Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Август 2025, 09:10

Ишбирҙиндар үҙ зат-ырыуын барланы

Түләбайҙа тәүге Шәжәрә байрамы 2010 йылда  уҙғарылды. Ул саҡта ауылыбыҙҙың данлыҡлы ғаиләләре - Айытҡужиндар, Ғайсиндар, Мәхмүтовтар матур тирмәләр ҡороп, бай күргәҙмәләр ойоштороп, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Һәр бер тирмә үҙенең шәжәрәһе менән таныштырып, матур йолалар күрһәтте.   Ә быйыл Ишбирҙиндар  Түләбай ауылының йәмле быуаһы буйына изге байрамға йыйылды - йыраҡ араларҙы яҡынайтып, төрлө тарафтарҙан йыйылып, Шәжәрә байрамы ойошторҙо.

Ишбирҙиндар үҙ зат-ырыуын барланыИшбирҙиндар үҙ зат-ырыуын барланы
Ишбирҙиндар үҙ зат-ырыуын барланы

ХХ быуатта ауылыбыҙҙа йәшәгән Рәхилә Вәлетдин ҡыҙы һәм Сәфәрғәле Атаулла улы Ишбирҙиндарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре (улдары Зәки, Шәкир, Рәшит һәм ҡыҙҙары Рәшиҙә)  үҙҙәренең тарихи тамырҙарын иҫкә алды, нәҫелен барланы.  

  - Был байрамды ойоштороу минең күптәнге хыялым ине. Ошо йыйынға йыйылып, үҙебеҙҙең туғандарҙы осраштырғаным өсөн бик шатмын, сөнки бала-сағалар бер-береһе менән танышты, осрашты. Улар киләсәктә лә туғанлыҡ  ептәрен юғалтмаһын, бер-береһен белһендәр, аралашып йәшәһендәр тигән теләктә ҡалам, - тине Түләбай ауылында йәшәүсе Гөлсөм Рәшит ҡыҙы Сәлихова үҙенең изге уйҙары менән уртаҡлашып. 

Альбина АЙҘАРБӘКОВА.

Автор:
Читайте нас