

Ҡыҙылташ ауылы уҙаманы, үткән быуаттың 60-80-се йылдарында иң яҡшы умартасы исеменә лайыҡ булып, республикала дан-шөһрәт яулаған, ғүмеренең һуңғы йылдарын Мораҡта үткәргән хеҙмәт ветераны Рәшит Миңлегәрәй улы Латипов 70-се йылдарҙа иң юғары күрһәткестәргә (1972 йылда һәр умарта ғаиләһенән 71 килограмм бал йыя, 1974 йылда 110 килограмға еткерә) ирешеп, Мәскәүҙә СССР-ҙың Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, алтын һәм көмөш миҙалдарға, дәүләт наградаһы – “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ була. Уның тырыш хеҙмәт юғары баһалана, хатта машина ла бүләк итәләр. Ф.Кащеев үҙенең картинаһында нәҡ уны һәм уның ғаиләһен һүрәтләгән дә инде.
Был хаҡта Рәшит Миңлегәрәй улының ҡыҙы Илида апай Муллабаева бәйән итә.
"Беҙҙә кухня өҫтәле янындағы стенала эҫе йәйҙе, сәскәле аланды, кәрәҙҙәргә бал ташыған бал ҡорттарын, донъялағы иң тәмле, хуш еҫле, шифалы гәрәбәләй башҡорт балын, атайымдың Ҡыҙылташ умарталығында янып-көйөп эшләп йөрөгән саҡтарын хәтерләтеп торған картина эленеп тора. Авторы – Башҡортостандың халыҡ рәссамы Федор Кащеев.
Уны төшөрөү тарихын атайым былай тип һөйләр ине:
“1974 йылдың йәйендә умарталыҡҡа билдәле Өфө рәссамы Федор Кащеевтың килеүе көтөлмәгән хәл булды. Ул картинала таулы Күгәрсен яғы умарталығын һәм Ер йөҙөндәге иң тыныс һөнәр эйәһе – умартасының хеҙмәтен һүрәтләү теләген белдерҙе. Икебеҙ ҙә мауығып эшләнек: ул рәсем төшөрҙө, мин бал ҡорттарын ҡараным, эш араһында һөнәремдең серҙәрен уртаҡлаштым, иҫ киткес тырыш йән эйәләре – ҡорттарымдың тормошо тураһында бәйән иттем. Уның янында иң кеселәре – игеҙәк ҡыҙҙарымдың береһе эй бөтөрөлдө инде. Картина әҙер булғас, таныш умарталар араһында атаһы янында үҙен күрмәгәс, иларға кереште. Рәссәм ҡәләм менән ҡыҙымдың портретын төшөрөп биргәс кенә тынысланды.
Бөйөк рәссам бүләк иткән “Умарталыҡта” картинаһы ҡәҙерле йәдкәр булып һаҡлана, миңә йәшәү көсө бирә. Их, ул күңелле миҙгелдәр! “Тағын китте Рәшит умарталығына бер арба ҡыҙҙарын тейәп”,- тип әйтеп, ҡарап тороп ҡала торған ауыл халҡы. Бер йоҙроҡҡа төйнәлеп, дуҫ, татыу йәшәнек, берҙәм булдыҡ, тырышып эшләнек, балаларҙы хеҙмәттә тәрбиәләнек.Улар ҙа йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, Аллаға шөкөр!”
Рәссам тураһында бер-ике кәлимә һүҙ әйтеп китеү кәрәктер, тип уйлайым.РФ-ның атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты 1934 йылдың 6 декабрендә Асҡын районы Асҡын ауылында тыуған. Өфө театр-сәнғәт училищеһының художество бүлеген тамамлай. Рәссамдар берлеге ағзаһының күп эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана . Әлеге ваҡытта ул Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Портрет һәм композиция жанрында ижад итә. Ижадының төп йүнәлеше – республика халҡының йәшәйеше, тормошо. Төп геройҙары – ауыл эшсәндәре, уларҙың күбеһен республиканың төрлө төбәктәренә сығып ижад иткән. Картиналарында сағыу - һары, зәңгәр, йәшел, ҡыҙыл, ҡуйы һары төҫтәр өҫтөнлөк итә. “Башҡорт балы” картинаһына “Умартасы” һәм “Башҡорт ҡатыны бал айыртҡыс янында” этюдтары 1974 йылда Күгәрсен районында, республикала данлыҡлы умартасы йортонда төшөрөлә. Умартанан гәрәбәләй кәрәҙҙәр алыусы умартасы, бал айыртыусы ҡатын (ул образдар ата-әсәйемдән алып тыуҙырылған) умартасылыҡ серҙәрен һаҡлаусы булһа, шифалы бал тулы һауыт тотҡан ҡыҙ - изгелек һәм сәләмәтлек билдәһе.
Һауыттан бал эсеп ултырған 10 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ -ошо юлдар авторы, мин булам. Ул миҙгелдәр бөгөнгөләй хәтерҙә. Билдәле рәссамдың беҙҙә йәшәүе ауыл балаһы өсөн ҙур ваҡиға булды. 6 ҡыҙ араһынан ни өсөндөр мине һайланы. Йәйге селләлә рәссам алдында билдәле бер ҡиәфәттә ултырыу бәләкәй кешегә еңел булмағандыр, әммә мин быға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараным. Иртә торам да матур күлдәгемде, ап-аҡ носкийымды кейеп сығып ултырам. Бер көндө ашығып аяғыма носки, сандали кейергә онотҡанмын. Кейергә уйлаған инем, рәссам ағай ялан аяҡ яҡшыраҡ, тәбиғиерәк тип туҡтатты. Русса бер ауыҙ һүҙ белмәһәм дә аңлашҡанбыҙҙыр инде...
Мин буй етеп тыуған йортомдан йыраҡҡа киттем. Бәләбәй ҡалаһында гуманитар-техник колледжында производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләйем. Күпме йылдар уҙһа ла ул ваҡиға онотолманы, күңел түрендә иң бәхетле мәлдәрҙең береһе булып һаҡланды, шул картинаны күреү, рәссам менән осрашыу өмөтө һүнмәне".