Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2025, 03:05

Күптен күргән - күпте кисергән 95 йәшлек инәй

95 йәшлекСалауатова Разия Минһажетдин ҡыҙының  хәтере бик яҡшы. Үткән ваҡиғаларҙы, тиҫтерҙәренең исемдәрен яҡшы хәтерләй. Колхоз рәйесенең, башҡа хужаларҙың бер ус ашлыҡ өсөн 10-12 баланы баҫтырып тотоп, аҙаҡ баҙға бикләп ҡуйыуҙарын, баҙ ҡапҡасын асып сығырға тырышҡан малай-ҡыҙҙарҙың ҡулдарын кесерткән менән саҡтырыуҙарын бөгөнгөләй хәтерендә һаҡлай ул.

Күптен күргән - күпте кисергән 95 йәшлек инәйКүптен күргән - күпте кисергән 95 йәшлек инәй
Күптен күргән - күпте кисергән 95 йәшлек инәй

 Был быуын кешеләренең бала һәм үҫмер саҡтары илебеҙ өсөн иң ауыр осор – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән. Улар балалыҡтан сығып та бөтмәйенсә, нужа ҡамытын кейергә мәжбүр булған.

 Хәҙер инде уларҙың сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә бара. Иҫәндәре сал сәсле, олпат бабай-инәй йәшенә етеп, балалары, яҡындарына рухи терәк булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Шуларҙың береһе - ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеләренең береһе – Салауатова Разия Минһажетдин ҡыҙы.

  1 июлдә 95 йәш тултырған тыл эшсәне Нуҡай ауылында тыуып үҫкән һәм бөгөн балалары - ҡыҙҙары Зинфира менән Рәмзиә, кейәүҙәре Илгиз менән Ғүмәр ҡарамағында, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерә.

 Һуғыш башланғанда 4-се класта уҡып йөрөгән була Разия. Заманалар бик ауыр булғас, өҫ-башта, аяҡта йүнле кейем юҡ... Ҡыҙ ялан аяҡ йөрөмәҫ өсөн сабатаһына брезент тегеп ала. Уҡыу кәрәк-яраҡтарын сепрәк моҡсайға һалып йөрөтә. Үҙҙәре уҡый-яҙа белмәгән күрше тирә-яҡ унан фронтҡа хат яҙҙыра, хат уҡыта.

 Тылдағы бар эш ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм быуындары ла ҡатмаған үмерҙәр, балалар иңендә була. Разия инәй ҙә үҙенең тиҫтерҙәре – 11-12 йәшлек малай-ҡыҙҙар менән ер һөргән, тырматҡан, әсәй-апайҙарына һабанға, тырмаға егелгән үгеҙ, һыйырҙарҙы ҡыуышып йөрөгән.

 Ул осор балаларына бик ауырға тура килә, ялан аяҡ йөрөп, аяҡтары ярылып, ҡанап бөтһә лә түҙәләр. Сөнки эштә йөрөгәндәргә аҙмы-күпме ашау эләгә: көндөҙ берәр сеүәтә аш йәки ҡатыҡ бирәләр. Өлкәндәр ял иткәндә баҫыу ситендә үҫкән ҡаҡы, көпшә, ҡуҙғалаҡ менән дә һыйланалар.

 Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Разия инәйҙең хәтере бик яҡшы. Үткән ваҡиғаларҙы, тиҫтерҙәренең исемдәрен яҡшы хәтерләй. Колхоз рәйесенең, башҡа хужаларҙың бер ус ашлыҡ өсөн 10-12 баланы баҫтырып тотоп, аҙаҡ баҙға бикләп ҡуйыуҙарын, баҙ ҡапҡасын асып сығырға тырышҡан малай-ҡыҙҙарҙың ҡулдарын кесерткән менән саҡтырыуҙарын бөгөнгөләй хәтерендә һаҡлай ул.

 - Үҙҙәре ас-яланғас булһалар ҙа, барыһы ла фронтҡа ярҙам итергә тырышты. Эштән арманһыҙ булып арып ҡайтһалар ҙа, әсәйҙәр, апайҙар, еңгәләр кис ултырып, һуҡыр шәм яҡтыһында ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләнеләр, картуфты йоҡа ғына итеп телеп, табала мейестә киптерҙеләр. Бөтәһе лә Еңеүҙе нисек тә тиҙерәк яҡынайтырға теләп йәшәне һәм эшләне.

 9 май – Еңеү көнө салт аяҙ ине. Бөтә ауыл халҡы урамда: шатланалар, илашалар. Шатлыҡ менән ҡайғы-һағыш бергә буталды. Ниһайәт һуғыш тамамланыу оло ҡыуаныс булһа, яуҙа ҡорбандарҙың күп булыуы күңелгә ҙур яра һалды.

 Беҙҙең бәхеткә күрә, атайыбыҙ иҫән ҡалды, ул 4 сентябрҙә генә ҡайтты, Алыҫ Көнсығышта булған икән, - тип һөйләй тыл ветераны.

 1947 йылда уҡырға бара Разия Минһажетдин ҡыҙы. Тик 2 ай ғына уҡып ҡала. Колхозда эшсе ҡулдар етешмәгәс, Роза Булатова, Сәкинә Итҡолова, Зөлфикамал Мәхмүтова, Гөлфара Суҡбаева, Венера Дауытова, Мөкәрәмә Суҡбаевалар менән үгеҙ егеп, Энәк йылғаһы буйынан бесән ташырға сығалар. Үҙҙәре тейәйҙәр, үҙҙәре һарай башына тултыралар. Ғөмүмән, был быуын кешеләренең эштән бәхете була... Сәсеү, ҡул салғыһы менән бесән сабыу,  Мораҡ менән Ибрай ауылдары араһына юл һалғанда тупраҡ ташыу, ураҡ эштәренең уртаһында ҡайнау, көлтә һуғыу, билдән ҡар кисеп ҡул бысҡыһы менән Кананикольскийҙа урман ҡырҡыу – былар йәшлектәре һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән егет-ҡыҙҙарҙың иңенә төшкән бихисап эштәрҙе бер аҙға ғына!

 Гармунда өҙҙөрөп уйнаған Шәрифулла исемле егеткә кейәүгә сығып, 5 балаға ғүмер бирә Разия инәй. Матур пар ул-ҡыҙҙарына белем һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра.

 Уңған кеше ул - Разия инәй. Оло йәшкә еткәс тә тик ултырманы, картуфын да, йәшелсә-емешен дә, сәскәләрен дә үҫтерҙе, ҡаҙҙар-тауыҡтар ҙа аҫраны.

 Ошо көндәрҙә үҙенең 95 йәшен билдәләгән хөрмәтле ауылдашыбыҙҙың теләге бер: күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын, ергә тыныслыҡ килһен.

- Беҙ күргәнде балалар күрмәһен, - ти тыл ветераны.

 Бөгөн инде ул балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә рухи терәк булып, сабыр ғына ғүмер итә. Күптән түгел уға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы тапшырылды. Быға ла ул ихлас ҡыуанды.

 Ил күргәнде күреп, яҙмыш ҡуйған ауырлыҡтарға бирешмәй, һәр саҡ мөләйем, ихлас булып ҡалған Разия инәйгә иң ҙур байлыҡ – һаулыҡ теләйем. Балаларының хөрмәтендә, күңел тыныслығында тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын уға!

 Миңзифа КӨҪӘПОВА.

Нуҡай ауылы.

Фото ғаилә архивынан алынды. 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас