Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
19 Август 2025, 05:05

Илһам шишмәләрең һайыҡмаһын!

Кисәге эш көнөбөҙ бик матур яңылыҡ менән тамамланды: хеҙмәттәшебеҙ Айгөл Айытҡолованың “Һағыныу” исемле китабы донъя күргән! Әйткәндәй, был - уның икенсе китабы. Тәүгеһе “Ҡымыҙ еҫе” тип атала. Коллегабыҙҙы яңы ижад емеше менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ҡанатланып йәшәргә, илһамланып ижад итергә, шиғриәт һөйөүселәрҙе яңынан-яңы шиғырҙары менән ҡыуандырырға насип булһын тип теләйбеҙ!  Яңы китапты ҡулығыҙға алғанға тиклем Айгөлдөң яңы ижад емештәре менән сайтта таныша тороғоҙ.

Илһам шишмәләрең һайыҡмаһын!Илһам шишмәләрең һайыҡмаһын!
Илһам шишмәләрең һайыҡмаһын!

***
_"Тауға ҡарап, тау булаһым килде..."
Мостай Кәрим_

Һай, бөйөк шул тауҙар!
Ҡараш етмәҫ
Бейеклеккә хайран ҡалырлыҡ!
(Тауға ҡарап, тау булаһы килә -
Тауҙа ҡеүәт, тауҙа сабырлыҡ...)

Һай, мәғрур шул тауҙар!
Күккә ашҡан
Түбәһенә бармы еткәндәр?
(Тынлыҡ һаҡлап ҡалҡҡан ҡая-таштар
Сабырлыҡҡа һәйкәл икән дә...)

Һай, ғорур шул тауҙар!
Күк таштарҙың
Һалҡынлығын бармы тойғаның?
(Күргәнем бар: шул тауҙарға ҡайтып,
Сал бөркөттәр оя ҡорғанын...)

Һай, ҡотло шул тауҙар!
Олпат тауҙы
Төйәк иткән, ана, күк бүре!
(...Тауға ҡарап, тау булаһы килә -
Ҡая-таштың бында юҡ түре...)

...Тауға ҡарап, тау булаһы килә -
Бейеклектән талһын ҡараштар!
(...Күкһел һағыш булып иҫә елдәр,
Һинең эҙҙе һаҡлай һәр ташы...)

 

***

Далаларға сығып китке килә –
Ялған шау-шыу тейгән маҙаға.
Йөрәгемде һыҙып, һыҙландырып
Күк офоҡта уйнай һаҙағай.

Далаларға сығып китке килә –
Күк әремдең еҫе, һай, танһыҡ!
Әллә ниндәй серҙәр һөйләр төҫлө,
Сал ҡылғандар елгә сайҡалып.

Далаларға сығып китке килә -
Сикһеҙ ирек көҫәй был күңел.
(Һуңғы тарпан ҡулға эйәләшер,
Ҡураларға инер мал түгел...)

Далаларға сығып китке килә -
Асырғанып саңҡый сал бөркөт.
(Ҡан хәтере тирткән ошо мәлем,
Ҡуймаһын, тим, берүк, сеү, өркөп...)

Далаларға сығып китке килә –
Далаларҙа иркен-ирәүән.
(Тынды ҡыҫыр таш диуарҙар ауһа,
Балҡып китер төҫлө тирә-йүн...)

Далаларға сығып китке килә,
Дала микән йәнем дауаһы?
...Фанилыҡтың һуңғы сәғәтендә
Һиңә ҡайтып, һиндә ауаһы...
Ине...

Айгөл Айытҡолова

***
"...бүре булғым килә!"
З. Ханнанова

Эй, күк тауҙар!
Һеҙгә ашҡынмаған
Атлыҡмаған икән кем генә!
Йөрәгенә тынғы тапмағандар
Тынлыҡ көҫәп һеҙгә елкенә.

Яраларҙы имләр ҡөҙрәтеңме –
Ҡот ҡайтҡандай була күңелгә.
(Асылына кеше төшөнәме
Арынғанда донъя йөгөнән?)

Үҙ асылын юллап, тауҙар гиҙгән,
Беҙ тоҡомо микән бүренең?
Шул бүреләй бына мин дә бөгөн
Үҙ-үҙемде эҙләп йөрөнөм...

Шул бүреләй бөгөн бына мин дә
Күк тауҙарға килеп теҙләндем.
(Йән һыҙлауын баҫыр тынлыҡтарҙы
Шырлыҡтарҙан оҙаҡ эҙләнем...)

Шул бүреләй бөгөн бына мин дә,
Күк тауҙар килеп һыйындым.
(Яраларҙы бүре кеүек ялап,
Олор мәлдәр булды...
Тыйылдым...)

Шул бүреләй бөгөн бына мин дә,
Сыҡҡайным да ҡалҡып өңөмдән...
...Күк тауҙарға ҡайтып төйәкләнер
Бүре булғым килде бөгөндән...

Айгөл Айытҡолова.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас