Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2025, 07:05

Уҡыусылар өсөн премия булдырыласаҡ!

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары, хөрмәтле яҡташыбыҙ Урал Таһир улы Килсенбаев быйыл 1-се класҡа барасаҡ 5 балаға портфелдәр бүләк итте.

Уҡыусылар өсөн премия булдырыласаҡ!Уҡыусылар өсөн премия булдырыласаҡ!
Уҡыусылар өсөн премия булдырыласаҡ!

 Урал Таһир улы кескәй яҡташтарын тәүгә генә ҡыуандырмай, ул был матур йоланы 2012 йылда уҡ башлай. Тәүҙә тыуған ауылы Һатлыҡтағы 1-се класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итә.
Өс йыл элек иһә Һатлыҡта тәүге тапҡыр мәктәпкә барыусылар булмағас, шул йылдан алып, Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған 7 ауылдың 1-се класс балаларына бүләк тапшыра.
- Быйыл 7 ауылдан бары тик 5 бала ғына тәүге тапҡыр мәктәпкә бара, был - аяныс. Әммә шуларҙың өсәүһе - Һатлығымдан! Быныһы инде ҡыуаныс, - тип ауылдарҙа йылдан-йыл балалар һанының кәмей барыуына борсолоу белдерҙе Урал Таһир улы. 

Ул ауыл биләмәһе активы, район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар  менән осрашыуҙа үҙенең күптән түгел вафат булған беренсе уҡытыусыһын – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 46 йыллыҡ хеҙмәт стажының 38 йылын балаларға белем биреүгә арнаған Ишмәтов Ирек Рәхмәт улын оло хөрмәт менән телгә алды.

 “Ул уҡыусыларына белем биреп кенә ҡалманы, ә оло тормошҡа әҙерләне”, - тине ул. Әйткәндәй, Урал Таһир улы ҡыуаныслы яңылыҡ та еткерҙе: остазының исемен мәңгеләштереү маҡсатында ул Яңы Хвалын мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Ирек Ишмәтов  исемендәге премия булдырасаҡ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас