

Аҙаш ауылдар ғына түгел беҙ, күгәрсендәр бер- береһе менән бик яҡшы, дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәйҙәр.
Был дуҫлыҡ ебе бик күптән һуҙылған. Элегерәк Һүрәм Күгәрсененән беҙҙең ауыл мәктәбенә килеп уҡығандар ҙа. Туғандар, таныштар, әхирәттәр күп булған.
Ололар шундай бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләйҙәр. Күп йылдар элек ҡыш көнө беҙҙең Күгәрсендән Хәлитов Тәхәүетдин тигән бабай Һүрәмдән ҡунаҡ саҡырған. Элек бит хәҙерге кеүек машиналар булмаған, ат менән йөрөгәндәр. Көнөндә генә ҡунаҡ булып ҡайтып китмәгәндәр, килгән ҡунактарҙы күршеләре, туғандары ла саҡырып алған. Шулай дүрт көн ҡунаҡ булғас, иртәгәһен ҡайтырға йыйынғандар. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, төндә бик көслө, күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡан. Хәҙер генә юлдар яҡшы, таҙартып торалар. Ә ул ваҡытта юлы да шул соҡорло – саҡырлы, бормалы, нишләһендәр инде, көслө буранда ҡайтырға сыҡмағандар, ә хужа ҡунаҡтарҙы һыйлай биргән. Дүрт көнгә килгән ҡунаҡтар ун биш көн ҡунаҡ булған. Хужа ҡунаҡтарҙы ла, аттарын да ҡарай икән, арып, алйып бөткән. Бер көн буран тыма биргән, хужа таҡмаҡлап әйтеп һалған:
Буран туҡтаған, ел арҡанан,
Юл тапала, сәғәт ун,
Ҡунаҡ вон,
Атлыға да ваҡыт, йәйәүлегә лә ваҡыт.
“Атлыға ла, йәйәүлегә лә ваҡыт” тигән әйтеү лаҡап һүҙ булып ҡалған. Әле лә был һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә.
Зөлфия ХӘЙБУЛЛИНА.
Күгәрсен ауылы.