

Бикбаев Шәмиғол Бәҙретдин улы 1868 йылда беҙҙең райондың Сәйетҡол ауылында тыуған. Уның ҡан-ҡәрҙәштәре әйтеүенсә, атаһы мулла булған.
12 йәштәр тирәһендә дөйәләргә тейәлгән йөк араһына йәшенеп, каруан менән Бохара яҡтарына сығып китә һәм шунда 40 йыл буйы бағымсылыҡ һөнәрен үҙләштерә. Ул тыуған ауылына революция алдынан ғына ҡайтып төшә һәм милли – азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Тыуған ауылында төпләнә, ғаилә ҡора. Аҙаҡ Ишбирҙе ауылына күсә һәм ҡалған ғүмерен шунда үткәрә. 1958 йылда, 90 йәшендә, донъя ҡуя.
Күпме кешенең күңелен, тәнен сир-сырхауҙан арындырған, табиптар тарафынан өмөтһөҙ иҫәпләнгән, ҡуҙғала алмай ятҡан ауырыуҙарҙы ла аяҡҡа баҫтырған Шәмиғол хәлфәне халыҡ бөгөн дә онотмай, уның Сәйетҡол ауылы зыяратындағы һуңғы төйәгенән кеше өҙөлмәй. Үҙе иҫән саҡта уға дауаланырға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә килһәләр, хәҙер иһә ҡәберенә хатта Американан да килгән кешеләр булған.
Уның ҡулынан дауа тапҡан кешеләрҙең иҫтәлектәре Шәмиғол хәлфәнең ниндәй көслө бағымсы булыуы хаҡында һөйләй. Миңнулла Әлимғоловтың “Шәмиғол хәлфә – башҡорт бағымсыларының береһе” китабындағы хәтирәләрҙең береһендә аттан ҡолап, һул аяғы зәғифләнгән Сәләхетдин исемле малай хаҡында һөйләнелә. Малай дауаханала оҙаҡ ята, ләкин файҙа булмай. Һуңғы сиктә табиптар уның аяғын киҫергә ҡарар итә. Сараһыҙҙан нишләргә белмәгән атаһы улын Шәмиғол хәлфәгә алып килә. Уларҙың килеүен алдан һиҙеп, көтөп торған бағымсы уларҙы ҡаршы ала, арбала ятҡан малайҙың башынан аяғына тиклем һыпыра һәм “Тор, аяғыңа баҫ, ҡурҡып ятма”ти. Һыҙланыуҙан ҡысҡырып ятҡан Сәләхетдин арбанан төшә һәм бер ни булмағандай атлап та китә. Һуңынан малайҙы район дауаханаһы хирургы Мөрсәлим Кузеев ҡарай һәм дауаланыу һөҙөмтәһенә хайран ҡала.
Авторы - Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.