

Көҙгө төн. Йоҡлай алмайым. Өй түрендә ел илай.
Ел иламай, ас үлемдең ҡурҡыуынан ил илай.
Ғ.Туҡай.
1943-1944 йылдар - мин беренсе класты тамамлаған йылдар. Һуғыш мәле. Бөтә ил өҫтөнә төшкән афәт осоро беҙҙең ауылды ла урап үтмәне. Ауылыбыҙҙың таянысы булған ир-егеттәребеҙ яу ҡырына илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкә киттеләр. Ҡарт-ҡоро, ирҙәрен, һөйгән йәрҙәрен фронтҡа оҙатҡан ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға ғына ҡалды. Колхозда төп тартыу көсө булып торған эшсе аттарҙы ла фронтҡа оҙатҡас, көн итмеш тағы ла ауырлаша төштө.
Бөтә эштәр ҙә ҡул көсө, үгеҙ-һыйырҙар менән башҡарылғанлыҡтан, төп йәшәү сығанағы булған иген, картуф һәм дә башҡа төр культураларҙы сәсеү, уларҙы утау, эшкәртеү һәм уңышын йыйып алыу бик оҙаҡҡа, айҙар буйына һуҙыла торғайны. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән, ҡайһы бер йылдарҙа игендең ҡар аҫтында ҡышлап ҡалған осраҡтары ла була торғайны.
Шул сәбәпле йыйып алынған игендең күләме лә күпкә кәмене. Етмәһә “Бөтәһе лә фронт өсөн!”, “Бөтәһе лә еңеү өсөн!” – тигән хөкүмәт өндәмәһенә тоғро ҡалып, колхоз келәттәрендә сәсеүлек кенә орлоҡ ҡалдырып, ҡалған игендең грамына тиклем хөкүмәткә тапшырып торғанлыҡтан, ауыл, ил халҡының йәшәү кимәле бермә-бер ауырлаша төштө. Шул йылдарҙа, бәхетһеҙгә ел ҡаршы тигәндәй, бер нисә йыл рәттән ни сәбәптәрҙәндер шәхси хужалыҡтарҙа сәсеп үҫтерелгән картуфтан да көтөлгән уңышты алыуға ирешеп булманы. Ул ғына ла түгел, ҡыш үтә һалҡын килгәнлектән, һаҡлауға һалған картуфтар йыш туңа торғайны. Әммә уны өшөгән, туңған тип берәү ҙә сығарып ташларға ашыҡманы, йән аҫрау, иҫән ҡалыу өсөн туң булһа ла уны бешереп ашау хәстәрен күрҙе.
Яҙға тора он ризығының үтә лә наҡыҫ булыуы, картуфтың туңып, сереп бөтөүе үҙен бермә-бер һиҙҙерҙе. Балалар, үҫмерҙәр араһында шешенеүҙәр башланды. Ун йәштәр тирәһендәге бер малай менән, ун бер – ун ике йәштәр тирәһендәге бер ҡыҙҙың аслыҡтан шешенеп, урамда, йәшел сирәм өҫтөндә ятып үлеүҙәре бөгөнгәсә хәтеремдән сыҡмай. Аяныс, бик тә аяныс күренеш ине был.
Һәр ғаиләлә береһенән береһе бәләкәй бишәр-етешәр бала. Йәшәү менән үлем араһындағы киҫкен көрәш барған бер мәлдә балаларҙы ҡотҡарып ҡалыу күҙлегенән сығыптыр инде (район ҡушыуы буйынса булһа кәрәк) колхоз идараһы күп балалы ғаиләләрҙән берәр, икешәр баланы иҫәпкә алып, көнөнә бер тапҡыр “төшкө аш” ашатыу ойошторҙо. Аш һүҙен тырнаҡтар эсенә алыуымдың сәбәбе шунан ғибәрәт: ул аш менән хәҙерге өҫтәлебеҙҙәге аш айырмаһы ер менән күк араһы: әҙ генә он һалып бешерелгән шыйыҡ ҡына өйрә-һурпа ине.
Өс көн тирәһе ҡустым Урал менән тиҫтерҙәребеҙҙең беҙҙең тәңгәлдә ҡалаҡ-сеүәтәләрен шылтыратып үткәндәрен берсә ҡыҙыҡһынып, берсә көнләшеп күҙәтеп йөрөнөк. “Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә”: ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына иптәштәребеҙгә эйәреп, ферма эргәһендәге ашханаға килеп, тегеләр уңайына беҙ ҙә сиратҡа баҫтыҡ. Ашнаҡсы Шәмсинур инәй һурпа бүлә, ә эргәһендә торған апай (исемен онотҡанмын) ҡулындағы ҡағыҙына ҡарап, килеүселәрҙе барлап тора. Сиратыбыҙ килеп етер-етмәҫтән ҡустым менән миңә төртөп: “Һеҙгә аш юҡ, өйҙә атайығыҙ бар”, – тип китеү яғына ишаралағас, оялышыбыҙҙан нисек боролоп киткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Бер аҙ йыраҡлашҡас ҡустым үкһеп-үкһеп илай башлағас, уны йәлләп минең дә күҙҙәрем әсе күҙ йәштәре менән тулды.
Бер аҙ тыныслана төшкәс, баҡса башына барып ҡуян тубығы йолҡоп ашаныҡ та сеүәтәләрҙе, ҡустымды өйҙә ҡалдырып, иптәштәрем менән мәктәпкә килдек. Унда беҙҙе уҡытыусы Фәтхиә апай иген утарға алып барырға көтөп ултыра ине. Иген баҫыуында өс сәғәт самаһы ҡый үләндәре утап. Арып-талып өйҙәребеҙгә ҡайттыҡ. Ҡайтып ингәс бер-ике ҡалаҡ ҡатыҡ яланым да ҡорот менән һөтлө сәй эсеп йоҡларға яттым.
Баяғы беҙҙе бороп ебәргән апай атайымдың ниндәй хәлдә өйҙә ятҡанын белеп тә бөтөрмәгәндер. Атайымды, ике йыл яу ҡырында булып бик ҡаты яраланғас (снаряд ярсығы һул күкрәген үтәнән-үтә тишеп сыға), өс ай госпиталдә дауаланып та шәбәйә алмағас, дауаланыуҙы урында дауам итеү өсөн тыуған яғына ҡайтаралар. Байтаҡ ваҡыт аҙна һайын район дауаханаһына, военкоматҡа йәйәүләп (утыҙ саҡрым) перевязкаға йөрөнө. Ул саҡтарҙа ул беҙҙе ҡайғыртырлыҡ, хәстәрлек күререлек хәлдә түгел ине шул. Үҙ ҡайғыһы үҙендә ине.
Авторы - Ирек Ишмәтов. Редакция рөхсәтенән тыш күсереп алыу тыйыла!!!