Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
6 Август 2025, 03:50

Бәхетле булыу серҙәре ябай...

Бәхетле булам тиһәң... Уның өсөн ябай ғына тормош ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.

Бәхетле булыу серҙәре ябай...Бәхетле булыу серҙәре ябай...
Бәхетле булыу серҙәре ябай...

Бәхетле булам тиһәң, түбәндәгеләрҙе аңларға кәрәк:

  1. Иң беренсе Аллаһ әйткән ҡағиҙәне, ҡанунды белеү кәрәк.
  2. Инаныу. Бәхетһеҙ кешенең тырышлыҡ менән үҙен бәхетле итә алыуына ышаныуы.
  3. Тәүәкәллләү. Аллаһ ярҙамы менән генә булдыра алырыңды аңлау.
  4. Башлаған эште туҡтатмау.
  5. Барып сыға тип әйтеп, һөҙөмтәһен көтөргә. Ҡайһы бер эштәр тиҙ генә эшләнмәҫкә мөмкин. Барыбер эшегеҙҙең яҡшы тамамланыуына ышанырға кәрәк.
  6. Килеп сыҡмаһа, икенсе мәртәбә эшләргә. Яңынан шуны уҡ ҡабатлап эшләүҙең бер зыяны ла юҡ. Тик ятмай, яҡшылыҡҡа ынтылыу, тырышыу хәйерлерәк.
  7. Барып сыҡмаһа, үҙеңде башҡа өлкәлә лә һынап ҡарарға мөмкин. Хатта мотлаҡ.
  8. Булдыра алам тигән ниәтеңдән бер ҡасан да өмөтөңдө өҙмәҫкә, сабыр итергә.
  9. Доға ҡылып, Аллабыҙҙан һорап торорға. Үҙеңде бәхетһеҙ тип һанаһаң да һине күптәр бәхетле итеп күрә.

Ғаилә бәхетенә ирешер өсөн яуаплылыҡтан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Именлектең төп сере  ир менән ҡатындың үҙ бурыстарын яҡшы белеүҙә.

Фәнүзә БИКҠУЖИНА.

Автор:
Читайте нас