Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Август 2025, 05:55

Эйек буйҙарында булған хәл...

Ҡәбер ҡаҙырға ир-ат булмағас, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йөрөй.

Эйек буйҙарында булған хәл...Эйек буйҙарында булған хәл...
Эйек буйҙарында булған хәл...

Ул йылдарҙа ауылымда булған хәл-ваҡиғалар әленән-әле иҫкә төшөп тетрәндерә.

Мин – һуғыш балаһы. Һуғыш башланғанда миңә  9 йәш тулғайны. Ул осорҙағы ауылым тормошо әлегеләй иҫемдә, хәтеремдә.

Һуғыш йылдары, унан һуңғы 3-4 йыл ил өсөн, шул иҫәптән ауылым өсөн ауыр юғалтыуҙар осоро булды. Бигерәк тә 1944 йыл...Баҫыуҙа ҡар аҫтында ҡалған башаҡ ашап, танауынан, ауыҙынан ҡан китеп ауылымда  42 кеше үлде, ғаиләләре менән ҡырылдылар. Ҡәбер ҡаҙырға ир-ат юҡ, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йөрөнө. Ҡәбер ҡаҙып өлгөрә алмай, бер ҡәбергә 2-шәр, 3-әр кешене ( бер ғаиләнән булһалар) күмгән саҡтар ҙа булды.

Күпме кеше астан шешенеп үлде...

Беҙҙең күршелә генә бер ҙур ғаилә йәшәне. Донъялары ҙур, етеш ине. Һуғыш башланыу менән оло улдары Ғарифулла ағайҙы*  Ватанды һаҡларға оҙаттылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул ҡайта алманы, “батырҙарса һәләк булды” тигән “ҡара ҡағыҙ” ғына килде. Икенсе улдары Заһиҙулланы ла  әрмегә алдылар.

 Һуғыш осоронда илебеҙ “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән оран һалды. Йыл һайын ит, һөт, май, йомортҡа, кипкән картуф тапшырыу йөкләмәһе бирелә ине. Малың, тауығың бармы, юҡмы – барыбер, кәрәк икән – үтәргә тейешһең. Ауыр ине, кешеләр һуңғы һыйырҙарын да тотонорға мәжбүр булдылар.

Шулай бер ҡыш көнө әсәйем Әбделхай бабай, Хөрмәтулла ағайҙар менән 3 атҡа 3 һыйырға ашарлыҡ бесән тейәп, һыйырҙарын тағып, 3 ылау менән Һарыҡташ баҙарына һыйыр һатырға китәләр. Һыйырҙарын һатҡылағансы баҙарҙа он да, иген дә бөтә. Иртәгәһе баҙарҙы көтөргә булып, фатирға төшәләр. Көн буйы өшөп, асыҡҡан юлсылар тиҙерәк сәй эсергә инеп китә һалалар. Сәй эсеп ултырғанда әсәйем: “Ҡайнаға, тоғоң күренмәй, әллә алып инмәнеңме?”- тигәс, “Уй, килен, мин тоҡто сана ҡарамаһына бәйләгәйнем, онотоп инеп киткәнмен”- тигән яуап ишетелә. Йүгереп тышҡа сығалар, ҡараһалар – тоҡтан “елдәр иҫкән”. Тоҡта - Әбделхай ҡарттың һыйыр һатҡан бар аҡсаһы. Бабай ни эшләргә белмәй: “Эй Хоҙайым, былай булғас балаларымды астан үлтерәм икән!”- тип, үкһеп-үкһеп илаған. Әсәйем: “Ҡайнаға, илама, хәҙер бер нәмә лә эшләп булмай, иртәгә баҙарға сығып он, иген алырбыҙ, һине лә өлөшһөҙ итмәбеҙ”,- тигәс, бер аҙ тынысланған.

Иген, он тейәп, әсәйем менән Хөрмәтулла ағай иртәрәк ҡайттылар, бабай аҡсамды табып бирмәҫтәрме тип, милицияға китеп ҡалған.Табамы һуң милиция! Милицияла тыңлап та тормағандар:

“Мә, алығыҙ, - тип үҙең ҡалдырып киткәнһең бит,”- тигәндәр.

Бабай ҡайтыуға әсәйем 2 тоҡ он индереп тә бирҙе. Ҡайтҡас, көлгә күмеп сөсө икмәк бешерҙе лә миңә: “Бар, балам,  инәйеңдәргә алып бар, ашай торһондар, тәғәм ризыҡтары юҡ бит!”- тип, мине ярты икмәк тоттороп уларға ебәрҙе. Икмәкте һәр береһенә бүлеп биргәс, “беҙгә һөйәк бирәһең” тип, мейес артвна ырғыта ла ебәрәләр. Астан интеккәндәр ине. Ҡайтып һөйләгәс, әсәйем тиҙ генә ыумас бешерә һалып, алып барып ашатып ҡайтты. Икмәкте ашҡа турап ашатҡан.

Был хәл ҡыш ине. Яҙға табан ашарҙарына бер нәмә лә ҡалмағас  ( һыйыр юҡ, картуф бөткән), инәй оло ҡыҙы Фәғиләне  бабай менән ҡалдырып, улын етәкләп, бәләкәй ҡыҙын күтәреп, сығып китә  ауылдан-ауылға хәйер һорап,  Иҫәнғол яҡтарына барып сығалар. Тик инәй ҙә, улы ла  шул тирәлә астан үләләр. Бәләкәй ҡыҙҙы Иҫәнғол балалар йортона бирәләр.

Һуғыш бөтөп, күпмелер ваҡыт үткәс, Заһиҙулла ағай ҡайтып төшә. Күрше ауылдың бик уңған, сибәр ҡыҙына өйләнеп, донъяларын йүнәтеп, атаһы менән һеңлеһен үҙҙәренә алалар. Әйткәндәй, инәй балаларын алып сығып киткәс, бабайҙы етеш, хәлле генә торған бер әбей ҡарарға ала, ә бабай менән ҡалған  Фәғилә ҡыҙын атаһының туғандары ала.

Бабай оҙаҡ йылдар килен ҡарамағында ҡәҙер күреп йәшәне. Ә Фәғилә апай алыҫ ҡына бер ауылға кейәүгә сығып, 5 бала үҫтереп, йәшләй донъя ҡуйҙы. Балалары һәр береһе ғаилә ҡороп, матур , етеш тормошта йәшәйҙәр.

Заһиҙулла ағай менән Мәстүрә апай 6 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әле ике улы, ике ҡыҙҙары иҫән.

Теге Иҫәнғол балалар йортонда тәрбиәләнгән ҡыҙ, үҫеп еткәс, көтмәгәндә ауылға ҡайтып төшә. Күрше ауыл егетенә кейәүгә сығып, балалар үҫтерҙе, хәҙер ҡәҙерле өләсәй. Ире генә фажиғәле вафат булды – батып үлде.

Бындай нужалар күргән ғаиләләр күп булды.

Беҙ, һуғыш йылы балалары, күп ауырлыҡтар, яҙмыштар  шаһиты булдыҡ, үҙебеҙ ҙә юҡтан бар булдыҡ тигәндәй.Шуға ла һәр атҡан таңға, аяҙ күккә, тормоштоң матур, етеш булыуына  һөйөнөп, шөкөр итеп, ҡабат ундай афәттәр булмауын, илебеҙгә башҡа ҡара ҡайғыларҙың килмәүен теләп йәшәп ятабыҙ.

Йәштәр бындай ҡайғыларҙы күрмәһен, ләкин был турала белһен – һуғыштағы, тылдағы ауырлыҡтар тураһында һөйләйек, яҙайыҡ, осрашыуҙарға йөрөйөк, ололар.

Бөйөк Еңеүгә – 70! Был беҙҙең Еңеү! “Ватан өсөн! Сталин өсөн!”- тип һөжүмғә күтәрелгәндәр Еңеүе! Һуғыш нисек тамамланыр икән тип көтөп ятҡан Америка, Англия, Франция һ.б. еңеүе түгел.

Дахау, Освенцим, Моабит һ.б. үлем лагерҙарынан йөҙәрләгән мең тотҡондарҙы азат итеүсе Украина түгел, ә Ҡыҙыл Армия һалдаттары, ниндәй фронт исемен йөрөтһә лә. Көнбайыштың “аҡыллы” баштары тарихты нисек кенә боҙоп күрһәтергә теләмәһен, ғәҙеллек еңәсәк!

Маһинур ИШБИРҘИНА, педагогик хеҙмәт һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

Йомағужа ауылы.

*Исемдәр , билдәле сәбәптәр арҡаһында, үҙгәртеп алынды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас