Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2025, 11:00

Егеттәрҙең аҫылы- һаулыҡ һағында

Бәрәкәтле Күгәрсен ерендә тыуып, ошо ерҙә иң тәүге аҙымдарын эшләгән, ҡанат нығытҡан һәм артабан үҙ юлын ҡыйыу һайлап, ныҡышмаллығы, тырышлығы, төплө белеме менән тормошта яңынан-яңы үрҙәр яулаған, баш ҡалабыҙҙа ла юғалып ҡалмайынса үҙен лайыҡлы итеп танытҡан йәштәребеҙгә ҡарайһың да, һоҡланыуыңды йәшерә алмайһың. Бөгөн һүҙебеҙ наҙлы Эйектә ҡойоноп, уның шифалы һыуынан бөтмәҫ дәрт-ялҡын, көс-ғәйрәт алып буй еткергән, бәләкәс аҙымдар менән яҡты маҡсаттарын ысынбарлыҡҡа әүерелдергән Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ - Рәил Әлимғужин хаҡында. Һаулыҡ һағында тороусы тәжрибәле табип хәҙер халыҡ мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт күрһәтеүсе уңышлы эшҡыуар ҙа.

Егеттәрҙең аҫылы- һаулыҡ һағындаЕгеттәрҙең аҫылы- һаулыҡ һағында
Егеттәрҙең аҫылы- һаулыҡ һағында

- Бәләкәй саҡта бигерәк шуҡ булдым. Шуның арҡаһында Мораҡ үҙәк район дауаханаһына травматологҡа, йә хирургҡа йыш эләгергә тура килде. Шул мәлдәрҙә башыма “эх, врач булһам, мин дә пациенттарға ярҙам итер инем” тигән уйҙар килде. Әсәй-атайым да “йәмғиәткә, кешеләргә файҙа килтерерлек һөнәр һайла” тип тырыштылар, әммә һайлау иркен үҙемә ҡалдырҙылар. Уҡы, тырыш тип үҫтергән әсәй-атайыма, төплө белем биргән гимназияма сикһеҙ рәхмәтлемен, - тип, Рәил Радик улы ни өсөн медицина өлкәһен, хирург һөнәрен һайлауын әйтеп үтеп, әңгәмә башында уҡ ғәзиз кешеләренә, һөйөклө уҡытыусыларына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 Ул Яңы Хвалын ауылында 1993 йылдың 16 декабрендә, йәшәү йәмен тынғыһыҙ хеҙмәттән табып хәләл көс менән йәшәүсе эшһөйәр ғаиләлә тыуа. Әсәһе Эльвера Мирғәлим ҡыҙы - 38 йыл ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған педагогик хеҙмәт ветераны, Яңы Хвалын урта мәктәбе балаларын ҙур тормош юлына әҙерләүҙә, хеҙмәт тәрбиәһе аша сыныҡтырыуҙа уның өлөшө тиңһеҙ. Атаһы Радик Фәрит улы Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университетын тамамлап, совхоз бөткәнсе инженер булып эшләгән, аҙаҡ Себерҙә намыҫлы хеҙмәт күрһәткән. Ике бөртөк балаһын, хәҙер үҙҙәренә пар ҡанаттай ныҡлы терәк булып тороусы Гүзәл менән Рәилде лә бәләкәстән ауыл эшенә өйрәтеп, уларҙың күңелендә гел яҡшылыҡҡа ынтылыш, тормошҡа яҡты ҡараш тәрбиәләүгә ирешә улар.

 

 Яңы Хвалын урта мәктәбендә уҡыған сағында уҡ белемгә әүәҫлеге, спорт һөйөүсәнлеге менән айырылып торған Рәил 8-се класҡа Мораҡ башҡорт гимназияһына уҡырға бара. Яңы мәктәпкә күскәс тә уҡыуҙа һәм спортта һынатмай, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып айырым уңыштарға өлгәшә, футбол, баскетбол, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа тиҫтерҙәре менән гимназия данын ғорур яҡлай. Физика, биология, химия фәндәрен айырыуса еңел үҙләштергән егет берҙәм дәүләт имтихандарын да юғары балдарға тапшырып, гимназияны алтын миҙалға тамамлай.

 Бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырыу ниәте менән Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. 6 йыл уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, 2 йыл ординатурала хирургия буйынса белемен камиллаштыра. Студент осоронда уҡ парралель рәүештә эшләп, хеҙмәт тәжрибәһе алырға ла өлгөрә. 2-се курстан оператив хирургия кафедраһында лаборант, 4-се курстан Өфө ҡалаһының 18-се дауаханаһында медбрат булып эшләй. 2019 йылда ординатураны тамамлағас, Мәләүез ҡалаһы дауаханаһында эш башлай. Дүрт йыл бында хирург булып эшләп һәм эндоскопия бүлеген етәкләп һәр яҡлап тәжрибә туплағас, ғаиләһе менән баш ҡалаға күсә һәм Өфөнөң Дим биҫтәһе дауаханаһында хирург эшен дауам итә, шул уҡ ваҡытта ашығыс ярҙам клиник дауаханаһында төп эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

