Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Август 2025, 10:20

Ни эшләп төнгөлөккә бал ашарға кәрәк?

Йоҡларға ярҙам итә Балды тәбиғи тынысландырыусы тип атайҙар. Ул сәләмәт йоҡо, күҙәнәктәрҙе яңыртыу һәм нервы системаһын тергеҙеү өсөн яуаплы мелатонин гормонын булдырыуға булышлыҡ итә. Төнгә ҡаршы бер  сәй ҡалағы бал ашау яҡшы ял итеүҙең нигеҙе булып тора. Бигерәк тә уны ромашка сәйе менән ҡушып эсеү файҙалы. Организмы лактозаны яҡшы үҙләштергәндәргә төнгөлөккә бал менән һөт тә файҙалы буласаҡ. Был эсемлек стресстан ҡотҡарыр.

Ни эшләп төнгөлөккә бал ашарға кәрәк?Ни эшләп төнгөлөккә бал ашарға кәрәк?
Ни эшләп төнгөлөккә бал ашарға кәрәк?
  1. Тәндәге артыҡ майҙы юҡҡа сығара

Тап төндә майҙы “яндырыу” механизмдары яҡшы эшләй башлай. Балдың майҙы “яндырыу” тәьҫире матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүгә нигеҙләнгән. Артыҡ калорияларҙы яндырыу процесында иң әүҙем ролде орексин гормоны уйнай. Ә аҙыҡ-түлек араһында орексинға иң байы - тәбиғи бал ҡорто балы.

  1. Бауырҙы һауыҡтыра

Бауыр күҙәнәктәренең регенерацияһы ла төндә әүҙемерәк бара. Төндә балды ҡабаҡ  һутына ҡушып ҡабул итеү бауырға токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә.

  1. Иммунитетты нығыта

Киләһе рецептты һалҡын тейгәндә һәм вирус һәм бактериаль ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ҡулланырға кәрәк. Һарымһаҡты таҙартығыҙ, ваҡ өлөштәргә бүлегеҙ, уны бал менән ҡушығыҙ. Был ҡатнашманың бер сәй ҡалағы ашарға кәрәк, ул көслө иммунитетты стимуллаштырыусы эффект бирә.

  1. Көс-дәрт өҫтәй

Йыш ҡына иртән хәл бөтөп, насар кәйеф менән уянаһыңмы? Күрәһең, ял иткәнһең, шулай ҙа  энергияң юҡ. Төндә баллы һыу эсеү был проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас