

1942 йыл... Һуғыш инде бер йылдан артыҡ бара, әммә осо-ҡырыйы күренмәй. Алыҫта ятҡан беҙҙең Туйөмбәт ауылына хатта бомба шартлаған тауыштар ишетелә башланы. Беҙҙең ауыл ир-егеттәре һуғыштың тәүге йылында уҡ ойошторолған 112-се Башҡорт атлылар дивизияһына тәғәйенләнде.
Октябрь айының һуңғы көндәре ине. Бер көн ауылға “ноябрь айында һуғышҡа оҙатылалар” тигән хат килеп төштө. Был шомло хәбәрҙе алыу менән ҡатындар ирҙәрен һуғышҡа оҙатырға тип әҙерләнә башланы. Бөтә ауыл геү килә. Хафиз олатай нәжәнкәле саналарын әҙерләгән, Кинйәғол олатай арҡан ишә, Вәспиямал инәй ҡайтҡансы етерлек итеп бараһы ҡатындарҙың быймаларын ҡалын итеп төпләй.
Ҡуҙғалаһы көн дә килеп етте. Саналарға бейек итеп алып бараһы аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр тейәлгән. Иң алдағы санаға Зөлхизә еңгә “егелгән”, уның артынан Камила апай таяҡ менән сананы этеп бара.
Иртән иртүк дүрт йәйәүле ылау алыҫ юлға сыҡты. Малайҙар оло юлға тиклем саналарҙы этешеп барҙы. Бөтә ауыл илап, сәләмдәрен әйтеп, оҙатып ҡалды.
Бер ауыҙ ҙа русса белмәгән ҡатындарҙың 400 саҡрым ерҙә ятҡан Әлкә станцияһына ирҙәрен һуғышҡа оҙатырға тип йәйәүләп сығып китеүҙәренә иҫең-аҡылың китәрлек. Улар Әлкә станцияһынан ирҙәрен һәм бөтә ауылдаштарын һуғышҡа оҙатып, бер ай тигәндә урап ҡайтты. Күптәре өсөн был осрашыу һуңғыһы булып, аҙаҡҡы күрешеү, серләшеү, мәңгегә хушлашыу булып, мәңгелеккә йөрәк түрендә һаҡланып ҡалды.
Автор - Ләлә Бейешева.