Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Август 2025, 05:50

Балаларҙы ҡыуандырыу – ҙур сауап!

Күгәрсен районы хакимиәте “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» республика акцияһына ҡушылды һәм буласаҡ беренсе класс уҡыусыларына - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына мәктәп портфелдәрен һатып алды. Был портфелдәр уҡыу өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тултырылған.

Балаларҙы ҡыуандырыу – ҙур сауап!Балаларҙы ҡыуандырыу – ҙур сауап!
Балаларҙы ҡыуандырыу – ҙур сауап!

Акция тулы булмаған, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм мохтаж ғаиләләрҙә үҫкән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға уҡыуға әҙерләнеүҙә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән

Йыл һайын беҙҙең район предприятиелары, учреждениелары хеҙмәткәрҙәре,  район халҡы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһында әүҙем ҡатнаша.

 Август аҙағына тиклем һәр кем ошо мөһим акцияға ҡушыла ала!

 

 Әйткәндәй,беҙҙең Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге был акцияла йыл да ҡатнаша.

Анатолий Казаков фотолары.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас