Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2025, 04:35

Ни өсөн хәҙер айыуҙар аҙым һайын?

Баҫтым да таш кеүек ҡатып ҡалдым: миңә ҡаршы ике балаһын эйәртеп инә айыу килә. Арабыҙ 25-30 аҙымдай ғына. Мине күреп тә ҡалды, башын бер уңға, бер һулға сайҡай-сайҡай, ерҙе ярырҙай итеп үкерә-үкерә,миңә табан саба башланы бит был. Ҡиәфәте ҡот осҡос, елкә ялдарын ҡабартып алған.  Бер-ике ҡысҡырып өлгөрҙөммө юҡмы, урман хужаһы алдыма килеп тә баҫты.  Ажарланып килеүсе айыу мине аяҡтан ҡабып, һырты аша ташҡа атып та бәрҙе...

Ни өсөн хәҙер айыуҙар аҙым һайын?Ни өсөн хәҙер айыуҙар аҙым һайын?
Ни өсөн хәҙер айыуҙар аҙым һайын?

Булған хәл

 1984 йыл. 9 май. Яҙ ҡояшы алтын нурҙары менән күк өҫтөн иркәләй,  тәбиғәтте уята. Йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар моңло йырҙары менән кешеләрҙе һөйөндөрә, эшкә, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Яҙ бит – барса халыҡ баҡсала. Мин дә ҡатыным менән йәшелсә баҡсаһында соҡоноп үткәрҙем был көндө.

 Үтә лә матур көн бер генә лә көтөлмәгән хәл-ваҡиға вәғәҙә итмәй кеүек ине. Әммә...

 Киске сәғәт биштәр тирәһендә көтөү ҡайта башлағанын күреп, көрәк-тырмаларҙы ситкә ҡуйып, мал ҡаршыларға ҡапҡа алдына сығып баҫтым. Күпме генә көтһәм дә һыйырыбыҙ ҙа, башмаҡ та күренмәне.

 Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына урам буйын, кәртә арттарын ҡарап сыҡтым. Бер ҡайҙа ла тап итмәгәс, көндөҙ мал йөрөгән яҡҡа йүнәлдем. Бараһы юл дөйә үркәсенә оҡшап тулҡынлы – тулҡынлы, бейек тау һыртынан ине. Муйыл таяғына таянып бара торғас, һырттың үтә лә ташлы түбәһенә менеп баҫтым. Баҫтым да таш кеүек ҡатып ҡалдым: миңә ҡаршы ике балаһын эйәртеп инә айыу килә. Арабыҙ 25-30 аҙымдай ғына. Мине күреп тә ҡалды, башын бер уңға, бер һулға сайҡай-сайҡай, ерҙе ярырҙай итеп үкерә-үкерә,миңә табан саба башланы бит был. Ҡиәфәте ҡот осҡос, елкә ялдарын ҡабартып алған.

 Бер-ике ҡысҡырып өлгөрҙөммө юҡмы, урман хужаһы алдыма килеп тә баҫты. (Унан ҡотолоу юлы булмаҫын һиҙеп, ни булһа, шул булыр тип, моронона бер генә һуғып өлгөрҙөм – был йоҙороҡ моронона себен ҡунған кеүек кенә). Ажарланып килеүсе айыу мине аяҡтан ҡабып, һырты аша ташҡа атып та бәрҙе. Дөп итеп барып төштөм, баштағы кәпәс тә әллә ҡайҙа тәгәрәне.

 Айыу тәнемдең ҡайһы ерен тырнар, сәйнәр, өҙгөләр тигән уй йәшен тиҙлегендә мейемде телгеләп үтте – йәнем сығырҙай булып ултырыуымды Хоҙай үҙе генә белгәндер, бәлки мине ул Үҙе ҡотҡарғандыр.

 Минең бәхеткә, айыу балалары беҙҙең менән тиңләште, беҙҙе уҙа башланы, әсәләре лә мине ташлап, улар артынан эйәрҙе. Балаларыма ҡурҡыныс янамай, дошман еңелде, тип уйлағандыр. Ике-өс тапҡыр үпкәмде тултырып тын алдым да өнөммө, төшөммө тип, иҫән ҡалыуыма үҙем дә ышанмайынса ултыра бирҙем.

 Билдәле, мал эҙләү ҡайғыһы юҡ, нисек тә булһа өйгә ҡайтып етергә кәрәк. Бара торғас йәрәхәтләнгән аяҡ ауыртыуын һиҙҙерә башланы. Көскә киләм. Ауа-түнә атлауымды күрше Сәхип инәй күреп ҡалған. Ҡайтып, тупһаға терәлеүем булды – килеп тә етте, һорау артынан һорау яуҙыра башланы. Ныҡыш күршемә йыртылған салбар балағын күтәреп, айыу һалған яра эҙен күрһәтмәй сара ҡалманы.

 Икенсе көндө дауаханаға һалдылар. Йәрәхәт тәрән булғанлыҡтан, 40 көн дауаланырға тура килде. Наил Абдулла улы Сәғитовҡа, шәфҡәт туташтарына рәхмәт, кеше итер өсөн күп көстәрен һалдылар.

 Үҙ ғүмеремдә ун ете тапҡыр айыу күрҙем, әммә ташланған осрағы бер булды.

 Бер булды – берәгәйле: осрашыу ике-өс ай төшкә инеп яфаланы, әле лә кисә булған хәл кеүек иҫтән сыҡмай. Шулай ҙа үс һаҡламайым инә айыуға, бала өсөн утҡа, һыуға инергә әҙер тороуы менән кешеләргә үрнәк була ала шул хайуандар. Биләмәләренә хужа ла була беләләр.

 Ирек ИШМӘТОВ.

 Ыуары ауылы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас