

- Һауыттан бал эсеп ултырған 10 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ -ошо юлдар авторы, мин булам, - тип яҙа Илида апай Муллабаева. - Ул миҙгелдәр бөгөнгөләй хәтерҙә. Билдәле рәссамдың беҙҙә йәшәүе ауыл балаһы өсөн ҙур ваҡиға булды. 6 ҡыҙ араһынан ни өсөндөр мине һайланы. Йәйге селләлә рәссам алдында билдәле бер ҡиәфәттә ултырыу бәләкәй кешегә еңел булмағандыр, әммә мин быға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараным. Иртә торам да матур күлдәгемде, ап-аҡ носкийымды кейеп сығып ултырам. Бер көндө ашығып аяғыма носки, сандали кейергә онотҡанмын. Кейергә уйлаған инем, рәссам ағай ялан аяҡ яҡшыраҡ, тәбиғиерәк тип туҡтатты. Русса бер ауыҙ һүҙ белмәһәм дә аңлашҡанбыҙҙыр инде...
Мин буй етеп тыуған йортомдан йыраҡҡа киттем. Бәләбәй ҡалаһында гуманитар-техник колледжында производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләйем. Күпме йылдар уҙһа ла ул ваҡиға онотолманы, күңел түрендә иң бәхетле мәлдәрҙең береһе булып һаҡланды, шул картинаны күреү, рәссам менән осрашыу өмөтө һүнмәне.
40 йылдан һуң осраштыҡ беҙ уның менән көтмәгәндә. Ул былай булды. Барыбыҙ ҙа атай юлын дауам итеп умартасылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Зөлфирә апайым Өфөнөң Үҙәк баҙарында бал һата. Бер рәссам бал алырға килгән. Һөйләшеп киткәндәр. Апайым Кащеев тураһында белмәйһегеҙме, ул беҙҙә йәшәп, картина төшөргән ине, тип ҡыҙыҡһынған. Әлбиттә, беләм, Башҡортостан рәссамдар берлегендә осрашып торабыҙ, тигән ул. 2014 йылдың аҙағында уға 80 йәш тулыуы, шул йәһәттән күргәҙмә ойошторолоуы хаҡында еткергән, телефон номерын алған.
Күп тә үтмәй телефон шылтыраны. Федор Александрович Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында үтәсәк шәхси күргәҙмәһенә саҡырҙы. Тулҡынланыуымдың сиге юҡ ине. Тиҙ генә йыйындым да юлға сыҡтым. Музей алдына барып баҫтым һәм шаҡ ҡаттым. Тышҡы яғында ҙур форматта шул картинаның күсермәһе эленеп тора. Ниндәй хистәр кисереүемде һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, әйтерһең, күп йылдарҙан һуң юғалтҡан иң ҡәҙерле кешемде таптым. Күргәҙмәләлә ул иң үҙәк урындарҙың береһен биләй ине.. Тағын мине халыҡ рәссамының ябайлығы, әҙәплелеге, тыйнаҡлығы хайран ҡалдырҙы. Күптәнге таныштар кеүек йылы ҡаршыланы. Иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, автографы менән китабын бүләк итте. Китапты ҡулыма алғас, атайым өсөн ғорурланыуым тағы ла көсәйҙе. Уның тышында ла атайым менән әсәйем ҡорттар менән мәж килә, өй эсендә апайым бал айырта, мин тупһала ултырып яңы айыртҡан бал эсәм...