 Көс-дәрте ташып торған, һәр саҡ үҫеш юлында булған һәләтле табип-хирург бер урында ғына тора аламы һуң инде?! Үҙе менән университетта бергә уҡыған, хирург һөнәрен ныҡлап үҙләштергән ышаныслы дуҫтары Тимур Ғәлин һәм Илмир Насретдинов менән өсәүләшеп шәхси клиника асалар. Әлбиттә, республика халҡы ғына түгел, сит төбәктәрҙән килгән кешеләргә уңайлы булһын тип баш ҡаланы һайлайҙар. Үҙ эштәрен асыр алдынан ете ҡат уйлап, медицина өлкәһендә әлегә республикала тәжрибәлә ҡулланылмаған дауалау юлдарын өйрәнеп,  белемдәрен үҫтерергә лә өлгөрәләр. Хәҙерге заманда төрлө факторҙарға бәйле кешеләрҙең ваҡытынан алда сәстәре ҡойолоп пеләшләнеүен күҙәтеп йөрөгән егеттәр сәс күсереп ултыртыу техникаһын да ныҡлап өйрәнә һәм был юҫыҡта халыҡты хеҙмәтләндерә. Рәил Радик улы әйтеүенсә, уларҙа шулай уҡ варикоз, геморрой сирҙәрен заманса дауаларға һәм башҡа күп медицина хеҙмәтенән файҙаланырға мөмкин. “Медицина ярҙамы һәр кемгә уңайлы, асыҡ булырға тейеш” тип, иң тәү сиратта кеҫәләрен түгел, ә халыҡтың һаулығын хәстәрләгән 5-6 белгестән торған берҙәм коллективтары райондар буйлап сығып та диагностика үткәрәләр.

- Йылдар буйы дауаланмаған, төпкә төшөп өлгөргән ауырыуҙарҙы тамырынан тиҙ генә ҡоротоу мөмкин түгел. Шуға күрә оҙаҡҡа һуҙмай, һәр кем үҙ ваҡытында тикшерелеп, табиптарға мөрәжәғәт итһен ине. Аҙ хәрәкәтләнеүҙән бик күп сирҙәр барлыҡҡа килгәнен дә онотмаһа ине кеше. Хирург булараҡ быны яҡшы белгәс, беҙ спорт менән шөғөлләнеүҙе ташламайбыҙ. Дөрөҫ, тығыҙ эш графигы менән бар нәмәгә өлгөрөп булмай, әммә велосипедта йөрөргә, тренажерҙар залында шөғөлләнергә ваҡыт табырға, сәләмәтлекте ҡайғыртырға тырышабыҙ, - тип, бик фәһемле фекерҙәре менән дә уртаҡлашты әңгәмәсебеҙ.

 

 Әйткәндәй, иң тәү сиратта халыҡ һаулығын хәстәрләүсе һәләтле табип, Гиппократ антына тоғро ҡалып, һәр саҡ кешегә ярҙам ҡулын һуҙырға ашыға, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһында ла хирург булып эшләй. Намыҫлы эшсән генә түгел, Рәил кәләше өсөн ышаныслы тормош юлдашы, донъя тотҡаһы, ҡәҙерле  улы өсөн өлгөлө атай булып тора.

 Һөйөклөһө Лилиә Әмир ҡыҙының әсәһе төптән беҙҙең райондан. Себерҙән өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгән мәлендә яҙмыш уны Яңы Хвалындың аҫыл егете менән осраштыра. Бер-береһе өсөн яратылған йәрҙәр 2019 йылда ҡауышып, үҙ ояһын ҡора. Бер бөртөк мөхәббәт емештәре – көләс йөҙлө, теремек Дамир ата-әсәнең рухи йыуанысы ла, сәмләнеп эшләр, дәртләнеп йәшәр өсөн төп илһам сығанағы ла.

 Тормош иптәшенең һәр башланғысын хуплап, уға иңен ҡуя белгән Лилиә Әмир ҡыҙы Өфөнөң 10-сы спорт мәктәбендә методист булып эшләй. Ул – пуля менән атыу буйынса спорт мастеры. Һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барып, тирә-яҡты спортҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә лә тос өлөшөн индереүсе матур пар сабыйҙарын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләп, уны ла күркәм холоҡло, киң даирәле, изгелеккә, белемгә ынтылышлы итеп үҫтерер әле тип ышанғы килә.

 

- Халыҡ һаулығы һағында тороу, кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү яратҡан һөнәребеҙ генә түгел, ул изге миссия, күңел талабы. Бер шул юлды һайлағас, унан тайпылыу юҡ, артабан да эшемде шул юҫыҡта дауам итәсәкмен. Шәхси эшебеҙгә килгәндә, хыялыбыҙ – сит-ят төбәктәрҙе лә үҙебеҙгә йәлеп итеп, гүзәл Өфөбөҙҙө сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүсе ҡала итеп танытыу, - ти ихлас күңелдән Рәил Әлимғужин.

 Әйткән һүҙен, һәр фекерен намыҫлы хеҙмәте менән раҫлаған, булмышынан уҡ үҙен ергә яралтҡан аҡ ҡыштарҙың сафлығы бөркөлгән талантлы хирург, булдыҡлы эшҡыуар, хөрмәтле яҡташыбыҙға эштәренең гел уң булыуын, яҡты өмөттәренең аҡланыуын теләйек!

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фотолар – шәхси архивтан.      

    

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас