығып, бурыстар ҡуйыла. Ә минең осраҡта инде, тәүҙә бурыс торҙо. Ни өсөн? Яратҡан уҡытыусым Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы тормошомда ҙур роль уйнаған кеше. Туған телгә, милләткә оло һөйөү тәрбиәләне ул беҙҙә (яңғырауыҡлы һүҙҙәр тип ҡабул итмәгеҙ, ысынында шулай). Мәктәпте тамамлап, ауылдан сығып киткәс тә бәйләнеш өҙөлмәне беҙҙең. Сирбайыма әсәйем янына ҡайтҡан һайын уның янына ла инеп сыға инем. Һәр саҡ аҡыллы кәңәштәре, изге теләктәре, үҙенең тормош өлгөһө менән күңелде үҫтереп торған остазым булып ҡалды ул. Һуңғы йылдарҙа осрашҡан һайын: “Нурия, ауыл тураһында китап яҙырға ине. Әйҙә, тотонайыҡ, мин ярҙам итермен. Ауыл ҡарттарының хәтерләүҙәре, ишеткән-белгәндәр бар. Аҙыраҡ йыя-төйнәй барҙым”,- тип өндәшә ине. Мин: “Ҙур яуаплылыҡ бит ул. Ул бит ғилми хеҙмәт, минең ҡулдан килә торған эш түгел”, - тип һәр саҡ ипләп кенә кире ҡаға инем. Һәр осрашыуҙа был турала ҡолаҡҡа төшөрөп торҙо уҡытыусым. Китап яҙыу ғалимдар, зыялылар эше тип ҡарай инем. Унан ауылдаштарым алдында оло яуаплылыҡ бит ул!? Гүзәл апай үҙе башҡарып сыға ала тип ышана инем. Хөрмәтле уҡытыусым ауырып киткәс, ауылдаштар ныҡлап миңә “тотонғас”, ризалаштым инде. Шулай итеп, тәүҙә маҡсат итеп түгел, уҡытыусым алдындағы бурыс тип, алға алдым.
- Ҡайҙа, ниндәй нәшриәттә баҫылды, ниндәй аудиторияға тәғәйен һәм алырға теләүселәр ҡайҙан ала ала был китапты – шул турала башта уҡ әйтеп үтәйек.
- Китапты Өфө ҡалаһында ”Книга-принт” нәшриәтендә баҫтырҙыҡ.150 дана сығарҙыҡ. Китап сығарыуҙа матди ярҙам күрһәткән ауылдаштарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул ауылдаштарыма, ырыуҙаштарға,, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, киң ҡатлам китап уҡырға яратыусыларға тәғәйенләнгән. Алырға теләк белдереүселәр булһа,миңә шәхсән шылтырата алаһығыҙ.
- Мәғлүмәт туплау, тарихи материалдар йыйыу, архивта эшләү, шулай уҡ халыҡ араһында йөрөгән легендаға әүерелеп бөткән мәғлүмәттәрҙә лә эҙләнеү, ғөмүмән, тарихи-документаль китаптар бик ҙур теүәллек талап иткән хеҙмәт. Эште нимәнән башланығыҙ? Күпме ваҡыт үтте бер китаплыҡ материалдар туплау өсөн?
- Эште Бөрйән ырыуы тарихын өйрәнеүҙән башланым. Өфөләге Зәки Вәлиди исемендәге, Сибай, Баймаҡ, Бөрйән районы китапханаларында күп ултырырға тура килде. Бөрйән ырыуы тураһында дөйөм рәүештә байтаҡ өйрәнелгән, әммә Бөрйән ҡәбиләһе Монаш араһы тураһында мәғлүмәт юҡ кимәлендә. Башҡортостан, Ырымбур архивтарында, Баймаҡ ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында, Баймаҡ, Бөрйән райондары һабантуйҙарында тирмәләр буйлап һорашып йөрөгәндә лә, әллә ни табып булманы. Бөрйән ырыуы вәкилдәре тураһында төплө өйрәнеүсе ғалим, тарихсылар Әкрәм Бейеш, Салауат Таймаҫовтарҙың китаптарына юлығып, шуларға күберәк таянырға тура килде. Арҙаҡлы Ә. Әсфәндиәровтың, Бөтә донъя Башҡорттар ҡоролтайы сығарған ырыуҙар китаптары, метрика китаптары ярҙам итте. Мәсеттәрҙә һаҡланған метрика китаптарын тәржемә итеүҙә Күгәрсен ауылы уҙаманы Ниғмәтулла Хәмиҙулла улы Ваһаповҡа рәхмәтлебеҙ. Шулай, һәр ерҙән бер ус аяһылай мәғлүмәт тапһам, башым күккә тейгәндәй булып, ҡыуана инем. Эҙләнеү эштәренә, китап яҙыуға дүрт йылдан артыҡ ваҡыт китте. Йыйған-таянғаныма, Гүзәл апай һаҡлаған мәғлүмәттәргә таянып, ошо китап донъя күрҙе инде. Был ваҡыт арауығы аҙ , әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәр был эшкә тиҫтәләгән йылдарын, хатта ғүмерен бағышлай.
- Һеҙ бер әйткәйнегеҙ: үҙегеҙҙең бөрйән ырыуынан икәнегеҙҙе бик һуң (хәйер, һуң да түгел һымаҡ) белдем тип. Ошо ваҡиға гәзит уҡыусыларға ла фәһемле булыр ине.
- Эйе, мин дә күптәр кеүек үҙемде, Күгәрсен районы булараҡ, Ҡыпсаҡ ҡыҙы тип һанап йөрөй инем. Бер ваҡыт беҙҙе Йылайыр районына ырыуҙар йыйынына саҡырҙылар. Был ваҡытта мин Ейәнсура килене булараҡ, үҫәргән ырыуы составында барҙым. Бер-бер артлы ырыуҙар сығып сығыш яһай. Бер ваҡыт “Бөрйән ырыуы!” тип иғлан иттеләр. Боронғо кейемдә, боронғо һуғыш ҡоралдары менән оран һалып бөрйәндәр сығыу менән әллә нимә булды ла ҡуйҙы миңә. Берсә өшөйөм, берсә янам, ҡалтыранам. Йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай булып тибә. Был турала ауылға ҡайтҡас, уҡытыусым Гүзәл апай менән уртаҡлаштым. Нимә булғанын аңламауымды әйткәс, Гүзәл апай көлөмһөрәне лә: ” Ҡан тиртеүе шулай була, Нурия. Һин бит Бөрйән ырыуынан”, - тине. Шулай итеп, бик һуң ғына ҡанбабаларым рухы әшкәртте мине. Ҡан хәтере хәтәр икән ул!? Шунан алып остазым Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы мине ауыл тарихы, Эйек бөрйәндәре тураһында үҙе туплаған ҡайһы бер мәғлүмәттәр менән таныштыра башланы. Улар ауыл ҡарттарынан яҙып алынған материалдар , топонимик атамалар, мәктәп тарихы ине. Мин ул ваҡытта аңламағанмын, ул яйлап ҡына мине әҙерләгән, “ҡоҙалаған” булған икән.
Китапҡа материалдар йыйғанда бығаса билдәле булмаған ваҡиғаларға юлыҡманығыҙмы?
Архивтарҙа ултырғанда, ауыл ҡарттары менән аралашҡанда, китапханаларҙа эҙләнгәндә, ауыл буйынса табылған һәр материалды тулҡынланып ҡабул иттем. Сирбай менән бәйле һәр ваҡиға тетрәндерә ине. Билдәле булмаған ваҡиға тип нимәне әйтәйем икән?! Ауылыбыҙҙың районда иң боронғо ауылдарҙың береһе булыуы, Екатерина батшабикәнең бойороғо менән һалынған каторжандар юлының Сирбайыбыҙ аша үтеүе, донъяға билдәле ғалим Зәки Вәлидиҙең беҙҙең ауыл аша үтеп китеүе, халҡыбыҙҙың аяныслы яҙмышы, тарихы һ.б., һ.б... Күп инде ул.
- Ете быуынды, шәжәрәне, ырыуҙар тарихын белеү , уларҙы киләсәк быуынға еткереү йүнәлешендә бөгөнгө көндә эштәр тейешле кимәлдә башҡарыла тип әйтә алаһығыҙмы? Мәҫәлән, үҙегеҙ эшләгән белем усағы сиктәрендә.
- Ете быуынды, шәжәрәне белеү яйлап ҡына балалар күңеленә һалыналыр тип уйлайым ( уныһы ла һәр баланың күңеленә, ата-әсәнең рухи байлығына бәйле). Хәҙер төрлө аралар, фамилиялар үҙҙәренең тарихын, затын барлай бит. Тик тейешле кимәлдә тип әйтеп булмайҙыр әле.
Беҙҙең гимназияға килгәндә инде, уҡыусыларыбыҙ төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар сиктәрендә зат-ырыуын өйрәнеп, ил-йорт тарихы менән бәйләп, эҙләнеү эштәре башҡаралар. Ата-әсәләр менән берлектә саралар үткәрәбеҙ, унда ла шәжәрә ебен һүтергә мөмкинлек сыға. Шулай ҙа, был эштәр етерлек кимәлдә түгел. Һәр ғаиләлә башҡарылырға тейеш был изге ҡанун, быуындар бәйләнеше туҡталырға, өҙөлөргә тейеш түгел.
- Шәхсән үҙегеҙ был тәңгәлдә ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
Әлеге шул бер теләк –маҡсат инде: ата-бабаларыбыҙ күҙ ҡараһылай һаҡлаған телде, йолаларҙы , мәңгелек ҡиммәттәрҙе киләсәк быуын күңеленә һалыу.Ҡасандыр ата-әсәм минең күңелгә һалған матур тәрбиәне балаларымда, ейән-ейәнсәрҙәремдә дауам итеү.
- Нурия апай, һеҙгә йөкмәткеле, төплө әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә лә, ижадығыҙҙа ла уңыштар насип булһын, был тарихи хеҙмәт үҙ уҡыусыларын табыр һәм даими ҡулланылыр тип ышанабыҙ.
- Рәхмәт! Ысынлап та, йылдар үтә килә кеше барыбер ҙә үҙ милләтенең, ата-бабаларының үткәненә, тарихына әйләнеп ҡайта, быуындар бәйләнеше нәҡ ошо күренештәр аша быуындан-быуынға бирелеп, һаҡлана килә лә инде.