Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Август 2025, 10:10

Мәҙәниәт эшсәндәре нисек уңышлы эшҡыуар булып киткән?

Мораҡ ауылының иң күркәм парҙарының береһе булған Бикташевтар ҙа бер бөтөндөң ике яртыһылай – уларҙы бер нисек тә айырып ҡарап булмай, Урал ағайҙы телгә алһаң, шунда уҡ Кәүсәриә апай күҙ алдына килә, Кәүсәриә апай тиһәң, уның янында мотлаҡ Урал ағай булырға тейеш!

Мәҙәниәт эшсәндәре нисек уңышлы эшҡыуар булып киткән?Мәҙәниәт эшсәндәре нисек уңышлы эшҡыуар булып киткән?
Мәҙәниәт эшсәндәре нисек уңышлы эшҡыуар булып киткән?

Үҙҙәренә кисә генә табышҡан-ҡауышҡан һымаҡ тойолһа ла, уларҙың ғаилә ҡороуҙарына илле йыл үтеп тә киткән икән...

 

  Ейәнсура районының Кәлимулла (Үрнәк) ауылы егете Урал Ғаяз улы Бикташев күмәк балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Атанан күреп ул үҫер, әсәнән күреп ҡыҙ үҫер, тигәндәй, уның сәнғәткә ынтылышы, йыр-моңға һәләте ата-әсәһенән килә. 

 Юғары кластарҙа уҡығанда уҡ тракторсы һөнәрен үҙләштергән егет хеҙмәт юлын тыуған яғында – “Энәк” совхозында тракторсы булараҡ башлай. Әммә был һөнәр буйынса оҙаҡ эшләргә тура килмәй, уның йыр-моңға һәләтен күреп, бер аҙҙан Иҫәнғол район мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар һәм уҡырға ебәрәләр.

***

 Йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһына уҡырға ингән егет нәҡ ошо ҡалала ғүмерлек тормош иптәшемде осратырмын тип, бәлки, башына ла индермәгәндер. Федоровка районының Ҡораласыҡ ҡыҙы Кәүсәриә менән Ейәнсура районы егете бер курста, театр бүлегендә белем ала.

 1975 йылдың 5 февралендә сәстәрен-сәскә бәйләй улар.

 

***

 Иҫәнғолда хеҙмәт иткән дәүерҙә йөҙөп йөрөп эшләй йәштәр. Мәҙәниәт бүлегендә инспектор вазифаһын башҡарған Кәүсәриә Хәли ҡыҙы үҙен төплө белемле белгес итеп күрһәтә, кешеләргә яғымлы булыуы менән башҡаларҙың ихтирамын яулай. Урал Ғаяз улы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, ойоштороусы, директор булып тир түгә. Оҫта баянсы, тәбиғәт биргән көслө, моңло тауышлы йырсы булараҡ та таныла. 

  ***

  1984 йылда Бикташевтарҙың тормошонда өр-яңы бит асыла –йәштәрҙе Күгәрсен районына эшкә саҡыралар. Район мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып эшкә килгән Урал ағай менән мәҙәниәт бүлегенә урынлашҡан Кәүсәриә апай бында ла ҡолас ташлап, яратҡан эшенә сума. 

 Урал Ғаяз улы моңло, үҙенсәлекле тауышлы йырсы булараҡ тамашасы һөйөүен яулай, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә танылыу яулай. Сәнғәт һәм мәҙәниәт тармағындағы тырыш хеҙмәте өсөн 1989 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.

***

 

Ҡатмарлы туҡһанынсы йылдарҙы күптәр хәтерләйҙер: магазиндарҙа әйбер юҡлығы, эш хаҡтарының ваҡытында түләнмәүе, ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең талон менән генә һатылыуы һәм башҡалар күптәрҙең үҙәгенә үтте. Нәҡ ошо тотороҡһоҙ, ҡатмарлы осорҙа үҙ эшен асырға ҡарар итә Бикташевтар. Кәүсәриә апай көс еткеһеҙ ҙур сумкалар менән Мәскәүҙән әйбер ташыған саҡтарын йылмайыу ҡатыш иҫләһә лә, бик еңел булмай эш башлауы. Башта үҙәк район китапханаһы артындағы вагонда һаталар, аҙаҡ инде бер аҙ эште яйға һалғас, Урал ағайҙың исемен йөрөткән магазиндарын төҙөйҙәр. Башкөлләй эшкә сумыу уларға йәшләй генә юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған Венер улдарын юғалтыу ҡайғыһын күтәрергә көс бирә. Күңелдәренә мәңгелек яра булып уйылған был юғалтыуҙы үтә ауыр кисерһәләр ҙә, үҙҙәрендә артабан йәшәргә көс таба улар.

***

Был ғаиләгә быуындар араһындағы күсәгилешлек хас – Урал ағайға ата-әсәһенән сәнғәткә ынтылыш бирелһә, Кәүсәриә апай менән ул үҙе үҙ сиратында эшҡыуарлыҡ һәләтен ҡыҙҙары Әлмираға һәм ейәндәре Айҙар менән Айнурға тапшырған. Бөгөнгө көндә егеттәр олаталары менән өләсәләре башлаған эште лайыҡлы дауам итә, үҙ идеяларын ҡыйыу рәүештә тормошҡа ашыра. Эшҡыуарлыҡҡа Айҙарҙың кәләше Гөлсөм дә әүҙем ҡушылған.

 

***

 Бынан бер нисә йыл элек эштән бер аҙ ситләшеп, дилбегәне тулыһынса ейәндәренә тапшырған Бикташевтар. Бер аҙ тынысыраҡ тормошҡа күскән парҙың хәҙер инде туғандары, дуҫтары менән аралашыу, сәйәхәт итеү, бергәләп ял итеү өсөн дә ваҡыттары күберәк ҡала. Кәүсәриә апайҙың әсәһе Зөләйха инәй ҙә ғүмеренең һуңғы йылдарында уларҙың тәрбиәһендә булған, ҡыҙы менән кейәүенең ҡәҙер-хөрмәтен татып, быйыл 94 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән. 

 Һәр көндән йәм табып йәшәй улар. Урал ағайҙың яратҡан шөғөлө балыҡ тотоу булһа, Кәүсәриә апайҙыҡы – баҡса үҫтереү. Уларҙың баҡсаһындағы һәр йәшелсә-емеш гөл кеүек балҡып ултыра, түтәлдәрҙә бер сүп әҫәре күрмәҫһең! Йәшелсә баҡсаһында ғына түгел, зауыҡ менән биҙәлгән йортта ла, ихатала ла уңған хужабикәнең тилбер ҡулдары тейгәне күренә. Ҡул эштәре тураһында иһә айырым телгә алмай булмай, уның сәйлән менән мәрйендән эшләгән биҙәүестәре, бәйләгән сумкалары, күҙ нурҙары түгелгән “алмаз” картиналары күптәрҙе хайран ҡалдыра.

 Мәҡәләнең тулы вариантын "Мораҙым" гәзитендә уҡығыҙ. 

 Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас